НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Дауаланыу һөҙөмтәле булһын тиһәк…

Дауаланыу һөҙөмтәле булһын тиһәк…


Бөгөн бөтә донъя эскелек һәм наркомания һаҙлығына бата бара, тиһәм, һис тә хата булмаҫ. Был донъя афәтенән ҡотолоу юлын табыу – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Аныҡ эш башҡарыу тураһында шуны әйтер инеем: Көньяҡ Урал райондарының береһендә үҙәкләштерелгән махсус дауалау учреждениеһы булдырыу зарур.
Сибай ҡалаһында наркология диспансеры (Республика наркология диспансерының филиалы) бар. Әммә был дауалау учреждениеһының мөмкинлектәре сикле. Эш һөҙөмтәле булһын тигәндә, уға айырым наркология диспансеры статусын биреү, абруйын, матди-техник базаһын нығытыуға иғтибар арттырырға кәрәк. Сөнки әлеге ваҡытта дауахана финанс ҡытлығы кисерә. Үҙенә айырым статус биргәндә, өҫтән финанслау ҙа яҡшырыр ине, тигән фекерҙәмен. Дауалау ваҡыты ла ҡыҫҡа, тейешле һөҙөмтә бирмәй. Күптәр дауаланыу алып сыҡҡас та ҡабат эсә лә ҡуя.
Дауалау учреждениеһын ҙурыраҡ масштабта ойоштороп, көслө белгестәр беркеткәндә, дауалау һөҙөмтәлерәк булыр ине.
Дауаланыусыларға эш урыны булдырып, уларҙы эшкә йәлеп итеп, эш хаҡы иҫәбенә дауалау үткәреү әһәмиәтле булыр, тип уйлайым. Һөҙөмтәлә эскесе балаларынан ыҙа сиккән пенсионер ата-әсәләр, ҡатындарын интектергән ирҙәр, эскесе ҡатындар һаны кәмейәсәк.
Алкоголле эсемлектәрҙе төндә һатыуға ҡаршы закон ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, аҙым һайын иҫерткес менән сауҙа иткән магазиндар асыла. Тәүлек әйләнәһенә иҫерткес эсемлектәр һатҡан төнгө баҙар эшләй. Ял көндәрендә, төндә спиртлы эсемлектәр һатыу мотлаҡ тыйылырға тейеш.

А. ВАХИТОВА.

Сибай ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 2-05-2014, 10:15 | Ҡаранылар: 489
|
  • Эскелеккә ҡаршы ниндәй закон проекты һөҙөмтәлерәк эшләр ине?
  • Дауаханамы, әллә төрмәме?
  • Ҡотороҡ сиренән һаҡланығыҙ
  • Һатһаң шарап – булырһың харап
  • Төндә һатһаң – миллион һум штраф
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM