НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ

Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ


Баныу Ҡаһарманованың мәҡәләһен уҡығандан һуң, көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ шул, тип, алиментҡа ҡағылышлы ике хәл-ваҡиға тураһында яҙмаҡсы булдым.

Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡЯңыраҡ ҡасабала ике ғаилә барлыҡҡа килде – йәш ҡыҙҙар айырылышҡан ирҙәр менән сәстәрен сәскә бәйләне. Ирҙәрҙең икеһенең дә тәүге ҡатындарынан берәр балаһы үҫә. Йәш кәләштәр (йәш кенә булһалар ҙа, баштары етеп!), бер-бер артлы бала табып, тәүге ҡатындың балаһына алимент аҡсаһы әҙерәк булһын өсөн, үҙҙәре менән йәшәүсе ирҙәрен алиментҡа бирҙе. Атай кешеләр, ҡатындарынан ҡурҡыпмы, әллә уларға ярарға тырышыпмы, был хәлгә риза булды. Тәүге ҡатындан да бала мөхәббәттән яралғандыр бит. Ни өсөн ул атайһыҙ ҙа үҫергә, алимент аҡсаһын атаһы эргәһендә үҫкәндәгеләрҙән кәм дә алырға тейеш? Был турала йәш кәләштәр уйланманымы икән?

Мәҡәлә иҫләткән икенсе хәл бик ҡыҙғаныс тамамланды. Ғаилә тарҡалғас, ҡатын ирен алиментҡа бирҙе. Күп тә үтмәй, ир икенсегә өйләнеп, яңы ҡатыны менән матур ғына йәшәп китте. Татыу ғаиләлә дүрт бала тыуҙы. Ауыл ерендә эш булмағанлыҡтан, ирҙең тәүге балаһына алименты бик күп йыйыла. Шуға ла суд приставтары ошо күп балалы ғаиләнең күҙ терәп торған һыйырын конфискацияланы. Ошондай юл менән теге ҡатын, иренең икенсе ғаиләһенең ауыҙынан өҙөп булһа ла, барыбер алиментты түләттерҙе. Тик ул аҡса бәхет килтермәне: ун һигеҙ йәше тулып күп тә үтмәне, ирҙең тәүге балаһы, әсәнең берҙән-бер улы, сирҙән кинәт вафат булды. Моғайын, һыйыр­ҙарын етәкләп алып сыҡҡан саҡта дүрт бала әсәһе рәнйемәй ҡалмағандыр (ауылда күҙ терәп торғаның мал бит инде), бәлки, рәнйеше лә төшкәндер, кем белә...

Балаларҙы яңғыҙ үҫтереүе бик ауыр. Алимент, атаһы вафат булғандан һуң бирелгән пособие аҡсаһы ла тере атайҙы алмаштыра алмай. Шуға күрә йәштәр ғаилә ҡорор алдынан бик етди уйлан­һын ине, өйләнгәс, ғүмерлеккә булһын! Айырылышырға ашыҡмаҫҡа, түҙерлек булһа – мотлаҡ түҙергә, сабыр итергә һәм, иң мөһиме, бер кемде лә рәнйетмәй йәшәргә кәрәк.

Гөлсәсәк СӘЛИХОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.

Сығыу ваҡыты 4-04-2014, 17:11 | Ҡаранылар: 886
|
  • Тау шыуырға яратҡан килен
  • Алимент түләмәүселәрҙе – бөтә халыҡ иғтибарына
  • «Эшһеҙ ҙә, инвалид та, пенсионер ҙа алимент түләргә тейеш»
  • Бөтә ғәйеп – бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың донъяға ҡарашында
  • Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM