НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡомһоҙҙар һаман кәмемәй
Махсус бит / Проблема // 23-08-2011, 13:12


Аҙна һайын ришүәт алып тотолоусы чиновниктар тураһындағы яңылыҡтар ирекһеҙҙән, быларҙың барыһы ла бер һап та бер ҡап, тип уйлар­ға мәжбүр итә. Әле совет заманында ауылдарҙа халыҡ әйтеменә әйләнеп киткән «Кем уғры – шуның ҡапҡаһы менән ҡоймаһы бейек» тигән һүҙ йөрөй торғайны. Хәҙер иһә был әйтемде әҙерәк үҙгәртергә мөмкин: кем ришүәтсе – шуның ҡәлғәһе текәрәк....

Путевка кәрәкме? Аҡса түлә!
Махсус бит / Проблема // 20-08-2011, 15:07


Интернетта, реклама гәзиттәрендә бер балалар баҡсаһындағы урынын икенсеһендәгегә алмаштырырға тәҡдим итеү тураһында иғландар йыш күренә. Тик ата-әсәләрҙең күбеһе был эш өсөн аҡса талап итә. Алдан уҡ шуны билдәләге килә: төрлө балалар баҡсаһындағы урындар менән алмашыу тыйылмай. Ике яҡ та риза икән, бер кем дә һеҙгә ҡаршы килмәйәсәк. Тик ниңә бының өсөн кемгәлер аҡса түләргә һуң? Һин дә үҙ урыныңды бирәһең бит! Эш шунда икән – мәктәпкә тиклемге белем биреү учреждениеларының бөтәһе лә бер иш түгел. Ҡайһылары яңы, береһендә бассейн бар, икенсеһендә тағы ла башҡа төрлө уңайлыҡтар ҡаралған. Шуға ла ҡулына һәйбәт балалар баҡсаһына путевка эләктергән ата-әсәләрҙең бәғзеләре аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Һәйбәт урын өсөн 8 мең һум һораусылар ҙа, 35 мең һум талап итеүселәр ҙә табыла....

Балалар баҡсаһы: хәл ителмәҫтәй мәсьәләме?
Махсус бит / Проблема // 20-08-2011, 15:05


Балалар баҡсаһы:  хәл ителмәҫтәй мәсьәләме?
Улыма 2 йәш тә өс ай булыу менән эшкә сығырға мәжбүр булдым. Өс йәше тулғансы хөкүмәтебеҙ бала тәрбиәләү өсөн биргән ялды файҙаланып, рәхәтләнеп өйҙә ултырыр инем дә бит, фатир һатып алғанда алған айлыҡ кредиттар (ай һайын 14 мең һум) ғаилә бюджеты күләмендә лә үҙен ныҡ һиҙҙертте. Өҫтөңдә ҙур бурыс торғанда ғаилә башлығының эш хаҡына ғына йәшәү, көн күреү мөмкин дә түгел. Ҙур бурысҡа батып, фатир ҙа алмаҫ инең – йәш, һау-сәләмәт ваҡытында, балалар үҫтергәндә һәр кемдең үҙ торлағын булдырғыһы, иркен, матур фатирҙа йәшәгеһе килә. Элекке кеүек эшеңдән бушҡа фатир биреүҙәрен көтөп ятыу бөттө, үҙ көсөңә генә ышанырға ҡала....

Тағы фажиғә...
Махсус бит / Проблема // 16-08-2011, 10:49


Тағы фажиғә...
Бәхетһеҙ осраҡтар көттөрөп килмәй. Беҙ инде хәҙер әле бында, әле тегендә ниндәй ҙә булһа бәлә булыуын, фажиғәне ул тиклем үк аптырап та ҡабул итмәйбеҙ. Әммә тетрәнәбеҙ. Үткән кесе йомала ғына ла Башҡортостан менән Силәбе сигендә ике йөк поезы бәрелешеүен хәбәр иттеләр. Күмер менән етмешләгән вагон ауған, үкенескә күрә, һәләк булыусылар ҙа бар....

Йылайырҙа урман яна
Махсус бит / Проблема // 16-08-2011, 10:20


Йылайырҙа  урман яна
13 августа Йылайыр урман хужалығы биләмәһендә сыҡҡан урман янғынын һаман һүндерә алмайҙар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ут 33 гектар майҙанды ялмап алған. Шуның 12 гектарын урман биләй....

2,5 миллион һумлыҡ наркотик юҡ ителде
Махсус бит / Проблема // 16-08-2011, 10:14


Башҡортостан наркополицияһы хеҙмәткәр­ҙәре бер аҙна эсендә «сауҙагәр»ҙәрҙән 15 кг наркотикты тартып алып юҡ иткән. Аҡсаға әйләндерһәң, был күләмдәге ағыу яҡынса 2,5 миллион һумға торошло....

«Айыҡ тормош – алтын торош»
Махсус бит / Проблема // 13-08-2011, 10:45


Украинала йәшәүсе башҡорттар йәмғиәтен Башҡортостан ауыл-ҡалаларында айыҡ тормошта йәшәүгә ынтылыш булыуы бигерәк шатландыра. Беҙ 20 йылдан ашыу берләшеп, ҡатнашып йәшәйбеҙ. Төп маҡсатыбыҙ – ата-бабаларҙан килгән ғөрөф-ғәҙәттәрҙе дауам итеү. Минең тыуған Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылында элек-электән тормош­ҡа айыҡ ҡараш менән йәшәүселәр күп. Араҡы ҡоло булып, эсергә һорап йөрөүселәр булманы тиерлек....

Бәләнең башы – үҙебеҙҙә
Махсус бит / Проблема // 6-08-2011, 10:44


Бәләнең башы – үҙебеҙҙә
Иҫерткестәр, алкоголле эсемлектәр... Был төшөнсәләр ХХI быуатта ла, оло афәт булып, күкрәктәрен киң киреп, артабан таралыуын, кешелеккә үҙенең иҫәпһеҙ бәлә-ҡазаһын килтереүен дауам итә. Эскелектең сәбәптәре, уның таралыуы, унан ҡотолоу юлдары тураһында әле яңы ғына «баш вата» башланыҡ, тиһәк тә була. Әммә фәлсәфә һатмайынса ғына шуны таныйыҡ – сәбәп тик үҙебеҙҙә: үҙебеҙ йәшәгән, үҙебеҙ булдырған эскеселәр мөхитендә, үҙебеҙ булдырған йәмғиәттә....

Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар
Махсус бит / Проблема // 6-08-2011, 10:42


Уны чиновниктар хеҙмәт килешеүенә алмаштырасаҡ
Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар
Рәсәйҙә 2012 йылдан башлап хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөү тураһында һүҙ алып баралар. Был документ­һыҙ йәшәй алмаусылар өсөн бындай тәртипкә күсеү өсөн ун йыл ваҡыт бирергә ниәтләйҙәр. Чиновниктар, хеҙмәт кенәгәһен хеҙмәт килешеүе алмаштырасаҡ, тип иҫәпләй. Мәскәүҙең юридик даирәһендә барған бәхәстәр беҙҙең дә фекерҙәрҙе сағылдыра. Әйҙәгеҙ, баш ҡала адвокаттарының нимә уйлауы менән танышайыҡ....

Сит ерҙәрҙәме тыуған ояһы?
Махсус бит / Проблема // 30-07-2011, 11:53


Рәсәй менән Америка араһында уллыҡҡа алыуҙы көйләү буйынса килешеү төҙөлдө
Һуңғы 18 йылда Америка Ҡушма Штаттарына Рәсәйҙән меңләгән бала уллыҡҡа тапшырылған. Аныҡ ҡына һандарҙы бер кем дә белмәй. Рәсми мәғлүмәттәр 60 мең бала тураһында һөйләй. Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов әлеге күрһәткесте икегә ҡабат­лар­ға кәрәк тип һанай....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM