RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кредит түләй алмай ҡаңғыраһығыҙмы?

01.11.2013 Кредит түләй алмай ҡаңғыраһығыҙмы?

Кредитҡа аҡса тәҡдим итеп, көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына бер банк хеҙмәткәрҙәре йә шылтыратып (Мәскәүҙең үҙенән!), йә смс-хәбәр ебәреп тора. Бына әле лә телефоныма “Һеҙҙең өсөн 500 000 һум заем хупланды” тигән яҙыу килде. Юҡ, рәхмәт, әлегә кәрәкмәҫ тә. Әлегә, тинем, сөнки, кем әйтмешләй, донъя хәлен белеп булмай. Кредитһыҙ йәшәүселәр бармы икән? Пенсионерҙарҙың да йәшерәктәре банкыға бурыслы бит. Илдә банкыларҙың күп булыуы халыҡтың етеш йәшәүен аңлатмай, буғай.
Алған аҡсағыҙҙы ваҡытында түләйһегеҙме? Билдәле түләү көнөнә кәрәкле сумманы алдан хәстәрләп ҡуяһығыҙмы? Нимәгә кредит алдығыҙ, башҡаса мөмкин түгел инеме? Ошондайыраҡ һорау бирҙек гәзит уҡыусыларға.

Зөфәр ИҪӘНБАЕВ, Стәрлетамаҡ районы, Наумовка ауылы:
– Кредит күп мөмкинлек бирә. Әлбиттә, уны түләрлек хәлең булһа ғына алыу дөрөҫөрәк. Әммә кешегә ҡапыл ҙур сумма аҡса кәрәгеп китеүе ихтимал. Барыбер, хатта таныштарың биреп торорға булһа ла, күптәре, процентҡа, тигән була бит. Лутсы банкыға барыуҙы хуп күрәм. Кредитҡа аҡса алып, йортобоҙҙо киңәйттек. Был кәрәк инеме? Эйе, сөнки балалар үҫә килә (ике ҡыҙыбыҙ бар) һәр береһе айырым бүлмә һораны. Улар мәктәпте тамамлағас, былай ҙа, уҡыу йортона инеп, дөйөм ятаҡта йәшәйәсәк, бәләкәй бүлмәлә – 3 – 4 ҡыҙ. Шуға ла тыуған өйҙәрендә иркенлек тойоп үҫһендәр, тинек. Йыйған аҡсабыҙ етмәгәйне, банкыға барҙыҡ. Түләй алабыҙ, Себергә юлланырға тура килде, әммә минең өсөн ауыр түгел. Арттырып бирәсәкбеҙ-биреүен, уның ҡарауы, йортобоҙ балҡып ултыра. Атайҙан ҙур-ҙур “һарайҙар” ҡалмағас ни…

Земфира ИЛЕМБӘТОВА, Өфө ҡалаһы:
– Бөгөн ҡайһы берәүҙәр кредиттың насар яғын ғына күрә, йәнәһе, шул тиклем күп аҡсаны “һура”. Ә башҡа сараң ҡалмаһа, нимә эшләй­һең? Мин, мәҫәлән, оҙаҡ йылдар ҡуртымға алын­ған фатирҙа йәшәнем. Алдағы көндәрҙә лә ниндәйҙер мөмкинлектәр килеп сығыу күҙалланмай ине. Сөнки әле бушлай фатир биреү юҡ. Ипотекаға фатир алырға булдым да, тәүәккәлләнем. Хәҙер рәхәтләнеп үҙ мөйөшөмдә йәшәйем. Эш хаҡымдың яртыһы банкыға китә. Уның ҡарауы, артыҡ исраф итергә ҡалмай, тәмәке-эсемлек ҡулланмайым, бушҡа кәйеф-сафа ҡормайым. Кейенергә, театр-концертҡа йөрөргә лә етә. Һәр нәмәлә һаҡсыллыҡ кәрәк.

Мәҙинә ҒӘФҮРЙӘНОВА, Шишмә районы:
– Мин, өлкән быуын кешеһе булараҡ, өйгә теге йәки был көнкүреш кәрәк-ярағы һатып алыр өсөн банкынан кредит алыуҙы аңлап етмәйем. Бына, мәҫәлән, ҡыҙым, кер йыуыу машинаһы кәрәк, тине лә, магазинда уҡ банкыға бурыслы булып ҡайтты. 18 мең һумлыҡ машина хаҡын хәҙер ярты йылда 23 мең һум итеп түләй. Юҡ, улай артыҡ аҡсамды тотонмаҫ инем. Әле барыбер ҡыҙыма пенсиямдың бер өлөшөн бирергә тура килә. Бер нисә ай түҙеп, керҙе ҡул менән йыуыуҙы, аҙаҡ бер тин артыҡ түләмәй, үҙ хаҡына, йәғни 18 мең һумға алыуҙы яҡшыраҡ күрәм.

Фаил БАЙНАЗАРОВ, Белорет районы:
– Үҙебеҙ кредит алыр йәштән үттек, Аллаға шөкөр. Әбей менән икәүләп балаларға ярҙам итәбеҙ. Аңлайһығыҙҙыр, пенсияларыбыҙ ҙур түгел, әммә ауыл ерендә шөкөр итеп йәшәрлек. Дүрт бала үҫтерҙек, дүртеһе лә айырым йәшәй, башлы-күҙлеләр. Эш хаҡтары төрлөһөнөкө төрлөсә. Шулай ҙа әле тегеһе, әле быныһы кредит ала ла ала. Йә машиналарын яңырталар, йә телефондарын тигәндәй. Үҙҙәре, бәләкәйҙән татыу үҫеп, бер-береһе менән бөтөн нәмәләре уртаҡ булып, әле лә бик яҡын аралаша һәм бер-береһенә ярҙам итәләр. Ярай әле, кейәү-килендәр һәйбәт. Үҙебеҙ ҙә кемеһе бурыслы, шуға артҡан аҡсабыҙҙы бирергә тырышабыҙ. Банкылар кредит тәҡдим итмәһә, ундай бурыслылар күп булмаҫ ине. Етмәһә, проценттары ҙур. Халыҡты улай уҡ алдамаһындар. Ә ярҙам итеүселәр булмаһа? Хәлдән тайып, ике-өс эштә эшләүсе йәштәр ҙә күп тә баһа.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»