НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Саҡырылмаған ҡунаҡтар
Махсус бит / Проблема // 15-10-2011, 12:07


Саҡырылмаған ҡунаҡтар
Марсель ҡабаланып-ҡарһаланып фатирына ҡайтты ла, кроссовкаһын сисеп тә тормаҫтан, аш-һыу бүлмәһенә инде. Өҫтәлдәге бысраҡ һауыт-һабаны мөйөшкә этеңкерәгәс, ҡуйынындағы әйберҙәрен һаҡ ҡына теҙҙе. Ауыҙ эсенән генә мығырлап, әйберҙәрен барланы:
− Тәк-тәк, быныһы бар... Етерлек. Бензины әҙерәк булыр, ахыры... Йә, ярар, уларға бара ул.
Шунан даими клиенты Игорға шылтырата башланы:...

Ни өсөн улар шулай?
Махсус бит / Проблема // 15-10-2011, 12:06


Ни өсөн улар шулай?
Нимә генә күрмәйһең дә, нимә ишетмәйһең был ҡала транспортында?! Хәҙер ир-аттың өлкән ҡатын-ҡыҙға ла урын бирмәй йәйелеп ултырыуына өйрәндек, донъяларын онотоп, ғәм халыҡ алдында үбешеүсе йәштәрҙе лә күрмәмешбеҙ. Ә бына үҫмерҙәрҙең ҡылыҡтары һаман аптырата.
Бер мәл шулай автобуста шым ғына баҫып барам, пассажирҙар алғы ишектән сыға, аҡсаны урта йәштәр­ҙәге ҡатын йыя. Сираттағы туҡталыш алдынан дүрт малай ишек төбөнә ыңғайланы. Шунда тауыш ҡупты. «Сдача бирегеҙ!» – тигән ҡәтғи тауыш ишетәм. «Һуң, балалар, был бит аҡса түгел, ә сувенир», – ти кондуктор. Баҡһаң, үҫмерҙәр уға биш мең һум яһалма аҡса һоноп маташа, имеш, етмәһә, юл хаҡынан ҡалғанын ҡайтарып биреүҙе талап итә....

Сүп-сар ғына тимәгеҙ...
Махсус бит / Проблема // 15-10-2011, 11:28


Республикала иң тәүге сүп-сарҙы айырыу комплексы Нефтекама ҡалаһында барлыҡҡа киләсәк.
Ул «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы базаһында төҙөлә. Проект «Башҡортостандың тәбиғи ресурстары һәм экологияһы» республика маҡсатлы программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Өфө ҡалаһында үткән «Уралэкология. Сәнәғәт хәүефһеҙлеге – 2011» халыҡ-ара экология форумында «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы проектланыусы сүп-сарҙы айырыу комплексының макетын тәҡдим иткән һәм ул форумда ҡатна­шыу­сыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан....

Заман афәте ауылдарға ла үтеп инә башлаған
Махсус бит / Проблема // 4-10-2011, 10:08


Наркотиктарға ҡаршы комиссия үҙенең сираттағы ултырышында Нефтекама ҡалаһы һәм Краснокама районындағы хәл-торошто баһаланы. Көн тәртибенә Рәсәйҙең 2014 йылға тиклем наркотиктарға ҡаршы сәйәсәтен Башҡортостанда бойомға ашырыу мәсьә­ләләре лә индерелгәйне.
Нефтекамала һуңғы дүрт йылдан да әҙерәк ваҡытта рәсми теркәлгән наркомандар һаны 250-нән 360 кешегә еткән. Краснокамала ла шул уҡ хәл күҙәтелә. Заман афәте ауылдарға ла үтеп инә бара. Был юҫыҡта ауыл халҡының, урындағы старосталарҙың булышлығы кәрәк....

Илеңдән яҙғың килһә, миграция сәйәсәтен үткәр...
Махсус бит / Проблема // 24-09-2011, 13:18


Илеңдән яҙғың килһә, миграция сәйәсәтен үткәр... Яңыраҡ РФ Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев Алыҫ Көнсығыш федераль округында үткәргән кәңәшмәһендә ғәжәпләнерлек бер мәсьәләне күтәрҙе: ишеттегеҙме, киләһе 15 йылда Рәсәйҙә халыҡ һаны 10 миллион кешегә кәмейәсәк! Һөҙөмтәлә бына ғына торған 2025 йылда эшсе ҡулдар етешмәй башлаясаҡ! Был ғына ла әҙ: уның пессимистик фараздарына ҡарағанда, йәштәр араһында ла, өлкәндәр араһында ла иҡтисади әүҙемлек кимәлен күтәреү резервы юҡҡа сыҡҡан. Был илебеҙгә модернизациялау бурыстарын атҡара алырлыҡ юғары квалификациялы эшсе көстө, «урта синыф» тип аталыусы категория вәкилдәрен ситтән йәлеп итеү буйынса саралар күреүҙе талап итә! Һәм был үтә лә етди тонда әйтелде....

Ауылдарҙы бүреләр баҫа?
Махсус бит / Проблема // 20-09-2011, 12:14


Ауылдарҙы бүреләр баҫа?
«Йәшлек» редакцияһы ҡунаҡтары араһында кемдәр генә юҡ! Йәше, ҡарты, дәғүәлеһе һәм тәҡдимлеһе, кәңәшлеһе һәм тәнҡитлеһе тиһеңме. Әммә беҙ һәр береһен дә ихлас ҡаршы алып, диҡҡәт менән тыңлап, һөйләшеп-кәңәшләшеп, ярҙам итерҙәй ерҙә ярҙамлашып, булышлыҡ итә алмаҫтай ерҙә, гәзиткә баҫып сығарһаҡ, бәлки, берәй йоғонтоһо булыр, тип уларҙың һөйләгәндәрен ҡағыҙға төшөрөп, тейешле органдар­ға юллайбыҙ....

Йәшәүҙән биҙгән ҡыҙҙың шиғри һөрәне
Махсус бит / Проблема // 13-09-2011, 15:21


Йәшәүҙән биҙгән ҡыҙҙың шиғри һөрәне
– Айгөл, улым аҫылынған бит!
Таңғы сәғәттәрҙә кеҫә телефонымдан ишетелгән ошо үҙәк өҙгөс өн мейемде тишеп үткәндәй булды. Күптәнге таныш апай­ҙың тауышы ине ул.
– Нисек? Ҡайҙа?...

Ауылым, ауылҡайым минең…
Махсус бит / Проблема // 27-08-2011, 12:52


(“Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа”, “Йәшлек”, № 63, 13 август, 2011 йыл)
Ауылым, ауылҡайым минең…
Ауыл тормошо миңә үтә лә ҡәҙерле, яҡын, аңлайышлы, бер һүҙ менән әйткәндә, йәнемдә гелән уның һулышы һулҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ана шул ауылдарҙың көнитмеше өҙлөкһөҙ уйландыра, хәсрәткә һала, йөрәкте өйкәй, йәнемә тынғылыҡ бирмәй. Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл, уның булмышы һәм ҡылмышы ни хәлдә – әйтерем ана шулар хаҡында. Был хаҡта ни өсөн һүҙ ҡуҙғаттым һуң әле һәм яҙғандарымдан фәтүә сығырмы?...

Өфө урамдарында «тығын»дар кәмейәсәк
Махсус бит / Проблема // 27-08-2011, 12:37


Баш ҡалала автомобиль хәрәкәте бер яҡлы итеп үҙгәртеләсәк
Өфө урамдарында «тығын»дар кәмейәсәк
Көҙ беҙҙең руль артындағылар өсөн яңылыҡ алып киләсәк. Сентябрҙән водителдәр өсөн Өфөнөң үҙәк урамдарында йөрөү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Эш шунда: «пик сәғәте»ндә «тығын»дарҙы үтеүгә уғата ҙур сабырлыҡ кәрәккәнен автомобиль хужалары яҡшы белә. Урамдарҙы киңәйтеү мөмкинлеге лә юҡ, шунлыҡтан хәрәкәт схемаһын үҙгәртергә булғандар, йәғни баш ҡаланың ете урамында хәрәкәт бер яҡлыға әйләнәсәк:...

Бензинға хаҡ арта
Махсус бит / Проблема // 23-08-2011, 13:19


Ә автозаправкалау станцияларына «Ун литр бензин – бушлай!» акцияһын ойошторорға тәҡдим ителә
Бензинға хаҡ арта
Рәсәйҙә автомобиль яғыулығына хаҡтар ошо айҙа ҡапыл артып китте. «Росстат» мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул 0,8 процентҡа, йәки 40 тингә артҡан. Июль аҙағында бензинға уртаса хаҡ 25,57 һум тирәһендә тирбәлһә, әле ул 25,88 һум тәшкил итә. Әйткәндәй, бөтә төр маркалы бензин да ҡиммәтләнгән....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM