НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һатмайыҡ та, һатып та алмайыҡ!

Һатмайыҡ та, һатып та алмайыҡ!


(«Ҡайҙа тораһың, шунда алыш!», «Йәшлек», N13, 4 апрель, 2014 йыл)
Баныу Ҡаһарманованың «Ҡайҙа тораһың, шунда алыш!» мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙ фекеремде яҙып ебәрмәксе булдым. Ҡоролтай депутаттарына тәҡдимдәрҙе хуплайым, Закон сауҙа нөктәләренә генә ҡағыла. Ә бына ҡарт әсәләрҙе эскән улдарынан, ҡатындарҙы, балаларҙы эскән ир-аталарынан яҡлай торған закон берәй ваҡыт ҡабул ителерме икән? Ауылда кешенең магазин араҡыһын эсергә аҡсаһы юҡ, байҙар ғына ара-тирә ала. Халыҡ элек көмөшкә ҡойоп эсә ине. Хәҙер ниндәйҙер һаҫыҡ спирт һаталар. Уны «текә» машиналарҙа ҡайҙандыр килтерәләр, теләгән кешегә тараталар, улары хаҡын икеләтә арттырып сауҙа итә. Киоскыла тәнгә ыуа торған спирт ҡушылған шыйыҡса ла тормай, уны ла эсәләр. Ниңә тейешле органдарға әйтмәйһегеҙ, тиерһегеҙ. Хоҡуҡ һаҡлаусылар килеп, штраф һалып китә, ә улар яңынан һата. Был хәл һәр ауыл һайын тиерлек барҙыр.
Элек ЛТП (лечебно-трудовой профилакторий), иптәштәр суды булған. Шуларҙы тергеҙеүҙе хуплаған закондар сығарып булмаймы икән ни? Горбачевтың «ҡоро закон»ы ваҡытында ауылда йәй буйы бер кеше эсмәне, шундай рәхәт ине. Араҡы һатыу кем өсөн ҡулайҙыр инде. Кеше теләһә нимә эсеп үлә, тигән булдылар. Үлгеләре килгәс, әйҙә эсһендәр. Эскән кеше барыбер эсә, эсмәгәне эсмәйәсәк. Киләсәкте, балалар, ейәндәрҙе, ҡурсалайыҡ, туғандар!
Бына беҙҙең ауылда «йәшел йылан» менән мауығыусылар һаны 10 – 15-ләп кешелер. Улар – 40 – 60 йәштәге һау ир-ат, бер ҡайҙа ла эшләмәйҙәр. Ата-әсәләре вафат булып, күбеһе яңғыҙ тороп ҡалған өйләнмәгән егеттәр. Бына шулар ауылды йәмһеҙләп, таңдан алып кискә тиклем тик иҫерткес эсемлек эҙләп, урам буйында йөрөй. Шөкөр, беҙҙә оло апай-ағайҙар эсмәй. Хәҙер бала-саға һемерә.
Ауыл хакимиәте башлығы үҙ биләмәһендә ысын хужа булһын, шул эскеселәргә ҡарата урындағы депутаттар менән бергәләп сара күрһен ине. Бына мин Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, биләмә башлыҡтарына бына шундай хоҡуҡ бирергә, тигән тәҡдим индерер инем.
Президент булһам, ауыл һайын эскеселәрҙе йыйып алып, мәжбүри эшкә ҡушыр инем, хеҙмәт лагеры ойошторорға була. Үҙҙәрен һәйбәт күрһәт­һәләр, эшкә инергә һүҙ алып, унан сығарыр, холҡон үҙгәртмәһә, яңынан ебәрер инем. Теләгән кеше эшен таба ул! Их, тормош нисек йәмләнер ине шул саҡта!
Иптәштәр суды яһап, йөҙҙәрен ҡыҙартҡан ваҡытта ла шәп буласаҡ. Эсемлек һатҡанын да, алғанын да «ҡыҙған таба»ға баҫтырырға була. Хөкүмәт аҡса түләп бала таптыра. Үлем тыуымдан күберәктер: эсеп, күпме кеше ҡырыла. Беҙҙең ауылда өй аша тиерлек эсеп үлделәр.
Радионан йыш ишетәм: ауылда хәҙер ауыр эш эшләрлек ир-егет ҡалманы, тиҙәр. Араҡынан ҡаҙнаға аҡса килә, әлбиттә. Ошо кешеләр эсмәйенсә эшләгән ваҡытта бюджетҡа аҡса күберәк инмәҫ инеме икән ни? Был эскеселәр араҡыны барыбер хөкүмәт магазиндарынан алып эсмәй, аҡса хөкүмәткә китмәй бит.
Һатмайыҡ та, һатып алмайыҡ та, эсмәйек тә дуҫтар!

Зәлифә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Архангел районы.

Сығыу ваҡыты 2-05-2014, 10:13 | Ҡаранылар: 657
|
  • Ышан инде приставҡа
  • Эскелеккә ҡаршы ниндәй закон проекты һөҙөмтәлерәк эшләр ине?
  • Аҙау айыҡ ауыл булыу өсөн көрәшә
  • Яғаңды биш тотоп йәшә!
  • ӘСӘНӘН КҮРГӘН – КӨМӨШКӘ ЭСКӘН
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM