НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юл: аяҡҡа – көс, башҡа – бәлә, тәгәрмәскә – зыян

Юл: аяҡҡа – көс, башҡа – бәлә, тәгәрмәскә – зыян


Рәсәйҙең М – 53 – Байкал федераль трассаһы илдең рекордтар китабына индерелгән. Уның аша 203 саҡрымлыҡ юлда 1300 тонна ауырлығындағы гидрокрекинг реакторын күсергәндәр. Бығаса ошондай массалы объекттар автомобиль юлында йөрөтөлмәгән. Реактор 384 тәгәрмәстән торған платформала күсерелгән, шуға ла юл емерелмәгән.

Һуңғы ун йылда Рәсәйҙә автомобилдәр һаны 36 миллион берәмеккә еткән.

Илдәге һәр бишенсе автоһәләкәттең сәбәбе – насар юл.


Юл: аяҡҡа – көс, башҡа – бәлә, тәгәрмәскә – зыян Бөгөнгө «тығын»лы заманда күпер­ҙәр менән тоташтырылған ҡатлы юлдар (развязка) проблеманы хәл итә ала. Беҙ әлегә «бер күпер ҙә бер юл»ға ғына өйрәнгәнбеҙ. Өфөнөң башҡа урамдарынан Салауат Юлаев проспекты аша һалын­ған күперҙәрҙе күҙ алдына килтерегеҙ: киң проспект һәм уның өҫтөнән күпер. Ә бына шул күпер бер нисә булһа һәм юлдар сатлы-сатлы итеп һалынһа, моғайын, водителдәр ҡапылғара билдә-ҡағиҙәләрҙе иҫтә ҡалдыра алмай йонсор ине. Американың Лос-Анджелес, Бри­танияның Бирмингем, Ҡытайҙағы Шан­хай ҡалаларындағы кеүек ҡатмарлы юл «төйөн»дәрен аңлап бөтөрлөк түгел. Бирмингемдағы саталы юл, мәҫәлән, алты кимәлдәге 18 юлдан, дүрт саҡрым оҙонлоғондағы тоташтырыусы юлдарҙан ғибәрәт. Шул юлдарҙы 559 тимер-бетон колонна тота. Шанхай «төйөнө» биш ҡатлы, йәғни өҫтө-өҫтөнә һалынған биш күпер аша артыҡ ығы-зығыһыҙ ғына сәғәтенә меңләп автомобиль үтә.


Бынан күп йылдар элек, ХХ быуаттың 90-сы йылдарына тиклем үк әле, беҙҙең ауыл яҡтарында Кавказ тарафынан килеп, асфальт юл һалдылар. Тәүге йылы арыу ғына шыма юлда йөрөп рәхәтләндек. «Ғүмерҙәре» оҙон булманы шул – колхоздың бер-ике ҡеүәтле тракторының «аяғы» аҫтында тиҙ иҙелде. Һәр хәлдә, ололар шуларҙан күрҙе. Әрмәнме, әзербайжанмы – юл һалыу­сыларҙы ла байтаҡ әрләнеләр ҙә, артынса тағы асфальт йәйелгәс, тыныс­ландылар. Ауыл ерендә ни, борондан талымһыҙҙар йәшәй инде ул. Зарланмайҙар-нитмәйҙәр, егеүле ат менән баҫыу уртаһынан йөрөүселәре лә була, машина менән һуҡмаҡтан елеүселәр ҙә. Бөгөн генә юлды әрләүселәр артты. Һәр береһе машинаға ултырып алғас ни.
Беҙҙә, йәғни Рәсәйҙә, юлдарҙың торошона ҡарата ризаһыҙлыҡ белдермәһәң, нисектер етди кеше түгелһең һымаҡ. Илдә ике бәлә бар – насар юлдар һәм иҫәрҙәр, тигән «ҡанатлы» һүҙ ҙә классика хәҙер. Тәүгеһендә дөрөҫлөк барҙыр. Йыл әйләнәһенә ремонт бара бит юлдарҙа.
халыҡтан бер-ике йыл элек үткәрелгән юл торошо тураһында һорашыуҙар һөҙөмтәһе бигерәк ҡыҙыҡ. Илдең төрлө төбәктәрендә акцияла ҡатнашыусы автомобиль руле артындағы 16 меңләп кешенең 3 – 4 проценты ғына юл сифатынан ҡәнәғәт булыуын белдергән. Юлдың насарлығы сәбәбе ришүәтселектә икән. Төҙөлөшкә йә ремонтҡа тигән аҡсаны түрәләр урламай ғына «тейешле ергә» тотонһа, беҙҙең юлдар «таҡырланасаҡ». Шулай яуаплаған халыҡ.
Юҡ, насар юлдар беҙҙең илдә генә түгел ул. Хатта ғүмер өсөн үтә хәүефлеләре етерлек. Аңлағанһығыҙҙыр, бөгөн һүҙ юл тураһында. Рәсәй юлдарын әрләү түгел маҡсат, ә, ғөмүмән, «А» пункты менән «Б» пункттарын тоташтырыусы «һыҙыҡ»тар хаҡында. Ниндәй генә булмаһын ул юлдар, сит планетанан килеп төҙөмәгәндәр, ә Ер кешеһе һалған, файҙаланыусылары ла беҙ бит. Һаҡ йөрөйөк!

Ә ниңә?..

Рәсәйҙең ер йөҙөндә үҙенсәлекле ил булыуы хаҡында бәхәстәр күп. Беҙ иң ҙуры, беҙ иң һыуығы, беҙ… Төрлө исемлектәрҙә төрлө кимәлдә урынлашҡанбыҙ. Дөрөҫлөк тә бар уларҙа, уйҙырмалар ҙа. Бына, мәҫәлән, географик яҡтан бик уңайһыҙ ерҙә йәйелеп «ятабыҙ» икән. Климат үҙенсәлеген әйтә тикшереүселәр. Ҡышҡы, йәйге көн торошо, көндөҙгө, төнгө температураның «һикереүе» һ.б. Әлеге көндәр генә лә ни тора – йәй уртаһында йәшәйбеҙ кеүек, ә ҡояш йылытырға уйламай ҙа. Ҡайһылыр төбәктәрҙә ҡар ҙа яуҙы. Шул-шул.
Эксперттар, ошондай климат юл төҙөлөшөнә аяҡ сала, тип белдерә. Был, тәү ҡарамаҡҡа, бөтөнләй ышанмаҫлыҡ сәбәп кеүек. Аҡланыу өсөн сираттағы уйҙырма. Шулай ҙа тикшереүселәр һүҙенә ҡолаҡ һала башлаһаң, фекерҙәр дөрөҫ тә һымаҡ.
Баҡһаң, барыһына ла тупраҡ ғәйепле, имеш. Ул беҙҙә балсыҡлы, ә балсыҡ һәм уның ҡатнашмалары ер аҫты һыуҙарын, дымды йыя ла, улар юл ҡатламдары аҫтына күтәрелә, тәүге ҡырауҙар башланыу менән үк туңа. Боҙ асфальтты яра. Яҙын иһә иреп аҡҡас, аҫта бушлыҡ ҡала ла, ауыр автомобилдәр тәгәрмәсе юлды «туйғансы» иҙгеләй. Бына нимәлә икән сәбәп! Шул насар юлдар арҡаһында илдә йылына 35 меңләп кеше һәләк була, иҡтисади юғалтыуҙар эске тулайым продукттың (ВВП) өс процентына тиңләшә. Тап шул юлдар арҡаһында, үҫешкән илдәр менән сағыштырғанда, йөк ташыусы автомобилдең тиҙлеге ике тапҡыр түбән, яғыулыҡты сарыф итеү 1,5 тапҡырға артыҡ, автомобилдәрҙе ҡулланыу ваҡыты өс тапҡыр­ға ҡыҫҡа, йөк ташыу хаҡы ике тапҡырға ҡиммәткә төшә.
Бөгөн инвесторҙар хаҡында күп һөйләйбеҙ. Бына шул: Рәсәй юлдарының 2 – 3 проценты ғына шәхси инвесторҙы ҡыҙыҡтыра ала, ә ҡалған 97 – 98 проценты дәүләт ҡарауы аҫтында ҡала.

Фекер

Дмитрий Небратенко, эксперт, химия фәндәре кандитаты:
– Яҡшы юл һалыу өсөн Рәсәйҙә бөтә мөмкинлектәр бар – ҡырсын да үҙебеҙҙеке, махсус геоячейкалар (георәшәткәләр) ҙа етештерелә. Тик эшләүселәр генә сифат тураһында уйламай кеүек. Дәүләткә аҡсаны юлды ремонтлауға бүлергә түгел, ә яңыһын һалыу яйын ҡарарға кәрәк. Ул сағында бер түгел, ике юл була. Яйыраҡ эшлектән сығасаҡ, автомобилдәр ҙә төҙөк йөрөйәсәк, «соҡорло ремонт»ҡа ла аҡса әрәм ителмәйәсәк.


Донъяның иң ҡурҡыныс юлдары

Боливияла Үлем юлы бар. Юнгас провинцияһы биләмәһендәге был иҫке юл донъяла иң хәүефлеһе һанала. Анд тауҙарындағы 70 саҡрым ер ул. Батҡаҡ, тарлыҡ, киҫкен боролоштар, упҡын – былар барыһы ла ошо юлға тура килә. Урыны-урыны менән ике автомобиль саҡ һыйышҡан трассаны упҡындан бер нәмә айырмай, йәғни кәртәләр юҡ. Ситтән ҡарап тороуға матур панорама булһа ла, уның аша үткәндә гүзәл тәбиғәт тураһында бер кем дә уйламай. Нисек тә имен ҡалырға, тигән уй баштарында. Авариялар һанының осона сығырлыҡ түгел, йылына 200-ләгән кешенең ғүмере тап ошонда өҙөлә. Упҡын төбөндә, һәләкәттәрҙе иҫбатлап, автомобилдәр ҡалдыҡтары тулып ята.
Ҡайһы бер сығанаҡтарға ышанһаң, Бангладешта ла ошондайыраҡ юл бар икән. Бер нәмә аңлашылмай: шул хәтлем хәүефле булғас, ниңә был юлдан йөрөйҙәр? Урамда XXI быуат түгелме ни?
Рәсәй юлдарын үҙ елкәбеҙҙә татып беләбеҙ. Шулай ҙа, мәҫәлән, иң бысраҡ Лена федераль трассаһында йөрөгән юҡ. 1235 километрға һуҙылған М – 56 юлы Якутскиға алып бара. Башҡаһы юҡ. Ошонан йыш ҡына 100 саҡрымға еткән автомобиль колоннаһы батҡаҡ буйлап «шыуышырға» мәжбүр. Ямғырлы көндәрҙә бында бөтөнләй катастрофик хәл. Бер-ике «фура» үтһә, бөттө, тигән һүҙ. Мажаралы әкиәттәге сихырсы Малифисента һаҙлығы «ял итә». Күҙ алдыма килтерҙем дә, үҙем йыш үткән Өфө – Ырымбур трассаһындағы хәл-торошҡа, шөкөр, тип ҡуйҙым, машиналарҙың «табандары» йәл булһа ла.
Баштан уҡ, Рәсәй юлдарын әрләмәҫкә, тигәс, бер-икәүһен генә миҫалға килтерәм дә, ары китәм. Рәсәй – Грузия тау юлы – ике яҡ өсөн дә әһәмиәтле стратегик трасса. Ҡарға ла сумаһың, батҡаҡҡа ла, тигәндәй. Ҡышын йөрөүе уғата маҙа. Тик әлеге лә баяғы ике илде тоташтырыусы мөһим юл булғас, түҙергә тура килә.
Ә бына Нарьян-Мар менән Ухта араһындағы юлды хәүефлеләр исемлегенә индереүселәр башҡаса был яҡтарға ғүмерҙә лә аяҡ баҫмаясаҡ. Ҡара көҙҙә һәм ҡышын ғына был тирә бер аҙ «әҙәм рәүешле» була. Еңел машина өсөн ысын мәғәнәһендә тамуҡ юлы, имеш.
Таулы илдәрҙә, ғөмүмән, хәүефле юлдар күп. Мәҫәлән, Италия Альптарында диңгеҙ кимәленән 1,7 километр бейеклегендә 48 «текә» боролошло Стельвио Пасс (пасс, беҙҙеңсәгә әйләндерһәң, барыу, хәрәкәт итеү, юлланыу тигәнде аңлата) юлы бар. Буш тормай ул. Шундайыраҡ трасса Һиндос­танда, Гималай битләүҙәренән һуҙылған. Лех Манали шоссеһын даими рәүештә ҡар ҙа баҫа, ишелмәләр ҙә йыш төшә. Һинд армияһы ҡарамағындағы был юл бик кәрәклелер, күрәһең. Латин Америкаһында, Аргентина менән Чили араһында Анд тауҙары аша үткән Лос-Пасс Караколес юлы ла тотош, беҙҙәге кеүек, «ҡәйнә теле»нән тора. «Телдәр» күп тапҡырға ослораҡ та әле.

Туристарҙы экстрим-юлдар менән йәлеп итәләр

Ҡытайҙа туристар өсөн махсус юл бар. Һы, булыр инде, нимәһе аптырамалы һуң, тиер­һегеҙ. Был автомобиль трассаһы түгел, ә йәйәүлеләр өсөн махсус һуҡмаҡ. Әтнәкәһе шунда: Хуашан тауындағы юл аҫылмалы ағас баҫҡыстан ғибәрәт. Ә аҫта – саҡрым ярымлыҡ упҡын. Йөҙҙәрсә кеше үтә бит әле шунан, ҡорбандар ҙа шул сама була.
Норвегия ла сәйәхәтселәргә иғтибарҙы йәлеп итерлек юлдар тәҡдим итә ала. Шуларҙың берәүһе – Тролль баҫҡысы. Тауҙарға бер артылған, бер төшкән «ҡәйнә телдәре»нән ғибәрәт ул да. Ҡарап тороуға алыҫтан хаосты хәтерләтһә лә, былай таҡыр, шыма ғына икән үҙе. Юғарыға менеп етһәң, иҫ киткес гүзәл күренештең шаһиты булаһың, тип ылыҡтыралар туристарҙы. Әлбиттә, йыш булған таш ямғырынан «ҡоро» сыҡһаң…
Намибиялағы Ван Зилс Пасс юлы – махсус һалынған тау маршруты. Экстрим яратыусылар өсөн. Адреналин кәрәгеп китһә, рәхим итегеҙ, 10 – 15 саҡрымлыҡ ҡая-тау, соҡор-саҡыр, киҫкен боролоштар. Уның ҡарауы, юл планеталағы иң матур урындарҙың береһе – боронғо Мариенфласс үҙәненә алып килә.

Тимер юлы – сыныҡтырыусы юл

Пассажирҙарҙы ҡалтыратырлыҡ итеп кем тимер юлы һалалыр? Донъяның бик күп илендә бар икән шундайҙар. Бер тында һанап киткәндә генә лә, Японияла әүҙем янартауҙар аша һалынған юлдан поездар йөрөп тора, ти, Колорадола Иблис күпере тип аталған ерҙә 30 метр бейеклектән уҙа, ти, юл. Һиндостанда Рамесварам утрауына барыусы тимер юлы иҫ киткес ҡурҡыныс ҡойондарҙың даими үҙәге аша үтә, имеш. Австралия джунглиҙары аша йөрөгән поезға йыш ҡына шундағы шарлауыҡтарҙың һыуы бәрелә икән.
Аргентинала 27 йыл буйына төҙөлгән тимер юлы 29 күпер, 21 тоннель, 13 виадук (тәрән соҡор, упҡындарҙы тоташтырыусы күпер) аша уҙа, спираль рәүешендә бик күп боролоштар яһай. Трин а ля Ньюбис юлының бер өлөшөндә поезды тотош тиерлек болот ҡаплай, тағы күпмелер ваҡыттан 4220 метр бейеклектә бара. Ошонда тыныс күңел менән барып буламы?!

Яҡшы юл – ҡиммәтле юлмы?

Әлбиттә, яҡшы юл – дәүләттең йөҙө. Бөгөн, диңгеҙ юлы ла, һауа юлы ла киң үҫешкән мәлдә, барыбер автомобиль трассалары популяр ҡала килә. Һәр ил граждандарының машинаһы оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн тырыша. Аңлатыбыраҡ әйткәндә, юл ни тиклем яҡшы һәм хәүефһеҙ, машина ла шул тиклем оҙаҡҡа сыҙай. Шул саҡта ла әле Рәсәй юл һалыу иң ҡиммәткә төшкән ил булып тора. Түбәндә килтерелгән исемлек кисә-бөгөн генә төҙөлмәгән, шулай ҙа уйҙырма түгел.
Иң ҡиммәтле юл – бер саҡрымы 578 миллион доллар. Мәскәүҙәге дүртенсе транспорт ҡулсаһы төҙөлөшөнөң хаҡы шулай. Тотош юлдыҡы түгел, ә бер километрҙыҡы. Краснодар крайындағы Адлер – Красная поляна юлын Сочи Олимпиадаһы алдынан һалғандар. 48 саҡрымлыҡ заманса трасса ете миллиардтан ашыу долларға төшкән. Бер километры 140 миллион доллар тигән һүҙ был.
Унан арзанырағы – километры 20 – 55 миллион долларлығы – Санкт-Петербургтың ҡулса автоюлы. Ниңә был ике сумма араһы шулай ҙурҙыр, билдәһеҙ. Сочиҙа километры 26 миллион долларлыҡ юл да бар. Был суммаларҙы күргәс, баш мейеһе ирекһеҙҙән алтындың грамм хаҡын иҫәпләй башлай. Их, шул юлдарҙан выжлап бер үтәһе!
Иҫәпләргә-һанарға яратыусы белгестәр сит илдә лә булған. Мәҫәлән, Америкала ике йүнәлешле (двухполосная) юлдың бер саҡрымын түшәүгә 270 мең доллар тотоналар, киңерәктәренеке бер миллиондан 100 миллион долларғаса етеүе мөмкин. Ә Германияла донъяға билдәле һигеҙ һыҙатлы юл хаҡы километрына – 12 миллион евро самаһы. Ғәҙәти юлдар иһә 2,8 миллион евронан артмай. Ҡытайҙа бер саҡрым юл һалыу 12 миллион долларға төшә.

Сығыу ваҡыты 25-07-2014, 09:38 | Ҡаранылар: 486
|
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ҡарҙар ирей, яҙ етә лә ул...
  • Һуғышһыҙ ҡорбандар
  • Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…
  • “Күп көс һәм тырышлыҡ һалалар”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM