НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шаҡ ҡатырғыс таксистар
Махсус бит / Проблема // 6-06-2014, 10:04


Шаҡ ҡатырғыс  таксистар Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында быйыл ҡыш такси хеҙмәте менән йыш файҙаланырға тура килде. Өфөлә таксистар­ға ҡытлыҡ булмаған кеүек тойолһа ла, кешеләр эшкә барған һәм ҡайтҡан саҡта, байрам ваҡытында оҙаҡ ҡына көтөргә тура килә. Һәр хәлдә, арзаныраҡ такси хеҙмәтенә мөрәжәғәт итһәң, бер сәғәт көтөп ултырырға тура килеүе ихтимал. Ләкин бик ашыҡҡанда ҡиммәтерәк хаҡ алған фирмаларға шылтыратаһың һәм эштәр көйләнә – уларҙа машина күп. Ярай, былары һүҙ уңайында ғына булды. Бөгөн һеҙгә таксистар клиенттарҙан аҡсаны күберәк алыу өсөн ҡулланған ысулдар тураһында һөйләмәксемен. Иң тәүҙә – мине шаҡ ҡатырғаны....

Тәмәкенең зыяндан башҡаһы юҡ
Махсус бит / Проблема // 30-05-2014, 05:23


Тәмәкенең зыяндан башҡаһы юҡУйындан уймаҡ сыға, ти халыҡ мәҡәле. Күптәр тәмәкене йәшлеге менән ҡыҙыҡ күреп тарта башлай. Тәүҙә берәүҙе тартып ҡарай, шунан икенсене. Бына шулай уйындан ғына башланған ҡылыҡ ғәҙәткә әйләнеп китә һәм йыш ҡына насар эҙемтәләргә килтерә. Күптәр һуңынан ташларға тырышып-тырышып ҡарай – тик булдыра алмай. Үҙ ихтыяр көсө менән никотин ҡоллоғонан ҡотолоусылар һирәк. Берәр-икешәр айлап тәмәкене ташлап ҡарайҙар ҙа йәнә тарта башлайҙар. Бынан бер тиҫтә йыл элек кенә ҡулына тәмәке тотҡан ҡыҙҙарҙы урамда осратыуы ҡыйын ине. Булһа ла, унда-бында берәү генә һәм барыһы ла уларға сәйерһенеп ҡарай торғайны. Хәҙер иһә йәш кенә ҡыҙҙар ҙа, оло-оло апай, хатта инәйҙәр ҙә, тартынып та тормай, урамда рәхәтләнеп тәмәке көйрәтә. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, сөнки был ваҡытлы рәхәтлек кенә бит ул. һуңынан уның өсөн икеләтә-өсләтә интегергә тура килмәһә ярай ҙа…...

Кем эшләй ҙә, кем башлай?!
Махсус бит / Проблема // 30-05-2014, 05:11


йәки Эскесенең яҙмышы кем ҡулында?
Кем эшләй ҙә, кем башлай?! Башҡорт йырын, моңон тыңлай­һың да тетрәнеп ҡуяһың. Ул һине әллә нисәмә ваҡыт арауығын үтеп быуаттар төпкөлөнә алып килә.
Ниңә һуң ул моң шул тиклем күңелгә яҡын, аңлайышлы? Яуабы, минеңсә, ябай. Башҡорт тәбиғәт балаһы булғанға уның йырҙарында ла, шулай уҡ бейеүҙәрендә лә урман шаулауын да, йылғаларҙың ағышын да, ҡоштар һайрауын да, мәғрур Урал ҡаяһындағы ғорур бөркөттөң ҡанат ҡағыуын да ишетергә, күрергә була. Әгәр ҙә, башҡорт ниндәй милләт, тип һораһалар, мин, тәбиғәткә иң яҡын тороусы милләт, тип яуаплар инем. Шул сәбәпле ул тәбиғәттәге тауыштарҙы ишетә, тоя, күрә, отоп ала һәм уларҙы йырҙарында, бейеүҙәрендә сағылдыра....

Башлыҡ булһаң, башлы бул!
Махсус бит / Проблема // 23-05-2014, 03:52


Башлыҡ булһаң, башлы бул!Башлыҡ булһаң, башлы бул!Башлыҡ булһаң, башлы бул!Белорет районының Абҙаҡ ауыл советы депутаттары, биләмә хакимиәте башлығын отставкаға ебәреп, таралыуҙары тураһында иғлан итте.
… Бер түрә, ирәйеп китеп: «Мин – урындағы власть! Теләһәм – дошмандарымды батырам, теләһәм – ярлыҡайым! Барыһы ла минең ҡулда!» – тип маҡтанғайны. «Ә дошмандарығыҙ кем?» «Кем миңә ҡаршы – шул дошман!» Үкенескә күрә, мәкерле, үсле, аҫтыртындарҙы асыҡларға ни берәй тест, ни детектор уйлап сығармағандар. Уйлап сығар­һалар, ундайҙарҙы власҡа яҡын да юлатмаҫ инек. Юғиһә, Белорет районының Абҙаҡ ауылы халҡы зарланыуынса, урындағы хакимиәт башлығы Байрас Фазыловтың яҙылмаған шундай күрһәтмәһе бар, имеш: «Кемдер белешмә һорап килһә, уны шунда уҡ яҙып бирмәгеҙ, инәлтеп йөрөтөп алығыҙ, белһендәр кемдең ҡулында власть икәнен!»...

Башҡа таксиға ултырмаҫҡа ант иттем
Махсус бит / Проблема // 17-05-2014, 09:36


Башҡа таксиға ултырмаҫҡа ант иттем«Йәшлек»тең 15-се һанында «Таксиҙа елдереү хәүефлеме?» тигән мәҡәләне уҡығас: «Ни­һайәт, был мәсьәләгә лә сират етте», – тип ҡыуанып ҡуйҙым.
Миңә таксиҙа йыш йөрөргә тура килмәй. Шулай ҙа йылына 1 – 2 тап­ҡыр Өфө – Баймаҡ, йә Өфө – Сибай таксийы менән Баймаҡ районына атай-әсәйем эргәһенә ҡайтырға тура килә. Һирәк йөрөһәм дә, был маршрут таксистарына дәғүәм күп.
Февраль айы. Көн ныҡ һыуыҡ. Таксиҙы көндөҙгө сәғәт икегә һөйләшкәйнем. «Үҙәк баҙар» туҡталышындағы супермаркет эргәһендә 2-се яртыла тора инем инде. Шоферға шылтыратам. «Хәҙер, ярты сәғәттән килеп етәм», – ти. Ярай, көтәм. Сәғәт ике тулды, такси юҡ, 3-сө ярты – такси юҡ. Аптырап, тағы шылтыратам. «Киләм, киләм, тиҙҙән килеп етәм», – ти. Өс тулды – такси юҡ, 4-се ярты. Түҙемлек бөттө, тағы шылтыратам. «Килеп еттем», – ти. Дүрт тула 15 минуттан тигәндә килеп етте был....

Дауаланыу һөҙөмтәле булһын тиһәк…
Махсус бит / Проблема // 2-05-2014, 10:15


Бөгөн бөтә донъя эскелек һәм наркомания һаҙлығына бата бара, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Был донъя афәтенән ҡотолоу юлын табыу – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Аныҡ эш башҡарыу тураһында шуны әйтер инеем: Көньяҡ Урал райондарының береһендә үҙәкләштерелгән махсус дауалау учреждениеһы булдырыу зарур....

Эскенән алкоголизмға – бер аҙым
Махсус бит / Проблема // 2-05-2014, 10:13


Эскенән алкоголизмға – бер аҙымйәки Ҡотолоу юлы бармы?
Апрель аҙағында “Йәшлек” гәзите редакцияһында билдәле нарколог, юғары категориялы табип Азат Рәил улы ӘСӘҘУЛЛИН менән “тура бәйләнеш” үтте. Редакцияға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән бик күп шылтыратыуҙар булды. Улы өсөн йөрәге һыҙлап, атай-әсәләр мөрәжәғәт итте, ҡатындар тиҫтә йылдар эскенән ҡотола алмаған тормош иптәше өсөн борсолоуы менән уртаҡлашты, апайҙары һеңлеһенә, ҡустыһына ярҙам эҙләне. Рәил Азат улы улар­ҙың һәр береһенә төплө һәм аңлайышлы итеп яуап бирергә тырышты....

Һатмайыҡ та, һатып та алмайыҡ!
Махсус бит / Проблема // 2-05-2014, 10:13


(«Ҡайҙа тораһың, шунда алыш!», «Йәшлек», N13, 4 апрель, 2014 йыл)
Баныу Ҡаһарманованың «Ҡайҙа тораһың, шунда алыш!» мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙ фекеремде яҙып ебәрмәксе булдым. Ҡоролтай депутаттарына тәҡдимдәрҙе хуплайым, Закон сауҙа нөктәләренә генә ҡағыла. Ә бына ҡарт әсәләрҙе эскән улдарынан, ҡатындарҙы, балаларҙы эскән ир-аталарынан яҡлай торған закон берәй ваҡыт ҡабул ителерме икән? Ауылда кешенең магазин араҡыһын эсергә аҡсаһы юҡ, байҙар ғына ара-тирә ала. Халыҡ элек көмөшкә ҡойоп эсә ине. Хәҙер ниндәйҙер һаҫыҡ спирт һаталар. Уны «текә» машиналарҙа ҡайҙандыр килтерәләр, теләгән кешегә тараталар, улары хаҡын икеләтә арттырып сауҙа итә. Киоскыла тәнгә ыуа торған спирт ҡушылған шыйыҡса ла тормай, уны ла эсәләр. Ниңә тейешле органдарға әйтмәйһегеҙ, тиерһегеҙ. Хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп, штраф һалып китә, ә улар яңынан һата. Был хәл һәр ауыл һайын тиерлек барҙыр....

Кеше булмаған ерҙә радиация хәүефе янамай
Махсус бит / Проблема // 25-04-2014, 07:14


Кеше булмаған ерҙә радиация хәүефе янамаййәки Тәбиғәт үҙен-үҙе таҙарта, ә кеше балаларына йоҡтора
Апрелдә йыл һайын радиация һәләкәттәрендә ҡорбан булыу­сыларҙы иҫкә алыу көнө билдәләнә. Был дата 1986 йылдың 26 апрелендә булған Чер­нобыль фажиғәһе айҡанлы булдырылған. Бөтә донъяны тетрәткән ядро һәләкәте була ул. Һандарға туҡталһаҡ, атмосфераға 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла. Ике аҙна буйына янғын дауам итә. Чернобыль халҡы Хиро­симаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланышҡа дусар була. Бөтәһе 160 мең квадрат километр биләмә бысрана. Авариянан һуң ҡайһы бер илдәр атом энергетикаһы өлкәһендә эшләүҙән баш тарта. АЭС-тарҙың хәүефһеҙлеге ныҡ тикшерелә. Һөйләй китһәң, Чернобыль бәләһе бөгөн дә дауам итә. Кешеләрҙең сире булып, тәбиғәттең һаман таҙармауы, тереклек мөхите зарарланыуы булып....

Һыу килә, һаҡ булығыҙ!
Махсус бит / Проблема // 11-04-2014, 04:27


Һыу килә, һаҡ булығыҙ!Аҙна башында республикала климат яҙы башланды – был осорҙа урта тәүлек температураһының климатик нормаһы 0 градустан юғары күтәрелә. Тимәк, беҙҙе йылы һауа температураһы йышыраҡ ҡыуандырасаҡ.

Яҙҙың тәүге хәбәрсеһе булған ташҡындар ҙа үҙен көттөрмәҫ. Быйыл ташҡын көслө булмаҫ, тиҙәр. Әммә республикала һәм Рәсәйҙә уҙған йылдың август һабаҡтары һис тә онотолмаған. Ул саҡта ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә айырым өлкәләрҙе, райондарҙы һыу баҫты, шуға күрә ташҡын хәүефһеҙлеге темаһына айырым иғтибар бүленер, тип ышанғы килә....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Министр семьи и труда Башкирии Ленара Иванова и председатель местного Союза пенсионеров высказались о новой пенсионной реформе
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM