НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тәмәкенең зыяндан башҡаһы юҡ

Тәмәкенең зыяндан башҡаһы юҡ


Тәмәкенең зыяндан башҡаһы юҡУйындан уймаҡ сыға, ти халыҡ мәҡәле. Күптәр тәмәкене йәшлеге менән ҡыҙыҡ күреп тарта башлай. Тәүҙә берәүҙе тартып ҡарай, шунан икенсене. Бына шулай уйындан ғына башланған ҡылыҡ ғәҙәткә әйләнеп китә һәм йыш ҡына насар эҙемтәләргә килтерә. Күптәр һуңынан ташларға тырышып-тырышып ҡарай – тик булдыра алмай. Үҙ ихтыяр көсө менән никотин ҡоллоғонан ҡотолоусылар һирәк. Берәр-икешәр айлап тәмәкене ташлап ҡарайҙар ҙа йәнә тарта башлайҙар. Бынан бер тиҫтә йыл элек кенә ҡулына тәмәке тотҡан ҡыҙҙарҙы урамда осратыуы ҡыйын ине. Булһа ла, унда-бында берәү генә һәм барыһы ла уларға сәйерһенеп ҡарай торғайны. Хәҙер иһә йәш кенә ҡыҙҙар ҙа, оло-оло апай, хатта инәйҙәр ҙә, тартынып та тормай, урамда рәхәтләнеп тәмәке көйрәтә. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, сөнки был ваҡытлы рәхәтлек кенә бит ул. һуңынан уның өсөн икеләтә-өсләтә интегергә тура килмәһә ярай ҙа…
Тәмәке тартыуҙың зыяны нимәлә? Бер төрлө генә сигарет тартҡанда уның орга­низм­ға кире йоғонтоһонан ҡотолоп буламы? Көслө тәмәке еңелерәктәренә ҡарағанда зыянлыраҡмы? Организмға зыяны ҙур булмаһын өсөн тәүлегенә нисә тәмәке тартырға мөмкин? Был һорауҙарҙың барыһына ла яуап бер – тәмәке һаулыҡ өсөн зыянлы. Һәр саҡ. Күпме генә тәмәке тартыуға ҡарамаҫтан, уның зыяны бик ҙур.
БМО мәғлүмәттәре буйынса, донъяла йыл һайын тәмәкенән 3 миллион кеше үлә. Был иһә тәмәке тартыуҙан һәр 13 секунд һайын бер кеше үлә тигән һүҙ. Италияла үткәрелгән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ВИЧ-инфекцияға ҡарағанда тәмәкенән үлеү осрағы 50 тапҡырға күберәк. Һуңғы ике тиҫтә йылда Рәсәйҙә тәмәке тартыу эҙемтәһенән 5,8 миллионға яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шуларҙың 4,6 миллионы – 35-тән 70 йәшкә тиклемгеләр. Бер йылда 332000 граждан һәләк була, уларҙың һәр береһе кәмендә үҙенең ғүмерен 19 йылға ҡыҫҡарта.
Тәмәке төтөнөндә зыянлы матдәләр күп. Янып торған тәмәкенең төтөнө – 4 меңдән ашыу химик матдәне берләштереүсе үҙе бер химия заводы. Улар араһында иң зыянлылары – ацетилин, нишатыр спирты, бензол, формальдегид, метанол һәм цианид. Тап ошо матдәләр дауалауға бирелмәүсе йәиһә оҙайлы дауалау курсы талап итеүсе ҡурҡыныс ауырыуҙарға юл аса. Тәмәкеселәрҙең 87 процентында күҙәтелгән иң ҡурҡыныс ауырыу – үпкә яман шеше. Был ауырыу, нигеҙҙә, дауалауға бирелмәй һәм йыш ҡына аҙағы насар тамамлана. Үпкә шешенән тыш, тәмәкеселәр лейкоз, ашҡаҙан, тамаҡ шеше кеүек башҡа ҡурҡыныс яман шеш ауырыуҙарына ла дусар була. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойош­маһы мәғлүмәттәре буйынса, үпкә яман шеше ауырыуының 90 – 95 проценты, рактың башҡа төрҙәренең 45 – 50 проценты, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренең 20 – 25 процентына тап тәмәке сәбәпсе. Тәмәкеселәрҙә үпкә шешенән үлеү хәүефе тәмәке тартмаған ир-егеттәргә ҡарағанда 22 тапҡырға арта. Тартыу ирендә, ауыҙ ҡыуышлығында, тамаҡта, йотҡолоҡта яман шеш барлыҡҡа килтерә.
Никотин тамырҙарҙың хәрәкәт итеү һәм баш мейеһенең тын алыу үҙәктәрен ҡуҙғытып, ҡан тамырҙарының ҡыҫылыуына килтерә һәм төйөрсәләр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ йөрәккә кислород килеүҙе кәметә, ҡандың ойошоуына булышлыҡ итә, был иһә үҙ сиратында тромбыларға нигеҙ һала. Никотин йоғонтоһонда йөрәк тибеше 15 – 20 процентҡа йышая. Шуға күрә даими тәмәке тартыу йөрәкте көсөргәнеп эшләргә мәжбүр итә, был иһә уны ваҡытынан алда эшлектән сығара.
Тәмәке төтөнө менән ҡанға ингән матдәләр витаминдарҙың, атап әйткәндә, С витаминының үҙләштерелеүен тотҡарлай. Һөҙөмтәлә ҡанда холестерин арта. Тәмәке төтөнөнөң башҡа компоненттары атеросклероздың үҫешенә булышлыҡ итә. Даими рәүештә тартыусы 45 – 49 йәшлек ир-егеттәр араһында йөрәк ишемияһы ауырыуынан үлеү осрағы тартмаусыларға ҡарағанда өс тапҡыр­ға күберәк. Тәмәке тартыусы ҡатындарҙа миокард инфаркты хәүефе лә өс тапҡырға ҙурыраҡ.
Тәмәке төтөнөндәге аммиак та әҙ зыян килтермәй. Тәмәкеселәрҙең күбеһе хроник бронхит менән ауырый. Тартыу шулай уҡ гастрит, ашҡаҙан сей яраһы һәм бөйән эсәге ауырыуҙарына булышлыҡ итә.
Тәмәке тартыу ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм ир-егеттәрҙең енси функцияһына ла кире йоғонто яһай. Буласаҡ әсәләр ауырлы саҡта тәмәке тартыуҙың балаға ни тиклем ҙур зыян килтереүен аңларға тейеш. Сабыйҙың ваҡытынан алда, етлекмәй тыуыуы, шулай уҡ аҡыл һәм физик үҫешендә тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал. Көйрәтеү кешенең тышҡы матурлығына ла насар йоғонто яһай, бите йәмһеҙләнә, тештәре һарғая һ.б.
Билдәле булыуынса, тартыу кешенең үҙе өсөн генә түгел, ә уның янындағылар өсөн дә зыянлы. Мәҫәлән, тәмәкеселәрҙең ҡатындары үпкә яман шеше менән 1,5 – 2 тапҡырға йышыраҡ ауырый, ә ата-әсәһе тәмәке тарт­ҡан балаларҙа бронхит һәм пневмония сирҙәре ике тапҡырға күберәк күҙәтелә.
Тәмәке тартыуҙан иҡтисади юғалтыуҙар ҙа күп. Мәҫәлән, Америкала тәмәкеселәр­ҙең ауырыуына, медицина хеҙмәтләндереүенә киткән сығымдар йылына яҡынса 100 млрд доллар тәшкил итә. Ә йылына тәмәкенән сыҡҡан 225 мең янғында уртаса 2,5 мең кешенең ғүмере өҙөлә, тағы ла 5 меңләбе етди йәрәхәттәр ала.

Ни өсөн тартаһың?

Кемдер ваҡыт үткәреү өсөн тәмәкегә үрелһә, берәүҙәр – кәйефен күтәреү өсөн, икенселәренең ғәҙәтенә ингән, өсөнсөләр тәмәкеһеҙ йәшәй алмай, дүртенселәр ябығыр өсөн тарта. Кем ни өсөн тәмәке тарта йәки тартмай? Яҡын арала тәмәкене ташларға йыйынамы? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

Айрат Т., шәхси эшҡыуар, Дыуан райо­ны Мәсәғүт ауылы:
– Тәмәкене 1-се класҡа уҡырға бармаҫ уҡ тартып ҡараным. Үҙемдән ике йәшкә оло малай менән мунсала көйрәттек. Ул мине нисек тын алырға өйрәтте. Булды ла онотолдо. Ә инде ныҡлап тартырға 4-се класта, ул саҡта яңы сыҡҡан “Лайка” сигаретын тартыу­ҙан өйрәндем. 8-се класҡа тиклем йәшенә-йәшенә унда-бында шулай тәмәке һурғылауҙы дауам иттем. 8-ҙән һуң инде училищеға уҡырға киттем. Унда, әсәйҙәр янда булмағас, иркенләп тарттым. Армияла өс егет тәмәкене ташлап ҡайтты, ә мин унда ла ташламаным. Бөтәһе 22 йыл тарттым.
Ә тәмәкене ташлауым бик сәйер булды. Аллаға ышана башланым. Бер шулай, эсеп, тартып, йонсоп арып барып яттым да: “Эй, Хоҙайым, миңә ошо эске менән тәмәкенән арынырға ярҙам ит инде”, – тип һорап, йоҡлап киткәнмен. Иртән уяныр-уянмаҫ ятҡанда битемә кемдер ҡағылған кеүек булды. Ғәҙәттә, иртән ашап та тормай, тәмәкегә йәбешә инем, был юлы нисектер тарт­ҡы килмәне. Ашап-эсеп эшкә киттем, юлда машинабыҙ ватылды, шунда егеттәр менән бергәләп тартып алдыҡ. Кискеһен миңә ҡыйын була башланы, табипҡа барһам, ҡан баҫымым күтәрелеп киткән. Укол эшләнеләр. Хәлем еңелләште, ҡайттым, тәмәке тартҡы килмәй. Иртәгәһенә лә тартҡы килеү теләге булманы. Шул көндән алып, йәғни 1999 йылдың 2 майынан, тартҡаным да, эскәнем дә юҡ. Хәҙер тәмәкенең еҫен дә күтәрә алмайым.

Дамир ХАФИЗОВ, водитель:
– 5 – 6-сы синыфта уҡығанда бер-ике тапҡыр шаярып ҡараным, әммә шуның менән бөттө. Тартмайым да, тартҡым да килмәй, башҡаларға ла кәңәш итмәйем. Йәш кенә ҡыҙҙарҙың, ҡатындарҙың тартыуы менән бөтөнләй риза түгелмен. Тәмәке тартыу гүзәл заттарҙы биҙәмәй. Улар бит балаларын тәрбиәләргә тейеш. Юғиһә ҡайһы саҡта урамдан үтеп бараһың, туй күлдәгендәге кәләштең ҡулында – тәмәке. Иҫең китер! Шундай матур үҙе, ап-аҡ күлдәктә һәм шул күлдәккә бер ус тупраҡ һибелгән кеүек. Ул бит әсә буласаҡ, балаһына ниндәй тәрбиә бирер икән? Һуңғы ваҡытта тәмәкегә ҡаршы закондар ҡабул итә башланылар. Бик яҡшы! Күптән кәрәк ине ул.

Гөлнара ХӘМИТОВА, табип:
– Тәмәке – ул ағыу. Үҙеңә ауырыуҙы һорап алыу, тигән һүҙ. Сөнки тәмәке бөтә эске органдарҙы зарарлай. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, тәмәкеселәр быны аңламай. Бына нисә йыл инде ирем менән көрәшәм, ташлатырға тырышып ҡарайым да, булмай. Барыһы ла кешенең үҙенән торалыр инде ул. Уҡыған саҡта төркөмдәштәрем араһында бер ҡыҙ тарта ине. Әле иһә дин юлына баҫҡан, күп бала тәрбиәләй, бынамын итеп донъя көтә, эшләп тә йөрөй. Көс тапҡан бит ташларға, бер ҙә тәмәке ҡолона әйләнмәгән. Ирҙәр көслө, тиһәләр ҙә, көсһөҙ улар, тәмәкене ташларға ла көстәре юҡ.

Морат Н., төҙөүсе:
– Ни өсөн тартаммы, башҡаса булдыра алмаған өсөн. Белмәйем, һәр 20 – 30 минут һайын тартамдыр ул. Тәмәкесе стажым да бик ҙур. Йәшерәк саҡта ташларға кәрәк булған, хәҙер, олоғайғас, булдыра алмайым. Зыянлы икәнен дә аңлайым да бит… Кеҫәгә лә һуға. Блоклап һатып алырға тура килә, барыһы ла аҡса инде.
Йәштәргә теләгем – тартмаһындар, беҙҙән аҡыллыраҡ булһындар. Тәмәке­нең бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ.

Яңы закон тәмәкеселәрҙе туҡтатырмы?

2014 йылдың 1 июненән “Граждандарҙың сәләмәтлеген тәмәке төтөнө йоғонтоһонан, тәмәке тартыуҙың эҙемтәләренән һаҡлау тураһында”ғы Федераль закондың 1-се статьяһының 12-се өлөшө һәм 3-сө пункты үҙ көсөнә инә. Уларға ярашлы, алыҫ юлға йөрөүсе поездарҙа һәм пассажир платформаларында тәмәке тартыу тыйыла.
Билдәле булыуынса, 2013 йылдың 1 июненән ҡала яны тимер юл транспортында һәм тимер юл вокзалдары биналарына инеү урынынан 15 метр яҡынлыҡта асыҡ һауала тәмәке тартыу тыйылды. Бынан тыш, 2013 йылдың 1 июненән тимер юл инфраструктураһының бөтә объекттарында ла тәмәке продукцияһын рекламалау рөхсәт ителмәй. Өҫтәмә рәүештә вокзалда урынлашҡан сауҙа нөктәләрендә һәм дөйөм туҡланыу урындарында тәмәке продукцияһын һатыу контролдә тотола.

Сығыу ваҡыты 30-05-2014, 05:23 | Ҡаранылар: 1069
|
  • Тәмәке компанияһы яуап тота
  • һорау-яуап
  • Тартаһыңмы?
  • Артыҡ 1500 һумың булһа, әйҙә, тарт
  • Тамсылап-тамсылап һаулыҡты кимерә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM