НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Биш балалы әсә хаҡлымы, әллә?..

Биш балалы әсә хаҡлымы, әллә?..


Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Сөмбөл Туңғатарова дөрөҫлөктөң өҫкә сығырына ышана.

Биш балалы әсә хаҡлымы, әллә?..Биш балалы әсә хаҡлымы, әллә?..Ошо көндәрҙә интернет селтәре аша “Йәшлек” гәзитенә тәғәйенләнгән хат килде. Бәләгә тарыусы Сөмбөл Туңғатарова дүрт йыл элек Хөкүмәт тарафынан бирелгән 1 млн һум аҡсаға йорт төҙөтә башлау­ҙары, бер нисә айҙан подрядсыларҙың эште урын-еренә еткермәй, ташлап ҡуйыуы хаҡында бәйән итә. Ул ғына түгел, йәш ҡатын яңғыҙы биш бала тәрбиәләүен һәм, айына 6 мең һум аҡса түләп, кеше фатирында йәшәүҙәрен дә һыҙыҡ өҫтөнә ала. Хатты тыныс ҡына уҡыу мөмкин түгел. Хәлдең айышына төшөнөү маҡсатында Баймаҡ районына юлға сығырға тура килде.

Сөмбөл Туңғатарованың һөйләгәндәре

– Хөкүмәттән миллион һынлы миллион һум аҡса алып та, кеше фатирында йәшәргә мәжбүрбеҙ, – тип күҙ йәшен һөртә Сөмбөл Булат ҡыҙы. – Ярҙам итеүҙәрен һорап, полиция, прокуратура, хакимиәт вәкилдәренә мөрәжәғәт итеп ҡараным, файҙа юҡ. Етмәһә, былтыр бер юрист, эште тикшереү ниәте менән, 43 мең һум аҡсаны алды ла юғалды. Иремдән 9 мең һум аҡса алған. Офисына – Сибайҙа подвалда урынлашҡан хоҡуҡ һаҡлау үҙәге тип аталған урынға барһаҡ, өмөт бағлаған кешебеҙҙән елдәр иҫкән.
Таныш-тоноштан хөкүмәт программаһы аша торлаҡ төҙөлөшө өсөн ярҙам барлығын белгәс, беҙ ҙә, кәрәкле документтарҙы йыйып, район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса бүлегенә тапшырҙыҡ. Ә сертификатты ҡулға алыу өсөн өй 30 процентҡа төҙөлгән булырға тейеш ине. Ул ваҡытта Баймаҡ райо­нының Күгиҙел ауылында йәшәй инек. Ирем Рөстәм менән кәңәшләшеп, бер ҡарарға килдек тә, күрше Билал ауылында ике ҡатлы өй һалдырырға булдыҡ. Кемдәрҙән төҙөтөргә? Таныш­тарҙан ишетеп, Те­мәстәге “Урман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә мөрәжәғәт иттек. Күп тә үтмәй, йәмғиәт директоры Азамат Мыр­ҙабулатов менән килешеү төҙөлдө. 2010 йылдың май айында булды был хәл. Төҙөүсе­ләргә, йорттан тыш, ихатаны кәртәләү һәм скважина ҡаҙыу бурысы ла ҡуйылды.
Эштең билдәле бер өлөшө башҡарылғас, ошо уҡ йылдың октябрь айында 1 126 440 һумлыҡ сертификат алдыҡ. Төҙөлөш эштәре башланды. Тыштан һиҙҙермәһәк тә, эстән күңел һөйөнә. Иптәшем дә ваҡыты булған һайын барып-күреп йөрөнө. Яр­ты йылда ете-һигеҙ тап­ҡыр килделәрме-юҡмы – эш туҡтаны ла ҡуйҙы. Мырҙабулатовҡа, төҙөүселәргә шылтыратабыҙ. Яуап бер – аҡса бөттө. Аптырап ҡалдыҡ. Эштең яртыһы ла башҡарылмаған килеш, өйҙөң һөлдәһе генә ултырып ҡалһынсы әле?

Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр

Биш балалы әсә хаҡлымы, әллә?..Биш балалы әсә хаҡлымы, әллә?..Сөмбөл Туңғатарова менән Баймаҡтан етмеш саҡрымдай алыҫлыҡта урынлашҡан Билал ауылындағы йортҡа юлланабыҙ. Һүҙ юҡ, өй төҙөлөп бөтә ҡалһа, ауылда мөһабәтлеге менән айырылыр ине, моғайын. Әле иһә кәртәләнмәгән биләмәне ҡый үләндәре, сүп-сар баҫҡан. Тәү ҡарашҡа уҡ йылҡы малының ошонда йыйылыуын тоҫмалларға мөмкин.
– Күрәһегеҙме, йорттоң тышынан көпләнгән материал да сифатһыҙ – һыуыҡҡа ярылып, елгә һынып бара, – тип күрһәтә Сөмбөл (1-се һүрәт). Артабан өйҙөң эсенә инеп, эш сифатын энә күҙәүенән үткәрәбеҙ. Күҙгә салынырлыҡ етешһеҙлектәр­ҙе һанағанда ғына, икенсе ҡаттың бурсанан эшләнгән стенаһының бер яҡҡа ығыуын абайларға мөмкин (2-се һүрәт). Эште сифатһыҙ башҡарыуҙың тағы бер һөҙөмтәһе – мөйөштәрҙән һыу үтеп, бүрәнәләр, шул иҫәптән өрлөктәрҙең осо серей башлаған (3 – 4-се һүрәттәр). Бүрәнә һәм бурса араһындағы мүк төйөлмәй, исем өсөн генә һалын­ған. Йорттоң нигеҙен дә әлегә нигеҙ тип атап булмай.
Бәләгә тарыусы әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ошо тирәләге ауылдарҙа ғына улар кеүек “тишек кәмә”гә ултырып ҡалыусы байтаҡ икән.
– Күптәр, төҙөлөш ойошмаһы йә бригадаһы булдырып, еңел аҡса һуғыуҙы күҙ уңында тота. Уларҙы заказсының да, эшсенең дә мәнфәғәте ҡыҙыҡһындырмай. Йортто төҙөгән саҡта “Урман” йәмғиәте эшселәре йыш алмашынып торҙо. Аҙ ғына эш хаҡына риза булып хеҙмәт иткән, шуның һөҙөмтәһендә күпселеге урамдан йыйып алынған төҙөүселәрҙән сифатлы эш өмөт итергәме? – ти ул, әсенеп.
– Башҡарылған эштең хаҡын билдәләү маҡсатында экспертизаға бирмәнегеҙме? – тип ҡыҙыҡһынам Сөмбөлдән.
– Экспертиза эшләтеүгә 30 мең һум аҡса һорайҙар. Беҙҙең ғаилә өсөн был ҙур аҡса. Йыл ярым элек ирем менән айырылыштыҡ. Балаларым бәләкәй: Русланаға – 11, Динараға – 10, игеҙәктәр Рина менән Рәмилгә – 6-шар, Райманға ни бары 2 йәш. Быйыл игеҙәктәрем уҡырға бара. Үҙем магазинда эшләйем. Дүрт баланы нисек уҡытырмын, тип тә борсолам. Шулай ҙа мотлаҡ экспертиза эшләтәсәкмен. Ә яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, төҙөлөшкә 400 мең һумдан да ашыу аҡса китмәгән.
– Йорт төҙөлөшөнөң сметаһын ҡарап сығырға ине?
– Смета йәмғиәт директоры Азамат Салауат улында. Беҙҙең килешеү буйынса барлыҡ төҙөлөш эштәре сертификат аҡ­саһы – миллион һумға башҡарылырға тейеш ине. Һөйләшкән саҡта Мырҙа­булатов, был сумма артығы менән етә, яңыраҡ бер ғаиләгә ике йөҙ мең һумын ки­ре ҡайтарып бир­ҙек, тигәйне. Хә­ҙер иһә ул сертификат алғанға тиклем йорттоң төҙөләсәк 30 процентын “әсәлек капиталы”на бәйле ки­лешеүгә ҡайтарып ҡалдыра. Әгәр ҙә йорттоң әлеге тө­ҙөлөш сифаты беҙҙе ҡәнәғәтләндерһә, уныһын да йәлләмәҫ, тиҙерәк тамамлау йәһәтенән күсерер инем. Тик, үҙегеҙ күрәһегеҙ, беренсе ҡат иҫке генә буранан ултыртылған, баҙ ҡаҙылмаған, тәүге ҡаттың таяуҙары ла ҡурҡыныс хәлдә. 2012 йылда хәлгә асыҡлыҡ индереү ниәтендә район прокуратураһына мөрәжәғәт иттем. Яуапта иһә “Урман” йәмғиәтенең килешеү шарттарын боҙмауы хаҡында әйтелгән.
– Килешеүҙәрҙең барыһы ла Рөстәм Туңғатаров исеменә төҙөлгән. Ә тикшереү эшен һеҙ алып бараһығыҙ, – тигән һорау бирәм, ҡатындың тормош иптәше менән йыл ярым элек законлы рәүештә айырылышҡанын күҙ уңында тотоп.
– Эйе, барлыҡ документтар Рөстәмгә яҙылған. Йорт та уның исеменә теркәлгән. Шулай ҙа, программаға ярашлы, сертификат суммаһында барыбыҙҙың, шул иҫәптән минең һәм балаларымдың үҙ өлөшө бар.

Азамат Мырҙабулатовтың яуабы

– Төҙөлөш эштәре килешеүҙән ситкә тайпылманы. Быларҙы иҫбатлаған барлыҡ документтарҙы – килешеү, смета, расписка, накладнойҙарҙы һеҙгә күрһәтә алам, – тип һүҙ башланы “Урман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Азамат Мырҙабулатов. – Эш былай булды: 2010 йылдың апрель айында йорт төҙөп биреү үтенесе менән Туңғатаровтар ғаиләһе мөрәжәғәт итте. Улар миңә торлаҡ төҙөлөшө өсөн булдырылған республика программаһында ҡатнашыуы хаҡында әйтте һәм сертификатты алыусылар исемлегенә эләгер өсөн төҙөлөштөң 30 проценты мотлаҡ булыр­ға тейешлеген белдерҙе. 5 майҙа “Урман” йәмғиәте һәм Туңға­таровтар ара­һында смета ни­геҙендә килешеү төҙөлдө. Уның шарттары буйынса йәш ғаиләгә үрҙә әйтелгән өлөштө – “әсәлек капиталы”, ә ҡалған 70 процентын сертификат ме­нән ҡапларға кә­рәклеге күрһәтелде.
Тәүге өлөштө май айында башлап, октябрь айына тамамлап та ҡуйҙыҡ. Шунан һуң инде махсус комиссия килеп, башҡарылған эште ҡарап, Туңғатаровтарға сертификат бирергә, тигән ҡарар сығарҙы. Артабан хеҙмәт килешеүе нигеҙендә 200 кв. метр ҙурлығындағы ике ҡатлы өйҙө хөкүмәттән бирелгән аҡсаға төҙөүҙе дауам иттек. Программа ҡарарына ярашлы, төҙөлөш эштәре республика һәм район етәкселеге тарафынан контролгә алынды. Финанс ярҙамы ике өлөшкә бүлеп күсерелде. Һәр береһенә айырым смета төҙөлөп, беренсеһен тамамлағас, комиссия ағзалары эште тикшереп, ҡабул итте һәм сумманың ҡалған өлөшөн файҙаланыу хо­ҡуғын бирҙе.
Үҙең документтар менән танышып сыҡ. Бына быныһы – килешеү, смета, ҡабул итеү буйынса ҡағыҙҙар.
Иғтибар менән ҡарап сығам. Күсермәләрен алам. Бөтә ҡағыҙ­ҙар­ҙа ла тиерлек ике яҡтың ҡултам­ғалары ҡуйылған. Кемдер документтарҙы ҡулына алып ҡараһа, подрядсы менән заказсы араһында аңлашылмаусанлыҡ тыуғанын һиҙмәҫ тә кеүек...
– Мин әле ҡайһы бер етешһеҙлектәргә күҙ йомоп, уларҙың ыңғайына барҙым, – тип һүҙен дауам итә Мырҙабулатов. – Беренсенән, эштең 30 процентын тамамлағас, “әсәлек капиталы” һуңғараҡ күсеү сәбәпле, 474 мең һумды үҙ елкәмә алып, ҡалған өлөшкә тотондом. Икенсенән, йорттоң тәүге ҡаты өсөн 90 мең һумға күрше ауылдан бура һатып алдым. Уны күтәргән саҡта Рөстәм Туңғатаров дуҫы менән ике көн эшләгәне өсөн 10 мең һум аҡса түләнем. Ул ғына түгел, йәш ғаилә йыш ҡына төрлө сәбәптәр менән аҡса алып торҙо. Ҡултамғалары ҡуйылған распискалары миндә әле лә һаҡлана.
– Йорт төҙөлөшө сифатына ҡағылышлы ни әйтерһегеҙ? – тигән һорау бирәм етәксегә.
– Өс йылдан ашыу буш торған, тәрбиә күрмәгән өйҙөң сифаты ла киткәндер инде, – ти был хаҡта Азамат Салауат улы. – Ағастың үҙенсәлеген беләһең дә инде, ваҡыт үткән һайын кибә, ныҡлығын юғалта. Йорттоң стеналары гипсокартон менән көпләнергә тейеш ине, әммә, тәғәйенләнгән аҡса бөтөү сәбәпле, биҙәү эштәренә барып етмәнек.
Шулай итеп, килешеүҙә ҡул ҡуйғанса, беҙҙең йәмғиәткә Туңғатаровтарҙың 600 мең һумдан ашыу бурысы тора. Атап әйткәндә, “әсәлек капиталы” менән ҡап­ланыр­ға тейешле 30 процент төҙөлөштөң – 474, миллион һумдан ҡалған 100 мең һумдан ашыу суммаһы һәм үтескә тип алған 150 мең һумға яҡын бирәсәктәре бар. Әгәр ҙә улар ошо сумманы ҡайтара икән, хеҙмәт килешеүе нигеҙендә ҡалған эштәр­ҙе тамамлап ҡуясаҡбыҙ.

Йомғаҡлау урынына

Ике яҡтың ҡапма-ҡаршы тиерлек фекерҙәре күп һорау тыуҙыра.
Был осраҡта эштең башҡарылышы һәм сифаты менән риза булмаған Туңғатаровтарҙы ла, шулай уҡ “Урман” йәмғиәте етәксеһен дә яҡлауы ла, аҡлауы ла ҡыйын. Шулай ҙа бәләгә тарыусыларға башҡарыл­ған эштең хаҡын билдәләү маҡсатында йорт төҙөлөшөн экспертизаға биреү мотлаҡ булып тора. Ә сетерекле хәлдең төбөнә төшөү, хәлде тулыһынса асыҡлау бурысын суд ҡына башҡарып сыға ала.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.

Сығыу ваҡыты 8-08-2014, 16:02 | Ҡаранылар: 1136
|
  • Стәрлетамаҡ халҡы туңырмы икән?
  • 2014 йылда “әсәлек капиталы” күпме буласаҡ?
  • 10,5 миллиард һум – мутлыҡ
  • “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?
  • Аҡсамы, әллә сертификатмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM