НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Тағы авария. Тағы автобус…
Махсус бит / Проблема // 2-03-2018, 10:57


Тағы авария. Тағы автобус…
Иглин районындағы юл хәрәкәте фажиғәһендә 9 кеше һәләк булды
«Өфө – Ҡатау - тамаҡ» рейсында барлығы 12 пассажир һәм водитель була. Тере ҡалған пассажирҙарҙың дүртәүһе ауыр хәлдә Өфө, Эҫем һәм Әшә ҡала дауаханаларына оҙатыла....

Ергә етди ҡараш кәрәк
Махсус бит / Проблема // 27-02-2018, 09:38


Ергә етди ҡараш кәрәк[b]
Рәсәй реестр хеҙмәтенең («Росреестр») БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ленара ДЕГТЯРЕВА халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирә.
...

«Балам кемегеҙҙән?»
Махсус бит / Проблема // 24-02-2018, 07:00


«Балам кемегеҙҙән?»
йәки үҙәк телеканалдарҙа әхлаҡһыҙлыҡты пропагандалаған тапшырыуҙарҙы тыйырға нимә ҡамасаулай?

Үҙәк каналдарҙы ҡарарлыҡ түгел хәҙер. Һуңғы йылдар­ҙа ундағы темалар – кем аҡсаны йәки мираҫты урлаған, бисәһенә йәки иренә хыянат иткән, үлтергән йәки үлтермәгән һәм башҡалар. Бигерәк тә ғаиләгә ҡағылышлы тапшырыуҙар күп күрһәтелә. Берәй ҡатындың бар ғаләм алдында балаһының атаһын асыҡлауы – ғәҙәти күренеш....

Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!
Махсус бит / Проблема // 11-02-2018, 09:00


Битегеҙҙәге сиҡанды һытмағыҙ!
Сикәләрендә, танау тирәләрендә сыҡҡан төрлө һытҡы (прыщ, угорь) һәм сиҡанды (чирей) һытырға яратыусылар күп. Һытҡы гормональ үҙгәрештәр арҡаһында барлыҡҡа килеп, башлыса йәш үҫмерҙәр тәнендә күҙәтелә. Ә сиҡан, тирегә бысраҡ эләгеүҙән, төрлө йәштә лә осрауы мөмкин....

“Ғалимдың һыны уға лайыҡлы булырға тейеш”
Махсус бит / Проблема // 9-02-2018, 08:00


“Ғалимдың һыны  уға лайыҡлы  булырға тейеш”Арҙаҡлы ғалим Жәлил Кейекбаевҡа тыуған яғында ҡасан “дөрөҫ” һын ҡуйылыр?

Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, полиглот, яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың үҙ заманы һәм киләсәк быуындар өсөн башҡарылған хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Лайыҡлы шәхестең исеме тарихыбыҙ биттәрендә теркәлде, исеме замандаштарының хәтерендә һаҡлана. Ғафури районының Сәйетбаба ауылы мәктәбе уның исемен йөрөтә, премия булдырылған. Йәнтөйәгендә бюст та ҡуйылған. Әммә ошо таш һын буйынса дәғүәләр ҙә бар....

Нужа ҡайҙа илтә?
Махсус бит / Проблема // 18-01-2018, 07:30


Нужа ҡайҙа илтә?
йәки беҙ нисек Мәскәүҙе яуларға маташтыҡ?

Эшһеҙ ҡалып, бер аҙ аптырап, шулай ҙа төрлө ҡыҙыҡлы нәмәләр уйлап сығара яҙып, әммә уларының төбөнә төшөп етә алмай, урынына еткерә алмаҫтай булып, хатта бер аҙ төшөнкөлөккә бирелә яҙыбыраҡ йөрөй инем, әхирәтем Светлана ойотҡотоп ебәрҙе: «Әйҙә, эшкә Мәскәүгә барайыҡ. Унда минең таныштар күп. Һәйбәт эшкә урынлашҡандар». Ә миңә шул хәбәр етә ҡалды. Бер нәмә тураһында ла асыҡламай, төпсөнмәй, хатта ниндәйерәк эш икәнен дә һорашмайынса, Светланаға эйәреп, эре мегаполисҡа барырға әҙерләнә башланым. Ысынлап та, әллә кемдәр әллә ҡайҙа барып, фәләнсә аҡса эшләп ҡайтҡан осор ҙа баһа. Ҡайһы бер ҡатындарҙың Себергә, сит илгә сығып олаҡҡаны иҫкә төштө. Бер кем дә хур булмаған әле. Туңғандарын белмәйем, хатта уңып, тормошон көйләп ебәреүселәр хаҡында ишетеп тә, күреп тә күҙем ҡыҙғаны бар. Гелән кабинетта компьютер алдында итәк туҙҙырып, тырнаҡ буяп ҡына ултырған наҙлыҡай түгелмен әле, ваҡыты менән сауҙала ла, дөйөм туҡланыу урындарында ла көн оҙоно бил бөгөп сыныҡҡан, йүгереп йөрөгән шәп ҡатынмын. Мәскәүгә икән, Мәскәүгә......

Ҡатынымдан наҙ етмәй
Махсус бит / Проблема // 8-01-2018, 07:30


Ҡатынымдан наҙ етмәйМиңә – егерме туғыҙ, ә ҡатыныма егерме ете йәш, ике йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ үҫә. Өйләнешкәнебеҙгә өс йыл.
Йылдан ашыу инде юҡ-барға тиҙ тоҡанып китеүсәнлегемде, ҡатыныма бәйләнсек була барыуымды һиҙәм. Быға тиклем кәләшемдең холҡондағы кире яҡтарын һиҙмәгәнмендер, ә бәлки, уның ысын йөҙө асыла башлағандыр. Ғаиләләге был хәл йыш ҡына үпкәләшеүҙәргә, иреш-талаштарға барып етә башланы. Элекке һөйкөмлө, нәфис ҡыҙҙан ул ҡатын-иргә әйләнде. Тупаҫ һөйләшә, фекерем менән бөтөнләй иҫәпләшмәй. Донъяға бөтөнләй икенсе ҡарашта. Хужабикә булараҡ уға тик “афарин” тип кенә әйтергә була. Ҡыҙыбыҙ бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, ашарға һәр ваҡыт әҙер, өйҙә таҙа. Ә былар миңә бик мөһим дә түгел һымаҡ, унан иғтибар, наҙ ғына кәрәк. “Бөтә проблемаларҙы үҙең эҙләп табаһың, үҙең бәйләнәһең”, – ти ҡатыным. Ғаиләмдә нисек тыныслыҡ урынлаштырырға?...

Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
Махсус бит / Проблема // 7-01-2018, 07:00


Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманыИптәшем менән өс йыл ғүмер итәбеҙ. Йәш ярымлыҡ ҡыҙыбыҙ үҫә. Иремде яратам, ихтирам итәм.
Бер йыл элек ҡайным мәрхүм булғас, беҙгә ҡәйнәмдең йортона күсергә тура килде. Беренсенән, ул яңғыҙ йәшәмәйәсәк, ә икенсенән, фатирыбыҙҙы ҡуртымға биреп, матди хәлебеҙҙе яҡшыртыу маҡсатында был аҙым­ға барғайныҡ. Ҡәйнәм итәғәтле, тыныс, яҡшы кеше. Ләкин миңә уның менән йәшәүе ауыр. Өйҙә үҙемде хужабикә итеп тойорға, шәхси арауығым булыуын теләйем. Бер йыл күнеп йәшәнем, артабан нимә эшләргә белмәйем, түҙемлегем бөттө. Нимә эшләргә миңә, кәңәшегеҙҙе көтәм....

Петардалар менән һаҡ булығыҙ!
Махсус бит / Проблема // 29-12-2017, 08:00


Петардалар менән  һаҡ булығыҙ!Бенгал уттары һәм башҡа шартлатҡыстар Яңы йылдың мотлаҡ бер өлөшөнә әйләнде. Бына бөгөн дә магазин кәштәләре «утлы» уйынсыҡтарҙан һығылып тора. Әммә бәләкәй генә «бомба»ның ҙур бәләгә килтереү ихтималлығын оноторға ярамай....

Баштүбән тормош
Махсус бит / Проблема // 1-12-2017, 13:36


Баштүбән тормош
1 декабрь - Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө

...Ун биш йыл элек булған хәл иҫкә төштө. Кисен ВИЧ-инфекциялы кеше менән осрашыуымды белгәнгә күрә икенсе көнөнә эшкә килгәс тә мине ҡатын-ҡыҙҙар уратып алғайны:
– Шунан, нисек? Һөйлә тиҙерәк!
Ул ваҡытта ВИЧ үтә ныҡ таралмағайны. Яман сир менән наркомандар, гомо­сексуалис­тар, фәхишәләр генә ауырый, тип уйлай торғайныҡ. Шуға ла табиптар аша һөйләшеүҙәр алып барып, ВИЧ-инфекциялы кеше минең менән осрашырға ризалашҡас, эштәге ҡатындар “аһ” та “уһ” килде....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM