НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?
Махсус бит / Проблема // 10-01-2014, 04:50


йәки Милләттәштәребеҙҙең, ил-тел, тип яныуы…
Телебеҙҙе һаҡлау кем ҡулында?Һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендә күҙәтелгән реформалар аныҡ проблемалар тыуҙырмай ҡалманы. Тәү сиратта, оптималләштереү һөҙөмтәһендә күпләп ауыл мәктәптәре ябылһа, төп дөйөм биреү стандарттарына һылтанып, ҡайһы бер белем усаҡтарында башҡорт теле дәрестәрен уҡытыуҙы туҡтатып ҡуйҙылар. Күптән түгел БДУ-ның Сибай институтында уҙған “Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһында”ғы яңы Закон шарттарында мәғариф учреждениеларында туған телдәрҙе өйрәнеү” төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ла фекер алышыу ошо хаҡта барҙы.
...

Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:47


Аһ, был файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа интернет!..Ер шарында 11 миллиондан ашыу кеше ниңә социаль селтәрҙәрҙе файҙаланыуҙан баш тартҡан?
“Бәйләнештә”, “Класташтар” сайттарында теркәлгәнмен мин. Көн дә тиерлек инәм. “Бәйләнештә” сама менән 450-гә яҡын дуҫым бар (ниңәлер, урамда осрашҡанда ауыҙ асып һаулыҡ та һорашмайҙар, ә сайтта дуҫлыҡ тәҡдим итәләр). Һүҙ юҡ, һөнәрем буйынса был сайт бик файҙалы – тиҙ генә һорау алыу ойоштороп ебәрәһең, тегенән-бынан мәғлүмәт эҙләп табаһың, геройҙарҙың фотоһын күсереп алаһың һәм башҡалар. Минең сайтта йыш булыуымдың төп сәбәбе эшемә бәйле лә инде. Ә бына ҡайһы берәүҙәр социаль селтәрҙәрҙе тормош мәғәнәһенә әйләндерҙе һәм һәр аҙымын сәхифәләренә һалып тора. Ниндәй бүләк алғанын, ҡайҙа барғанын, хатта төшкөлөккә нимә ашарға йыйынғанын да мәңгеләштереп, шәхси тормошона отчет яһарға ярата....

Хәүефле уйындар
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:46


Хәүефле уйындарЗамана балаһы тыуғандан алып компьютерҙа эшләй белә, тип уйларһың. Бер ҡарағанда, был яҡшы кеүек тә: яңы технологияларға яйлашыу үҙҙәренә еңелерәк буласаҡ. Ләкин табип, психолог киҫәтеүҙәре һағайта – бөгөнгө балалар, айырыуса үҫмерҙәр «компьютер бәйлелеге» тигән яңы сирҙән интегә икән.
...

ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүерелә
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:25


ВИЧ-инфекция (СПИД) ҡатын-ҡыҙҙар сиренә әүереләБөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө алдынан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы. СПИД-ты һәм йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау һәм уларға ҡаршы көрәшеү республика үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Сергей Зайцев менән Ҡулланыусылар хо­ҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Баш­ҡортостан идаралығы на­чальнигы урынбаҫары Нә­симә Күсемова журна­листар­ҙы һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы....

Дауаханамы, әллә төрмәме?
Махсус бит / Проблема // 29-11-2013, 13:23


Ярты йылдан наркомандарҙы көсләп дауаларға мөмкин буласаҡ
Рәсәй Президенты Владимир Путин наркотик һәм аңды томалаусы матдәләр ҡулланыусыларҙы көсләп дауалауға рөхсәт биргән законға ҡул ҡуйҙы. Уны үтәмәгән өсөн 4 – 5 мең һум күләмендә штраф йәки утыҙ тәүлеккә административ арест ҡаралған. Закон ярты йылдан үҙ көсөнә инәсәк.
Наркомандар үҙ ирке, теләге менән дауаланырға бармай тиерлек. Күптәре һыңар аяғы менән ҡәберҙә торһа ла, сираттағы дозаны һайлай. Әгәр ҙә илебеҙҙә наркомандарҙы дауалау өсөн бар шарттар булдырылһа, әлеге закондың һөҙөмтәһе булыуы ихтимал. Байтаҡ үҫешкән илдә, шул иҫәптән АҠШ-та бындай ысулды күптән файҙаланалар икән....

Янғындан һаҡ булығыҙ
Махсус бит / Проблема // 22-11-2013, 17:02


Башҡортостанда янғынға ҡаршы тәртип индерелде. Ул 2014 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
Айырым талаптарға ярашлы, башҡарма власть органдарына, район һәм ҡалалар хакимиәттәренә мотлаҡ тәртиптә был осорҙа пиротехник изделиеларҙы таратҡанда һәм ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын үтәргә, күп кеше өсөн тәғәйенләнгән объекттары булған ойошмалар етәкселәрен саҡырып, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссиялар ултырыштарын үткәрергә ҡушыла....

Ғүмерҙәр өҙөлдө…
Махсус бит / Проблема // 22-11-2013, 13:42


Ғүмерҙәр өҙөлдө…Татарстандағы фажиғәне ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Бәлә бер кемдән дә һорап килмәй, берәү ҙә һуңғы юлы ҡайҙа буласағын белмәй шул, үкенескә күрә. “Татарстан” авиакомпанияһының “Боинг – 737” самолетының 17 ноябрҙә Мәскәүҙән ҡайтып етеп килгәндә һәләкәткә осрауы тураһында һүҙ....

Кредитҡа батып ҡына фатир алмаһаң ...
Махсус бит / Проблема // 22-11-2013, 13:40


Өфөлә төҙөлә башлаған торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы йыл башынан уртаса 13 процентҡа артҡан һәм 55 мең һум тәшкил итә.
Иң ҡиммәт фатирҙар – ҡаланың үҙәгендә, шул иҫәптән Әй урамында: бер квадрат метры – 64,9 мең һум. Артабан кәмеү яғына табан бара: Октябрь проспекты һәм Йәштәр биҫтәһе (60,1), Йәшел сауҡалыҡ һәм Новостройка (56,8), Сипайлово биҫтәһе (54,3), Черниковка (49,1) һәм үҙәктән алыҫ ятҡан Затон, Инорс, Дим, Шаҡша биҫтәләре (48,6)....

Тартаһыңмы?
Махсус бит / Проблема // 22-11-2013, 13:39


Бала тәмәке тартырға күнекһен өсөн ни бары ике көн етә. Ата-әсәһе даими тартҡан балалар кескәй саҡтан уҡ никотин ҡоло булып үҫә. Рәсәйҙә, башлыса, балалар 12 йәштән тарта башлай, уларҙың 7,5 проценты көн һайын тәмәке көйрәтә. Уҡыусыларҙың өстән бер өлөшө, һирәк булһа ла, тәмәке тартыу менән мауыға. Статистика шуны күрһәтә: малайҙар мәктәптә насар ғәҙәт менән мауыға башламай икән, күпселек осраҡта һуңынан да “ата тәмәкесе”гә әйләнмәй. Улар олоғайғас тарта башлаған хәлдә лә, мең бәлә менән булһа ла, был насар ғәҙәтенән арына. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙар һуңыраҡ тарта башлай һәм сигаретҡа үтә лә тиҙ өйрәнә....

Һуғышһыҙ ҡорбандар
Махсус бит / Проблема // 22-11-2013, 13:33


Һуғышһыҙ ҡорбандарФажиғәләр булып тора, үкенескә күрә. Был юлы ла аҙнаның һуңғы көнөндә насар хәбәр килеп етте – ут күршебеҙ Татарстанда самолет ҡолаған. “Татарстан” авиакомпанияһының “Боинг – 737” самолетында 50 кеше булған, береһе лә тере ҡалмаған. Һәләк булыусылар араһында республика Прези­дентының улы Ирек Миңле­ханов та бар. Шулай уҡ урындағы Именлек хеҙмәте башлығы Александр Антонов, Бөйөк Британия вәкиле Донна Каро­лина Булл һәм ике үҫмер бала өсөн дә был осош һуңғыһы булған....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM