НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юғары белем кәрәкмәй башланы

Юғары белем кәрәкмәй башланы


Юғары белем кәрәкмәй башланыУниверситетта бюджет нигеҙендә уҡып, уҡытыусы һөнәрен үҙләштергәйнем. Аҡса етмәү сәбәпле, махсус курс тамамлап, таныш-тоноштарға массаж эшләй башланым. Медицина белемем булмағас, массаж эшләү өсөн тейешле сертификаттарҙы ала алмайым, шуға ла медицина колледжына уҡырға инергә ине. Түләп уҡый алмаясаҡмын, бер тапҡыр бюджет нигеҙендә белем алғандарҙы тағы ла шулай уҡ бушлай уҡытыр­ҙармы икән? Училищенан һуң университетта бюджет урынына инеп уҡыйҙар ҙа ул, ләкин был ҡағиҙә кире яҡҡа эшләмәй тиеүселәр ҙә бар.

Динә ҒӘҘЕЛШИНА.
Сибай ҡалаһы.

Бюджет нигеҙендә ике тапҡыр юғары белем алып булмай. Колледжда бушҡа уҡый алаһығыҙ, был бит һеҙҙең өсөн тәүге тапҡыр буласаҡ. Бында быға тиклем алынған юғары белемдең бер ҡыҫылышы ла юҡ, хатта унда ла түләүһеҙ уҡыған осраҡта ла. Юғары белемегеҙ тураһында өндәшеп тә тормаҫҡа мөмкин, сөнки дипломдың кәрәге юҡ. Хәҙер күпселек колледждар студенттарҙы имтиханһыҙ, аттестаттағы балл буйынса ғына йыя. Шуға ла әллә ҡайҙа онотолоп ятҡан аттестатты сығарырға тура киләсәк.
Университетта уҡылған фәндәр колледжда ла ҡабатланған хәлдә, улар буйынса ҡайтанан имтихан бирҙертеп тормауҙары ла ихтимал. Ләкин бындай мәсьәләләрҙе һәр уҡыу йорто етәкселеге үҙе хәл итә. Шулай уҡ ҡайһы бер урындар­ҙа йәш буйынса сикләүҙәр бар. Ундай хәл йыш осрамай. Әммә был мәғлүмәтте иҫтә тотоу ҡамасауламаҫ.

Дуҫтар, яңылыҡтарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙ менән www.ye02.ru сайтында йәки vk.com социаль селтәрендәге “Йәшлек” гәзите төркөмөндә (http://vk.com/blog.ye02) уртаҡлаша алаһығыҙ.

Сығыу ваҡыты 27-06-2014, 15:42 | Ҡаранылар: 700
|
  • Өләсәйҙеке шәберәк
  • Үҙ тиреңде түгеп тапҡан аҡса күпкә ҡәҙерлерәк
  • “Яҡшы табип булыу өсөн яҡшы уҡыу мөһим”
  • Һылыуҡайҙар, һеҙ ҡайҙа?
  • Пенсияға нисек әҙерләнәһегеҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM