НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Хәүефле уйындар


Хәүефле уйындарЗамана балаһы тыуғандан алып компьютерҙа эшләй белә, тип уйларһың. Бер ҡарағанда, был яҡшы кеүек тә: яңы технологияларға яйлашыу үҙҙәренә еңелерәк буласаҡ. Ләкин табип, психолог киҫәтеүҙәре һағайта – бөгөнгө балалар, айырыуса үҫмерҙәр «компьютер бәйлелеге» тигән яңы сирҙән интегә икән.

Ауырыуға һабышыуға 2 ай етә

Компьютер бәйлелеге тураһында беренсе тапҡыр 80-се йылдар башында Америка ғалимдары һүҙ ҡуҙғата. Ә беҙҙең илдә ундай “ауырыу”ҙарҙы һуңғы 10 йыл эсендә генә “дауалай” башлағандар. Компьютер­һыҙ йәшәй алмағандарҙың күбеһе малай­ҙар. Һандарға әйләндерһәң, ҡазаға тарыу­сы бер ҡыҙға 10 малай тура килә. Ир-аттар­ға хас булған “аусы” инстинкты сәбәпсе бында, ти белгестәр. Бәйлелек бик тиҙ формалаша, быға ни бары ике ай ваҡыт етә. Әгәр ваҡытында сик ҡуймайһығыҙ икән, балағыҙ үҫеп етеү менән уйын автоматтары йәки башҡа ҡомарлы уйындарға әүрәйәсәк. Улар тәбиғәте менән азартлы кешеләргә әйләнеп бөтә һәм отошло уйын өсөн һуңғы аҡсаһын сығарып бирергә әҙер. Компьютер уйындары шәхестең үҫешен туҡтата, баланан ҡаты бәғерле эгоист яһай.

Бәйлелек төрлө була

Компьютерға бәйлелектең ике төрөн айырып күрһәтәләр. Уның береһе интернетҡа (сетеголизм), икенсеһе компьютер уйындарына (киберраддикция) бәйлелек. Тәүгелә­ренә тәүлегенә 13 – 14 сәғәт интернетта ултырыу бер ни түгел. Икенсе төркөм, нигеҙҙә,10 – 18 йәшлек үҫмерҙәр. Күпмелер ваҡыттан һуң һәр береһен төрлө ауырыуҙар бимазалай башлай: күҙҙәргә зыян килә, иммунитет ҡаҡшай, баш ауырта, үҫмер тиҙ арый, йоҡоһоҙлоҡтан интегә, умыртҡа бағанаһы зыянланып, бик иртә остеохондроз диагнозына килтерә. Компьютер балаларын тағы бер ауырыу менән дә “танырға” мөмкин, ул туннель синдромы. Йәғни, клавиатура һәм “сысҡан” менән туҡтауһыҙ идара итеү сәбәпле, ҡул суғы зарарланыу.
Түбәндәге осраҡтарҙа ата-әсәгә саң ҡаға башларға кәрәк

u Компьютерҙан айырғас, асыуланһа.
u Уйындан айырылырға кәрәклеген аңламаһа.
u Компьютер яйланмалары, яңы программалар өсөн күпләп аҡса һорай башлаһа.
u Компьютер ҡаршыһына ултырғас, уҡыу, ял, ашау тураһында онотһа.
u Бөтәһе менән дә тик компьютер хаҡында ғына һөйләшһә.

Компьютер артында
“ғаилә ҡора”

Рәсәй статистика үҙәге билдәләүенсә, беҙҙә ата-әсәләрҙең 75 проценты балаларының компьютерҙа уйнауы өсөн борсола. Ләкин Рәсәй халҡының ни бары 29 проценты ғына компьютерҙа аҙмы-күпме нимәлер самалай. Психологтар иһә, ата-әсә балаһының нимә уйнағанын белергә, ә белмәһәләр – өйрәнергә тейеш, тип бара. Интернетта Брита­нияның күңел асыу программаларын етештереү ассоциацияһы тәҡдиме менән булдырылған Askaboutgames.com сайтынан күп кенә ата-әсә үҙ һорауҙарына яуап таба алған.
u Аркада – бер үк төрлө һынауҙары ҡатмарлана барған уйын. «Lines», «Pacman» ана шундайҙарҙан.
u Квест – ниндәйҙер бер сюжетҡа ҡорол­ған мажаралы уйындар. Уйынсыға табышмаҡтар сисергә, төрлө кәртәләрҙе үтергә кәрәк (“Syberia”, “Индиана Джонс”).
u Симулятор – бындай уйындарҙа ҡайһы берәүҙәр үҙ йортон төҙөй, эшкә урынлаша, ғаилә ҡора (“The Sims”), баҡса ултырта, уңыш йыя (“Ферма”) һ.б.

Текст йыйыуҙан башлана

Балаларҙың компьютерға сиктән тыш бәйле булыуы мәктәп уҡытыусыларын да борсой. Ләкин дәрестәрҙә компьютерҙың файҙаһы барлығын да инҡар итеп булмай. Ҡасандыр ҡыҙыҡһыныу текст йыйыуҙан башланһа, хәҙер дәрестәрҙә электрон китаптар йылдан-йыл популярлаша бара. Тулыһынса компьютер менән бәйле булған информатика дәрестәре өсөн яңы дәүләт стандарттары буйынса балалар белергә тейешле күнекмәләр исемлеге лә булды­рыл­ған. Уларҙы һәр ата-әсә белә ала.
Компьютер бәйлелегенән ҡотолоуҙың 5 ысулы:
1. Өйҙә балалар бүлмәһенә компьютер ҡуймағыҙ.
2. Кисен өй эштәрен тамамлағансы, компьютер уйындарын тыйырға кәрәк.
3. Бала уйнағанда уның менән күберәк аралашырға тырышығыҙ. Уй-фекерҙәре менән бүлешһә, яҡшыраҡ.
4. “Компьютерҙы һүндер!” – тип әйтәһе урынға, “Был уйынды һин туҡтамаҫлыҡ итеп уйлап сығарғандар. Әйҙә үҙҙәрен алдайыҡ, уйындан баш тартайыҡ!” – тип әйтегеҙ.
5. Уйынды тамамлай алмай интекһә, “Әйҙә, дуҫтарыңа шылтыратайыҡ, бәлки, улар ярҙам итер”, – тигән кеүегерәк һүҙҙәр менән баланы аҡыллы йәшниктән айырыр­ға тырышығыҙ.

Сығыу ваҡыты 29-11-2013, 13:46 | Ҡаранылар: 1046
|
  • Электрон мәктәп нимәнән башлана?
  • “Бөтә донъя үрмәксе ауы”на ҡарашығыҙ нисек?
  • Көнөнә нисә сәғәт ваҡытығыҙҙы интернетҡа сарыф итәһегеҙ?
  • Ялған донъя яндыра
  • Виртуаль һуғыш та ҡорбандар һорай
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM