НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Һуңғы осош


йәки Аҡбай менән Ҡарабай һуғышҡанда ниңә Мыяубай зыян күрә?

Һуңғы осошБер илдең фажиғәһен планета үҙенсә күҙәтә ине. Кем­дәргәлер был һуғыш барып етмәҫлек алыҫ дәүләттә барған сираттағы бәлә булараҡ ишетелде. Украиналағы ваҡиғалар­ҙы әйтәм. Киев тәфтиләүҙәре үҙ халҡына яуҙы дауам итә. Әлбиттә, баш командующийҙары күпкә ситтәрәк урынлашҡан. Ғәйепле һәм ғәйепһеҙҙәрҙе эҙләп табыу ҙа мөмкин булмаҫ әле был көндәр үткәс.
Амстердамдан Куала-Лумпурға йүнәлгән самолетҡа ултырыу­сыларҙың барыһы ла Украина тураһында хәбәрҙар инеме икән? Каникулға юлланыусы студенттар, эшҡыуарҙар, ғәҙәти хеҙмәткәрҙәр, йәмәғәт эшсәндәре – уларҙың һәр кемеһе үҙ йомошо менән барыр­ға сыҡҡайны, бәғзеләре өйҙәренә ҡайтырға тейеш ине. Барлығы 298 кешенең ғүмере Украина күгендә өҙөлдө. Шул минуттан бындағы һуғыш донъя­ның күп иленә барып ҡағылды. Самолетта Европа кешеләре лә, Азияныҡы ла, Австралия, Американыҡы ла бар ине. Күбеһе – Малайзия һәм Голландия граждандары. Бер ғәйепһеҙ ябай пассажир­ҙар самолеты юлы хәрби хәрәкәттәр барған Донецк өҫтөнән үтте шул…

Һәләкәт урыны һаман төтәй

Донецк өлкәһенең Шахтер райо­нының был биләмәһендә, йәғни Грабово, Рассыпное тораҡ пункттарында атыш-шартлауға өйрәнгән инде халыҡ. Шуға ла ҡаты ғына дөһөрләүҙе Украина авиацияһының сираттағы һөжүме тип уйлайҙар. Тик шартлауҙан һуң ҡара төтөн ҡалҡҡас ҡына бының ниндәйҙер ҙур нәмә булыуын аңғаралар. Мобиль телефонға төшөрөлгән кадрҙарҙа – самолет киҫәктәре янып төшөүе. Күреүселәр һүҙҙәренсә, металл ҡалдыҡтары ауыл өҫтөндә өйрөлөп-өйрөлөп төшкән. Самолеттың пассажирҙары тураһында күҙ йәштәре аша бик ҡыйынлыҡ менән һөйләй­ҙәр.
«Боинг – 777» гел ошо һауа маршруты буйынса йөрөгән. Киев Донбасс өҫтөндәге күкте япһа ла, 7900 метр бейеклектәге осоштар рөхсәт ителгән, ә был самолет юлы 10 саҡрымдан да бейегерәк булған. Тик ниңәлер тап шул ҡәһәрле 17 июлдә генә самолет 300 саҡрым самаһы төньяҡтаныраҡ һәм 600 метрға түбәнерәк осҡан. Донецк биләмәһе аша. Белгестәр раҫлауынса, был ысын мәғәнәһендә провокация. Самолет бортына украин диспетчерҙары түбәнәйергә ҡуш­ҡан, тигән вариантты ҡарай күптәр.
«Боинг – 777» самолеты, мәйет ҡалдыҡтары янында тикшереүселәр эшләй. Яҡын-тирәләге ауыл (Грабово), ҡасаба (Рассыпное) урамдарына, баҫыуҙарға – ун саҡрым майҙанға – һибелгән утлы торонбаштар. Бер нисә көн элек кенә был төҙөк самолет һәм иҫән-һау кешеләр ине. Хәҙер табылған мәйеттәр, махсус вагонға тейәлеп, тимер юлы аша оҙатыла.

Бурҙың бүрке янып китһә икән ул…

Теләһә ҡайһы фажиғә-һәләкәттең һуңынан ғәйеплеләрҙе эҙләү башлана. Ошонда ҡуйыра бәхәстәр, бер-береңә бысраҡ ташлауҙар, фараздар, имеш-мимештәр, бығаса булған авиаһәләкәттәрҙә ҡабаттан «соҡоноуҙар».
Ополчение ағзалары, самолетты «Су – 25» истребителе бәреп төшөр­ҙө, тип ныҡыша. «Ҡара йәшник»тәр табылып, Донецк Халыҡ Республикаһы вәкилдәре тарафынан Малайзия етәкселегенә тапшырылған. Киев яғынан, ополчениеның был ҡорамалдарҙы боҙоуы мөмкин, тигәне ишетелһә лә, Малайзияның хәүефһеҙлек советы ағзаһы Мөхәммәт Сакри белдереүенсә, «йәшник»тәр тейелмәгән, тик бер аҙ йәмшәйгән генә.
Бөгөн бәхәстәр бара: кем бәреп төшөрҙө һуң һауа пассажир транспортын? Ысынлап та бәреп төшөрөлөүенә береһе лә шикләнмәй.
Пентагондан, ракета ополчение биләмәһенән осоролған, тигәндәр, ә дәлилдәре юҡ. Президент Петр Порошенко һәләкәтте, теракт, тип нарыҡланы ла, бар ғәйепте Донецкиҙағы халыҡ ғәскәрҙәренә япһарҙы. Улар иһә Украина армияһын ғәйепләй.
Белгестәр «Су – 25»-тең бейектәге самолетҡа «буйы» етмәүен белдерә. Шулай уҡ, «БУК» комплексы ҡулланылған, тигән фараз да бар.
Рәсәй Президенты Владимир Путин да фажиғә буйынса үҙ фекерен еткереүҙе кәрәк тип тапты: «Беҙ бер-береһенә ҡаршы һуғышҡан яҡтарҙы ҡан ҡойошто туҡтатырға ла һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға бер нисә тапҡыр саҡырҙыҡ. Әгәр ҙә 28 июндә көнсығыш Украинала атыштар яңынан тергеҙелмәһә, был фажиғә лә булмаҫ ине, бәлки. Бер кем дә әлеге һәләкәтте үҙ сәйәси маҡсаттары өсөн файҙаланмаһын ине. Бындай фажиғә кешеләрҙе тарҡатырға түгел, берләштерергә тейеш.
Хәҙер халыҡ-ара эксперттарҙың һәләкәт урынында хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итергә кәрәк. Рәсәй ҙә Украиналағы бөгөнгө хәл һуғыш фазаһынан килешеүҙәр фазаһына күсһен өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәк».
Күрәһегеҙ, бер ниндәй ҙә ғәйепләү юҡ. Әммә беҙҙең яҡтан да ҡаты ғына фекерҙәр яңғырай. Ком­мунистар партияһы лидеры Геннадий Зюганов әйтеүенсә, авиаһәләкәт – АҠШ тарафынан ойошторолған провокация. Америка фажиғәлә Рәсәйҙе мөмкин тиклем киңерәк планда ғәйепле итмәксе. Уларға иң мөһиме – Украиналағы хәлде тағы ла ҡатмарлаштырыу, беҙҙе Европа баҙарынан ҡыҫырыҡлып сығарыу, рус һәм украин халыҡтарын дошманлаштырыу.
АҠШ етәксеһе Барак Обама ла фекерен тиҙ еткерҙе: «Самолетты Рәсәй ҡанаты аҫтында эш итеүсе сепаратистар Украина биләмәһенән «ер-һауа» ракетаһы менән бәреп төшөргән».
Вашингтондағы иң «егәрле» русофоб (Рәсәйҙе күрә алмаусы) сенатор Маккейн әфәнде иһә уны йөпләп ҡуйған: «Сепаратистар ундай ҡоралды рустарҙан ғына алған, барыһына ла Владимир Путин ғәйепле».
Сәйәсмәндәр, белгестәр һәм башҡалар тарафынан тарихи хәтерләүҙәр, шунса-шунса йылда шулай-шулай булғайны, шул шуны шартлат­ҡайны, шул шуға ракета осорғайны, тигән кеүек факт ҡатыш фараздар ағымы башланды. Ошо фажиғә буйынса ҡупҡан шау-шыу аҫтында Донбастың ябай халҡын ҡырыу дауам итә. «Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш…» тип йырлана беҙҙең «Тәфтиләү» йырында. Баҡһаң, тәфтиләүҙәр һәр заманда тыуа икән. Улар үҙ халҡыңдан булһа?..

Ә был ваҡытта...

Украина һуғышы әкренләп Рәсәй сигенә килеп етте. Ростов өлкәһенең ошо тирәләге халҡы йөрәген усына йомарлап тигәндәй көн итә. Кемдер сик буйына яҡын урынлаш­ҡан утарҙағы торлағын ташлап, тынысыраҡ урында – ҡырҙа, машинаһы эсендә – төн үткәрә, берәүҙәр йорт подвалында йәшәй, бәғзеләр­ҙең өйөн ташлап китергә төйөнсөктәре әҙер генә тора. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы самолеты инде үҙебеҙҙең ватандаштарҙы шартлауҙарҙан азат төбәктәргә илтә.
Ә Куала-Лумпурҙа самолет төшәсәк аэропорт тәғәйен ваҡытта буш ҡалды. Трап буйлап ейәндәренә «Диснейленд» каникулы бүләк иткән Австралияла йәшәүсе олатай ҙа, Яңы Зеландияға яратҡан командалары уйынына ашыҡҡан бер төркөм көйәрмән дә, тыуған яғына ғаилә байрамына ҡайтып барған ябай психолог та, донъяны СПИД-тан ҡотҡарырға тырышып, конференцияға юлланыусы биологтар ҙа, Малайзиялағы ғаиләһен күрер өсөн сменаһын алмаштырған бортпроводник та, ата-әсәһе март айында юғалған «Боинг»тың пассажирҙары булған Австралия граждандары ла, голланд сенаторы ла, билдәле ашнаҡсы ла, йәш һәм шат студенттар ҙа – береһе лә төшмәне...

Әйткәндәй

«Малайзия авиалиниялары» осаҡтарына нимә булды быйыл? Хәтерегеҙҙәлер, Куала-Лумпурҙан Пекинға 8 мартта йүнәлгән 370-се рейс лайнеры зым-зыя юҡ булғайны. Яҡынса фараздар буйынса, Һинд океанына ҡолаған. Ҡапыл ғына радарҙар самолетты күрһәтмәй ҙә ҡуя – кемдәрҙер бортта бәйләнеш системаһын һүндерә. 239 кеше була самолетта. Радарҙан юғалғас, күпмелер ваҡыттан 500 саҡрым самаһы ситтәрәк кире килеп сыға ла, йәнә юғала. Тәүҙә көнбайышҡа юллана, унан – төньяҡҡа. Бер күтәрелә, бер төшә. Спутник сигналдары уның һауала ете сәғәт самаһы осоп йөрөүен белдерә. Әле һаман тикшереп «төбөнә» барып етә алмайҙар. Ҡайҙа? Нисек? Ни өсөн?

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА

Сығыу ваҡыты 31-07-2014, 05:56 | Ҡаранылар: 587
|
  • Йылҡы йылын оҙатып
  • Баулы ҡурсаҡтар сәхнәне ташларға йыйынмай
  • Малайзия “Боинг”ы ҡайҙа ғәйеп булған?
  • Ғүмерҙәр өҙөлдө…
  • Юғалған самолет табылды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM