НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Яңауылда – фажиғә
Махсус бит / Проблема // 28-01-2014, 06:32


Яңауылда – фажиғәЙәкшәмбе кис Яңауыл ҡалаһының Совет урамындағы 2-се йортта газ баллоны шартлау арҡаһында биш кеше һәләк булған һәм тиҫтәләгәне зыян күргән.
Биш ҡатлы йортта ремонт өсөн алын­ған 12 литрлыҡ газ баллонынан сығып торған газ, һауа менән ҡатнашып, шартлаған, артынса янғын сыҡҡан. Фажиғә буйынса РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше асылған.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов янғын урынында булып, ашығыс кәңәшмә үткәрҙе, зыян күреүселәр менән осрашты, һәләк булғандар­ҙың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе....

Өфө ҡар менән көрәшә
Махсус бит / Проблема // 28-01-2014, 06:27


Өфө ҡар менән көрәшәбыйылғы ҡыш ҡарҙың күплеге, юлдарҙың насар таҙартылыуы һәм шуның арҡаһында килеп тыуған тығындары менән баш ҡала халҡы һәм автомобилселәре хәтерендә ҡаласаҡ. Өфө водителдәре араһында йәйәүлеләргә юл бирмәгән, тиҙлек режимын үтәмәгән, автомобилдәрен ҡайҙа етте, шунда ҡалды­рыу­сылар былай ҙа байтаҡ. Өҫтәүенә, күп уңай­һыҙлыҡ тыуҙырған ҡар көн дә тиерлек яуып тора. Ғинуарҙың тәүге аҙналарында былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡыр күберәк ҡар яуған....

Кем Ер шарын кимерә?
Махсус бит / Проблема // 28-01-2014, 06:19


Кем Ер шарын кимерә?Ҡайһы берҙә шундай һорау тыуа: кеше тәбиғәткә ниндәйҙер файҙа килтерәме, әллә ул тотонорға ғына һәләтлеме? Миңә ҡалһа, тәбиғәт йәл. Уны саманан артыҡ файҙаланалар кеүек. Әлбиттә, ҡаҙылма байлыҡтар, кейек-януарҙар, океан-йылға кешегә ниндәйҙер кимәлдә ҡулланыр өсөн “бирелгән”. Ғалимдар, кеше менән тәбиғәт гармониялы алыш-биреш итергә тейеш, тип һығымта яһай ҙа ул, тик беҙ ҡайһы берҙә үҙебеҙҙең иҡтисади табышыбыҙҙы хуп күрәбеҙ, йәғни беҙгә боланды ашатыуға ҡарағанда уны атып алыу уңайлыраҡ. Тәбиғәткә ете миллиард кешенең “һөжүм итеүе” сиктән тыш һымаҡ. Мөхитте бысратыуҙы ғына алайыҡ. Бер генә миҫал – туғай-яландар полиэтилен ҡаптар, пластик шешәләр менән лыҡа тулып килә....

Яуапһыҙ һорауҙар
Махсус бит / Проблема // 20-01-2014, 04:18


Ер тураһында күп мәҡәлә донъя күрҙе. Ер тип, күптәр ҡан түккән, йәнен биргән. Октябрь революцияһы күп миллионлаған кешенең ғүмерен өҙҙө, етем итте. Завод, фабрика – эшселәргә, ер – крәҫтиәндәргә, тигән ло­зунг халыҡты ваҡытлыса алдау булғандыр. Ерһеҙ халыҡҡа ер үлсәп биргән булып, һуңынан шул ерҙәрҙе тартып алып, колхоз ойоштороп ҡаранылар, барып сыҡманы. Хәҙер фермер хужалыҡтарына күсеү бара. Улар ҙа әллә ни мандымай.
Йәштәр эш эҙләп ситкә китә, ауылдарҙа ҡарттар ғына ҡала. Өҫтәүенә, ауыл ерендә мәктәптәрҙе ябалар. Йәнәһе, балалар һаны етмәй. Быға кем ғәйепле һуң? Эшһеҙлекте барлыҡҡа килтереү өсөн колхоз, совхозды тарҡаттылар. Урманлы төбәктәрҙә ағас эшкәртеүсе леспромхоздар бөтөрөлдө. Шунан эшһеҙлек барлыҡҡа килде. Түрәләр булған хужалыҡты һатып, байып ҡалды. Сират инде күп йылдар көтөп алынған мәктәптәргә күсте. Сит ауылдағы мәктәптәргә балаларҙы иртә таңдан уятып, машинаға ултыртып оҙатырға кәрәк. Балалар юл йөрөүҙән ялҡты. Бына һиңә – оптималләштереү....

Енәйәт һәм яза
Махсус бит / Проблема // 17-01-2014, 11:27


Ҡайныһының машинаһын… өс мең һумға ғына «осорған»

Яңы йыл алдынан Шишмә райо­нының Леонидовка ауылында йәшәүсе 53 йәшлек ир Шишмә ауылындағы туғандарын байрам менән ҡотларға юллана. Ләкин етеп килгәндә автомобиленең моторы сафтан сыға.
Ир үҙенең етенсе моделле “Жигули”йын йүнәтә алмай, шуға күрә лә уны Шишмәлә йәшәгән ҡыҙының йортона тиклем этеп бара. “Тимер ат”тың хужаһы байрамдан һуң килеп, моторын ҡарарға уйлай. Кейәүе иһә, машина менән бер нәмә лә булмаҫ, үҙем һаҡлармын, ти....

Бар ғүмерем үтте туҡмалып
Махсус бит / Проблема // 17-01-2014, 10:22


Бар ғүмерем үтте туҡмалыпМин әсәйем менән генә үҫтем. Атайым миңә бер йәш тигәндә үпкә ауырыуынан үлеп ҡалған. Бер туғандарым юҡ. Әсәйем үҙе лә етем үҫкән. Шуға ла уның да яҡын туғандары юҡ, үлеп бөткәндәр. 40 йыллыҡ тормошомдоң 18 йылы ғына (әсәй тәрбиәһендәге ғүмерем) бәхетле булды. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә эшкә урынлаштым. Егеттәр менән йөрөмәнем. Үҙебеҙҙең күрше егетен әрмегә оҙаттым. Шуны көтөп, хат алышып торғанда, күрше ауылдан килеп, мине һорағандар, әсәйем риза булған. Яҡын кешемдең был аҙымына бик аптыраным, иланым. Шәмбелә ялға ҡайтҡайным, йыуасалар килгән, никах уҡытырға аш әҙерләнгән....

Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?
Махсус бит / Проблема // 10-01-2014, 04:50


йәки Милләттәштәребеҙҙең, ил-тел, тип яныуы…
Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә күҙәтелгән реформалар аныҡ проблемалар тыуҙырмай ҡалманы. Тәү сиратта, оптималләштереү һөҙөмтәһендә күпләп ауыл мәктәптәре ябылһа, төп дөйөм биреү стандарттарына һылтанып, ҡайһы бер белем усаҡтарында башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙы туҡтатып ҡуйҙылар. Күптән түгел БДУ-ның Сибай институтында уҙған “Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы яңы Закон шарттарында мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ла фекер алышыу ошо хаҡта барҙы.
...

Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:47


Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..Ер шарында 11 миллиондан ашыу кеше ниңә социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙан баш тартҡан?
“Бәйләнештә”, “Класташтар” сайттарында теркәлгәнмен мин. Көн дә тиерлек инәм. “Бәйләнештә” сама менән 450-гә яҡын дуҫым бар (ниңәлер, урамда осрашҡанда ауыҙ асып һаулыҡ та һорашмайҙар, ә сайтта дуҫлыҡ тәҡдим итәләр). Һүҙ юҡ, һөнәрем буйынса был сайт бик файҙалы – тиҙ генә һорау алыу ойоштороп ебәрәһең, тегенән-бынан мәғлүмәт эҙләп табаһың, геройҙарҙың фотоһын күсереп алаһың һәм башҡалар. Минең сайтта йыш булыуымдың төп сәбәбе эшемә бәйле лә инде. Ә бына ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙәрҙе тормош мәғәнәһенә әйләндерҙе һәм һәр аҙымын сәхифәләренә һалып тора. Ниндәй бүләк алғанын, ҡайҙа барғанын, хатта төшкөлөккә нимә ашарға йыйынғанын да мәңгеләштереп, шәхси тормошона отчет яһарға ярата....

Хәүефле уйындар
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:46


Хәүефле уйындарЗамана балаһы тыуғандан алып компьютерҙа эшләй белә, тип уйларһың. Бер ҡарағанда, был яҡшы кеүек тә: яңы технологияларға яйлашыу үҙҙәренә еңелерәк буласаҡ. Ләкин табип, психолог киҫәтеүҙәре һағайта – бөгөнгө балалар, айырыуса үҫмерҙәр «компьютер бәйлелеге» тигән яңы сирҙән интегә икән.
...

ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүерелә
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:25


ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүереләБөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәшеү республика үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Сергей Зайцев менән Ҡулланыусылар хо­ҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Баш­ҡортостан идаралығы на­чальнигы урынбаҫары Нә­симә Күсемова журна­листар­ҙы һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы....


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM