НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Минең карьерам
Махсус бит / Проблема // 1-04-2017, 15:45


Минең карьерамйәки Нисек кенә булһа ла, иремде ир итә алдым

Ҡатын-ҡыҙ тормошо, яҙмышы, холоҡ-фиғеле тураһында мәғлүмәттән күп нәмә юҡтыр гәзит-журналда ла, “зәңгәр экран”да ла, интернет киңлегендә лә. Һәр төрлөһө, ҡолаҡҡа ятҡаны, ятмағаны, бәхәс, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырғаны ла етерлек. Ә тормошҡа сығып, һәүетемсә йәшәп ятҡандары тураһында башлыса “ирҙән уңды”, “һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәй” йәки “бер тинтәккә сығып әрәм булды”, “ир урынына ла үҙе, ҡатын урынына ла” тигәнерәк һүҙҙәр менән йәлләп, күп осраҡта өлгө (ниндәй өлгө булһын инде?!) итеп телгә алалар. Ә минең булмышым телгә алын­ған ике осраҡҡа ла тап килмәй. Әлбиттә, ундай ҡатын-ҡыҙҙар бар беҙҙең арала. Тик белеп еткермәйбеҙ. Әлеге лә баяғы, ундайҙар бит асыла һалып бармай. Уларҙың тормошо ете ҡат бик аҫтында. Шуға ла үҙ ғаилә тарихымдың бер мөйөшөн аса биреп ҡуйҙым. Исемемде үҙгәртеп алдым....

Мираҫҡа машина, йорт түгел, ә... бурыс ҡалһа?
Махсус бит / Проблема // 31-03-2017, 14:20


Мираҫҡа машина, йорт түгел,  ә... бурыс ҡалһа?“Мираҫ” һүҙе күптәргә тоҡсай-тоҡсай аҡса, машина, дача, йорт булараҡ күҙаллана. Мәҫәлән, сит илдә миллионер әбей-бабайың булып, уларҙың вафатынан һуң миллиондары миңә мираҫҡа күсһәсе, тип хыялланыусылар аҙмы ни? Ундайҙар бик күп. Ләкин мираҫҡа дәғүә итеүселәрҙе иҫкәрткебеҙ килә: мираҫҡа мәрхүмдең мал-мөлкәте генә түгел, ә банктарға булған бурыстары ла күсә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был йыш күҙәтелгән күренеш....

Бәддоға (булған хәл)
Махсус бит / Проблема // 27-02-2017, 09:56


Бәддоға (булған хәл)... Зыярат ҡапҡаһынан ингәс тә Наилә иренең ҡәберендә ят нәмәләр барлығына иғтибар итте. Үткәндә ингәндә генә улы менән ҡыҙы һалған веноктан башҡа бер нәмә лә юҡ ине. әле килеп ҡара таҫмаға уралған ҡара раузалар ята, шыма ғына йомро таштар хасил булған....

Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!
Махсус бит / Проблема // 20-02-2017, 19:00


Тыныс йәшәү ялҡыттымы? Рәхим итеп кредит алығыҙ!Бер кем дә үҙ яҡындарынан яуызлыҡ көтмәй. Аңғармаҫтан арҡаға бысаҡ ҡаҙар дошман бик алыҫта, сит-ят ерҙәрҙә генә йөрөй кеүек тойола. Әммә, үкенескә күрә, ҡайһы ваҡыт туған-ҡәрҙәштәр ҙә теш ҡайрап, ғәйбәт һөйләп йәки үҙҙәренең холоҡһоҙлоғо менән йәшәүҙең йәмен ебәреп, көнитмеште ағыулай. Хатта финанс ойошмаһынан алынған кредит арҡаһында ла яҡын кешеләр араһында дошманлыҡ хисе тыуыуы ихтимал. С. Х. бәйән иткән хәл-ваҡиға ла шулар рәтенән, буғай. Зарарлы производствола һаулығы ҡаҡшап, хаҡлы ялға үҙ йәшенән иртәрәк сыҡҡан С. апайҙың өс балаһы бар. Өсөһө лә башлы-күҙле булып, үҙ аллы донъя көтә. С. апайҙың һүҙе буйынса, өлкән улы менән ҡыҙы хәләл ефеттәренән уңһа, кинйә улының бәхеткенәһе самалыраҡ – ҡатыны ялҡау, аңһыҙ, ғауғасыл....

“Алдыңмы өлөшөңдө?”
Махсус бит / Проблема // 15-02-2017, 16:39


“Алдыңмы өлөшөңдө?”йәки Донъя – ҡуласа: һәр рәнйетеүсегә үҙ рәнйетеүсеһе табыла
Шәхси милеккә ҡағылышлы мөрәжәғәттәрҙе барлағанда, ер участкаһы менән бәйлеләрен айырым туплап ҡарарға мөмкин. Үҙ белдеге менән сиктәрҙе билдәләп, йә белмәйенсә, кадастр планынан ситләшеп, күршеһе өлөшөнә инеүселәр һуңынан күршеләренең ерендә төҙөлгән йорт-ҡаралтылары арҡаһында судлашып, низағлашып йөрөргә мәжбүр. Мәҫәлән, С.-тарға ла әллә күпме учреждение тупһаһын тапар­ға, әллә нисә суд иләге аша үтергә тура килә, ләкин барыбер ҡаралтыларынан, бер нисә квадрат метр ерҙәренән, байтаҡ сумма аҡсанан яҙалар....

Туған араһын бол боҙормо?
Махсус бит / Проблема // 6-02-2017, 13:19


Туған араһын  бол боҙормо?йәки Атай-әсәйҙән ҡалған донъя малын бүлешкәндә, бәғзеләрҙә туғанлыҡ хисе лә, оят та юғала

Гәзитебеҙгә ниндәй генә хаттар килмәй ҙә, ниндәй генә шылтыратыуҙар яңғырамай! Күпселектә гәзит уҡыусыларыбыҙ ихтирамға лайыҡ ауылдаштарын, таныштарын маҡтап яҙа йә ҡыуаныслы яңылыҡтары менән бүлешә. Ярҙам һорап, оран һалған яҙмалар, шылтыратыуҙар ҙа аҙ түгел.
Һуңғыларының һәр береһендә тиерлек, ғәҙәттә, күсмәй тор­ған милеккә бәйле бик сетерекле мәсьә­ләләр күтәрелә. Проблема­ларҙың осона сы­ғырға, хәлдең айышына төшөнөргә маташ­ҡанда, кешеләрҙең (дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ) юридик наҙанлығы күҙгә ташлана, бер ҡатлылығы хайран ҡалдыра. Хәйер, юридик наҙанлыҡта ғәйепләү бигүк дөрөҫ тә түгелдер. Дәүләт акттары шундай ҡатмарлы, суд практикаһы ҡапма-ҡаршылыҡлы булғас, кеҫәһендә юрист дипломы ятмаған кешенең закондарҙың ҡара урманында юғалып ҡалыуы тәбиғи хәлдер ул. Шуға ла юридик һорау­ҙарың булғанда, хаҡына ҡарамай, бер нисә юрист менән кәңәшләш­һәң дә артыҡ түгел (эш судҡа барып етһә инде, хоҡуҡтарыңды яҡлауҙы мотлаҡ юғары квалификациялы, намыҫлы адвокатҡа тапшырырға). Ләкин ни эшләп ябай проблеманы ла урында хәл итә алмай, республика баҫмаһына мөрәжәғәт итергә мәжбүрҙәр һуң?...

Был донъяға нимә булған?
Махсус бит / Проблема // 27-01-2017, 12:15


Был донъяға нимә булған?Һәр мәғлүмәт кешенең аң-белем призмаһында үҙгәрә. Шуның өсөн мәғлүмәттең хаҡлығын йән-йөрәк аша тойоғоҙ.
Был донъяға нимә булған, тигән һорауға яуап табыр алдынан, беҙ, кешеләр, кем икәнебеҙҙе аңларға кәрәк. Алла – ул бөйөк мөхәббәтле аң сығанағы. Кешегә ул мөмкинлектәр, ҡөҙрәт (потенциал) биргән. Был турала Ҡөрьән китабында ла яҙылған. Кешеләрҙең төп йорто – күренмәгән юғары ҡатламдарҙа. Ә ни өсөн Ерҙә йәшәйбеҙ? Әлбиттә, йәнебеҙҙе үҫтерер өсөн. Уны тик түбән тирбәлешле матди, ҡапма-ҡаршылыҡлы (“дуалность” тигән төшөнсә бар) тормошта ғына тиҙ арала үҫтерә алабыҙ. Аҡ-ҡара, һөйөү-ҡурҡыу, насар-яҡшы кеүек төшөнсәләрҙе кисергәндә, кешенең йәне бик тиҙ ваҡыт эсендә үҫә. Беҙ аңлы йән төшә алған иң түбән ҡатламда йәшәйбеҙ һәм тойғолар ярҙамында өйрәнәбеҙ....

Кеҫәһе буштан өмөт көтмә
Махсус бит / Проблема // 15-10-2016, 10:09


Кеҫәһе буштан өмөт көтмәБынан теүәл бер йыл элек, Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыларын тәбрикләгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Лайыҡлы эш хаҡы түләмәйсә уҡытыусы кешенең абруйын күтәреп булмай”, – тип әйткәйне. Ул, 2005 йылда уҡытыусы уртаса 6,5 мең һум алһа, 2015 йылда уларҙың уртаса эш хаҡы 35 мең һумға етте, йәғни ил буйынсағы эш хаҡын 8 процентҡа уҙып китте, тип хәбәр итте. Быйыл август айында хөкүмәт етәксеһе, быға тиклем билдәле тандемдың икенсе ағзаһы – Дмитрий Медведев – уҡытыусыларға яҡшы эш хаҡы артынан бизнесҡа барырға кәңәш итте....

Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙа
Махсус бит / Проблема // 14-10-2016, 21:30


Ерҙең гүзәллеге - ҡатын-ҡыҙҙайәки берең ут, икенсең һыу була белегеҙ

– Түҙемлегем ҡалманы, етте, айырылам мин унан, балаларымды алам да сығам да китәм! – тип һыҡтаны йәш ҡатын. – Ул вахтанан ҡайттымы, беҙгә көн бөтә. Бөгөн төндө лә саҡ үткәрҙек. Мин – эштә, балалар мәктәптә саҡта көнө буйы йоҡлай ҙа, ҡараңғы төштөмө, эсеп иҫереп ала ла «концерт» ҡуя башлай. Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, барығыҙҙы ла үлтерәм, тип теҙеп баҫтырып ҡуя. Үҙе лә йоҡламай, беҙҙе лә ыҙалата. Унан ҡалһа, тышҡа сығып китә лә, машинаны онтайым, тип ҡулына нимә етте шуны ала. Улымдың да, ҡыҙымдың да ҡоттары осоп бөттө…...

Бүре түгел, "әсәй" ҡурҡыныс
Махсус бит / Проблема // 1-09-2016, 12:15


Бүре түгел, "әсәй" ҡурҡынысБашҡортостандың бер ҡалаһында яңыраҡ ҡына ҡот осҡос енәйәтте – бер баланың үлтерелеү фактын тикшерә башланылар. Мәрхүм булған ҡыҙыҡайҙы һәм унан бер йәшкә генә кесе һеңлеһен яҡын туғаны балалар йортонан үҙенә ҡарарға алған булған. “Хөкүмәт йорто”на эләккән балалар­ҙы алырға килгән ҡатынды әллә ни тикшереп тә тормағандар, моғайын. Сөнки ул – 10 һәм 11 йәшлек ҡыҙҙарҙың бик яҡын ғына ҡандаш туғаны. Бәлиғ булмағандарҙы ғаиләгә алыу процесы әле яңыраҡ ҡына теркәлгән, быйыл июль баштарында ғына. Тик балаҡай­ҙарға яңы ғаиләлә оҙаҡ йәшәргә тура килмәгән шул: ҡыҙҙарҙың береһе баҡый донъяға күскән, икенсеһе балалар йортона ҡайтарылды......


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM