НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Малайзия “Боинг”ы ҡайҙа ғәйеп булған?
Махсус бит / Проблема // 11-04-2014, 04:10


Малайзия “Боинг”ы ҡайҙа ғәйеп булған?Кеше факторы йәки, техниканың сафтан сығыуынан тыш, авиаһәләкәттәргә аңлатып булмаҫлыҡ хәлдәр ҙә сәбәпсе
8 мартҡа ҡараған төндә MH370 рейсы буйынса Куала-Лумпурҙан Пекин ҡалаһына йүнәлгән “Боинг – 777-200” Көньяҡ Ҡытай диңгеҙе өҫтөнән осҡан мәлдә уның менән элемтә юғалған. Һәләкәт хаҡында хәбәр килмәгән, маршруттағы көн торошо ла яҡшы булған. Самолет­тың ҡайҙа булыуы шулай уҡ диспетчерҙарҙың экрандарында ла күренмәгән. Бортта бөтәһе 12 экипаж ағзаһы һәм 227 пассажир – йәмғеһе 239 кеше ултырған. Ҡытай, Малайзия, Индонезия, Австралия, Һиндостан, Франция һәм Америка граждандары менән бер рәттән, исемлектә бер Рәсәй, ике Украина кешеһенең барлығы ла билдәле. Самолет Вьетнамдың Тхо-Чу утрауынан 250 саҡрым алыҫлыҡта диңгеҙгә ҡолаған, тигән тәүге хәбәр ялған була....

Иғтибар - тура бәйләнеш!
Һаулыҡ һаҡлау / Конкурстар / Проблема // 9-04-2014, 09:31


Иғтибар - тура бәйләнеш!15 апрель көнө көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә тиклем «Йәшлек” гәзите билдәле нарколог, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип Азат Рәил улы ӘСӘҘУЛЛИН менән тура бәйләнеш ойоштора. Эскелек сирме, түгелме, унан ҡотолоу юлы бармы, нисек дауаланырға? Һорауҙарығыҙ, тәҡдимдәрегеҙ булһа, шулай уҡ яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға был яман ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам итергә теләһәгеҙ, 8 (347) 273-46-38 телефондары буйынса шылтыратыуҙар көтәбеҙ. Шулай уҡ һорауҙарығыҙҙы гәзиттең электрон адресына (ye02@ya.ru) йәиһә социаль селтәрҙәге битенә (vk.com/yeshlek02) ебәрә алаһығыҙ....

Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ
Махсус бит / Проблема // 4-04-2014, 17:11


Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡБаныу Ҡаһарманованың мәҡәләһен уҡығандан һуң, көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ шул, тип, алиментҡа ҡағылышлы ике хәл-ваҡиға тураһында яҙмаҡсы булдым.
Яңыраҡ ҡасабала ике ғаилә барлыҡҡа килде – йәш ҡыҙҙар айырылышҡан ирҙәр менән сәстәрен сәскә бәйләне. Ирҙәрҙең икеһенең дә тәүге ҡатындарынан берәр балаһы үҫә. Йәш кәләштәр (йәш кенә булһалар ҙа, баштары етеп!), бер-бер артлы бала табып, тәүге ҡатындың балаһына алимент аҡсаһы әҙерәк булһын өсөн, үҙҙәре менән йәшәүсе ирҙәрен алиментҡа бирҙе. Атай кешеләр, ҡатындарынан ҡурҡыпмы, әллә уларға ярарға тырышыпмы, был хәлгә риза булды. Тәүге ҡатындан да бала мөхәббәттән яралғандыр бит. Ни өсөн ул атайһыҙ ҙа үҫергә, алимент аҡсаһын атаһы эргәһендә үҫкәндәгеләрҙән кәм дә алырға тейеш? Был турала йәш кәләштәр уйланманымы икән?...

Ваҡытлы “ғүмер юлы”
Махсус бит / Проблема // 28-03-2014, 14:41


Ваҡытлы “ғүмер юлы”йәки Төпкөлдәге ауыл тормошо
Белорет районының Мөхәмәт ауылы – төпкөл ауылдарҙың береһе. Шунда барырға йыйынып, былтырғы Ғәбдүк “эпопея”һын иҫләнем. Ғәбдүккә лә анһат ҡына барып етеп булмай: әйтерһең дә, махсус рәүештә, дошмандар үтеп инмәһен өсөн, ауылға йүнле юл һалырға ашыҡмайҙар. Әгәр ҙә дошмандар, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ауылға барырға маташасаҡ икән – үҙ баштарына, сөнки булған юл (уны юл тип әйтеүе лә ауыр) машина һәм кеше ныҡлығына, сабырлыҡҡа оло һынау. Дошмандарҙың көнө поезға ҡалһа иһә, түҙемлектәре ысынлап шартлаясаҡ – уныһы һирәк йөрөй! Шуға ғәбдүктәргә ҡайнар сәләм: бер дошман ауылығыҙға үтеп инә алмаясаҡ, рәхәтләнеп үҙ ҡаҙанығыҙҙа үҙегеҙ генә ҡайнап ятаһығыҙ инде әүәлгесә....

Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
Махсус бит / Проблема // 28-03-2014, 14:33


Стәрлетамаҡ ҡалаһы халҡының киләһе ҡышта һыуыҡ йорттарҙа йәшәргә мәжбүр булыуы ихтимал. Бының сәбәбе – урындағы компанияларҙың һәм ҡайһы бер кешеләрҙең энергетиктар алдындағы бурысын ваҡытында түләмәүе.
2014 йыл башланыу менән Стәрлетамаҡты йылылыҡ менән тәьмин итеүҙе ойоштороусы “БашРТС” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проблемаға юлыҡҡан. Ни өсөн тигәндә, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡулланыусыларҙың күбеһе тотонған йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн аҡса түләмәй башлаған. Әлбиттә, энергетиктарға күрһәткән хеҙмәттәре өсөн аҡса түләүҙән баш тартыусыларҙың ҡапыл артып китеүе юҡҡа түгел. Бының сәбәптәре мотлаҡ булырға тейеш....

Ҡарҙар ирей, һыу таша... Ә донъя сүплеккә бата
Махсус бит / Проблема // 28-03-2014, 14:27


Ҡарҙар ирей, һыу таша... Ә донъя сүплеккә батаСүп-сар тураһында һүҙ сыҡҡанда йыш ҡына “ҡалдыҡһыҙ етештереү” тигән төшөнсә телгә килә. Әлеге төшөнсә артынса Япония иҫкә төшә. Урынлымы­лыр, белмәйем, мәгәр тап ошо ил ҡалдыҡ, сүп-сар өлкәһендә бик һөҙөмтәле генә эшләй икән. Һис юғы, тырыша. Сәбәбе ябай – Япо­нияла ҙур-ҙур сүплек полигондары өсөн урын юҡ. Хатта бер мәл, макулатура тигән булып, Филиппин утрауына ауыр эшкәртелә торған ҡый-һай ҡалдығын оҙатҡан, ти, был ил. Тотолғас, Филиппин хөкүмәте “макулатура”һын кире алыуын талап иткән. Шунан бирле, хәҙер был ваҡиғаға 15 йыллап ваҡыт үткән, Япония властары ҡалдыҡ эшкәртеүҙе өҫтөнлөклө дәүләт бурысы итеп, шул эш менән арыу ғына шөғөлләнә. Бында ике мең самаһы ҡалдыҡ эшкәртеүсе махсус предприятие бар. Яндыралар, иретәләр, ботар­лай­ҙар, яңы әйбер сығаралар, ҡыҫҡаһы, утрауҙың сүп проблемаһын хәл итеүгә бар көстәрен һалалар....

Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...
Махсус бит / Проблема // 28-03-2014, 14:24


Юлдарҙа ғүмерҙәр өҙөлә...Баймаҡ районы етәкселеге һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтте
Халҡыбыҙ араһында “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән һүҙҙәр йәшәп килә. Әйтемде элегерәк ҡайҙалыр барып ҡайтыр өсөн мең ыҙа кисергән олатай-өләсәйҙәр әйткәндер. Бөгөн иһә был тәңгәлдә күпкә еңелерәк. Юлдар тигеҙ, транспорт саралары йөрөп тора. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа юлдарҙа барған ҡырылыштар һаны уйға һала. Кешеләрҙең иғтибарһыҙлығы арҡаһында күпме кеше тән йәрәхәте ала, ғүмерҙәр өҙөлә. 20 мартта “Белорет –Инйәр – Өфө” трассаһында микроавтобус менән йөк машинаһының бәрелешеүе һө­ҙөмтәһендә ете кешенең яҡты донъя менән хушлашыуы республика халҡын шаңҡытмай ҡалманы....

Анһат юл менән – 4 млн һум аҡса
Махсус бит / Проблема // 21-03-2014, 05:08


Стәрлетамаҡта алдаҡ юл менән 4 млн һум аҡса алырға маташҡан 42 йәшлек ир ҡулға алынған.
Тикшереү материалдары буйынса, ул ҡалалағы химия предприятиеһы етәксеһенә, заводты яҡшы яҡтан күрһәтмәгән видеоматериалдарға алмашҡа 4 млн һум аҡса һорап мөрәжәғәт иткән....

Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?
Махсус бит / Проблема // 21-03-2014, 05:05


Оҙон, һыуыҡ ҡыштан һуң яҙҙы ҡыуанып көтөп алабыҙ. Әммә йылы, яҡты яҙҙың да борсолоу тыу­ҙырған, хәүеф уятҡан ташҡыны бар бит әле. Быйылғы ташҡын нисек булыр? Уны ҡаршылауға әҙерлек нисек бара? Күптәрҙе борсой был һорау.
Валерий ХИСАМЕТДИНОВ, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса баш идаралығы начальнигы:
– Бөгөнгә ҡарата яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса бик күп эш башҡарылды. Норматив документтарға ярашлы, килеп тыуған ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн финанс һәм матди ресурс­ резервтары тупланды, урындарҙа ташҡынға ҡаршы комиссияларҙың эше ойошторолдо, халыҡҡа ваҡытлыса йәшәү пункттары булдырылды....

Йыһан аппараттарынан – 20 миллиард һум юғалтыу
Махсус бит / Проблема // 14-03-2014, 06:24


Йыһан аппараттарынан – 20 миллиард һум юғалтыуҺуңғы дүрт йылда Рәсәй 100 ракета осор­ған. Шуларҙың алтауһы “уңышһыҙ” йә ”һәләкәтле” тип табылған. Етмәһә, тап ошо алтау араһынан бишәүһе страховкаланмаған булған. 2010 йылдан алып дәүләт өсөн юғалтыу суммаһы 20 миллиард һумдан ашып китә.
Хәҙер йыһанға ебәрелгән транспортты страховкалау тураһында закон проекты әҙерләнә.
Һәләкәткә тарыған осоу аппараттарын һанап киткәндә лә, 2010 йылдың декабрендә бер юлы өс “ГЛОНАСС – М” юлдашы ҡолай, унан һуң ике ай үткәс, орбитаға хәрби тәғәйенләнешле геодезия аппаратын сығара алмайҙар. 2011 йылда бер-бер артлы тағы ла бер юлдаш, йөк карабы, Марсҡа юлланасаҡ планета-ара станция уңышһыҙлыҡҡа тарый, “Меридиан – 5” элемтә юлдашы юҡҡа сыға. 2012 йылда ла ике юлдашты осора алмай интегәләр, былтыр иһә өс “ГЛОНАСС” ҡуйылған ”Протон – М” ракетаһы старттан һуң 30 секунд үткәс тә шартлай....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM