RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Айырылышыуҙар булмаҫ ине… ҡауышыуҙар булмаһа

01.11.2013 Айырылышыуҙар булмаҫ ине… ҡауышыуҙар булмаһа

Айырылышыуҙар булмаҫ ине… ҡауышыуҙар булмаһаБеҙҙең ил донъяла айырылышыуҙар һаны буйынса ныҡлы ғына алғы рәттәрҙә килә. Статистикаға ышанһаҡ, әгәр ҙә ун йыл элек һәр өсөнсө никах тарҡалһа, хәҙер һәр икенсеһе. Ни өсөн ошондай хәлгә ҡалдыҡ? Ниңә яңғыҙаҡтар арта? Ни өсөн йылына йөҙәрләгән бала ата һөйөүенән мәхрүм ҡала? Һорауҙар бер ваҡытта ла бөтмәҫ кеүек.
Йәмәғәт фекерен өйрәнеүсе үҙәк илдең 42 төбәгендә һорашыуҙар уҙ­ғарып, шундай һығымта яһа­ған: ғаилә тарҡалыуҙа ир ҙә, ҡатын да берҙәй ғәйепле. Әммә төп сәбәптәр араһында хыянат менән ярлылыҡ алда тора икән. Һәр унынсы кеше: “Айырылышырға ярамай, ә нисек тә булһа ғаиләне һаҡлау юлын эҙләргә кәрәк”, – тип яуап биргән. Әйткәндәй, шундай яуап бынан 20 йыллап элек һәр 13-сө ке­шенән алынған булған. Кү­ре­үегеҙсә, бөгөн ғаиләне һаҡлап ҡа­лыуҙың мәғәнәһе булмауын төшөнәләрҙер.
Эйе, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә айырылышыуға ғәҙәти нәмәгә ҡараған кеүек ҡарай башланылар. Был бер кемде лә аптыратмай һәм шул ғәйбәт булып та таралмай.

“Яратышып өйләнештек тә ул…”

Батша Рәсәйендә ғаилә тарҡалыуы нисек булды икән? Ул бик һирәк күренеш һаналған. Айырылышыу сәбәбе итеп хыянат, ирлек йә ҡатынлыҡ бурыстарын үтәй алмау, Себер һөрөлөү, суд тарафынан милек тартып алыныу, ир йә ҡатындың хәбәрһеҙ юғалыуына биш йыллап ваҡыт үтеү ҡаралған. 1897 йылғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Рәсәйҙә 1000 иргә – бер, 1000 ҡатынға ике айырылышыу тура килгән. Өҫтәүенә, илдә сиркәү генә (был дөйөм Рәсәйҙе күҙ уңында тотоп) айыра алған. Совет власы эште еңелләштерһә лә, власҡа Сталин килгәс, суд аша айырылышыу ғына мөмкин булған, демографияны күтәреү маҡсатында аборттар ҙа тыйылған. Партиялыларҙың ғаиләһе тарҡал­һа уларға әхлаҡһыҙ мөһөрө тағылған, йә партия сафынан ҡыуылғандар.
Хәҙер иһә – хөрриәт. Ололар әйтмешләй, кисә ҡауышып, бөгөн айырылышҡан парҙар быуа быуырлыҡ.
Мәҫәлән, 2010 йылда Рәсәйҙә 1046961 ғаилә теркәлгән, 527292-һе айырылышҡан. Процентҡа күсерһәк, был күрһәткес 51 процент тәшкил итә. Әлбиттә, аҡланыу сәбәбе лә табыла – демографтар тап ошо йылда егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында тыуған егет-ҡыҙҙарҙың өйләнешеүен билдәләй. Ә был йылдарҙа тыуым түбән була, ғаиләләрҙең күбеһе насар йәшәй. Тап ошо уларҙың балаларында сағылып, әлеге йәштәр никахҡа етди ҡарамай, имеш.
Әммә быны төп сәбәп тип әйтеп булмай. Һорашыуҙар шуны күрһәткән: айырылышыу­ҙың төп сәбәптәренең дә “иң төбө”, үрҙә билдәләнгәнсә, хыянат, етешһеҙ йәшәү һәм дә эскелек менән наркоманияла икән. Ғаилә­ләрҙең 41 проценты шунан тарҡала. Тағы ла торлаҡ булмау сәбәпсе. Артабан парҙар араһына туғандарҙың ҡыҫылыуы, бала таба алмау, оҙаҡ айырым йәшәү килә.
Ғөмүмән алғанда, беҙҙең илдә айырылышыу процесы ябай – ғариза бирәһең дә, әгәр бәлиғ булмаған уртаҡ балаң булмаһа, паспортыңды һәм дәүләт пошлинаһы түләгәнең тураһында квитанцияңды тотоп, ЗАГС-ҡа барып, айырылышаһың да ҡайтаһың. Шулай ҙа бер ай көтәһең әле ул. Йәнәһе, уйларға ваҡыт бирелә. Был көндәр үтә лә китә. Ә бәләкәй балалар булһа, суд айыра. Билдәле булыуынса, балалар ҡатынға ҡала, иргә балаһына 18 йәш тулғансы алимент түләү бурысы йөкмәтелә. Күп көслө затты аҙаҡ үҙ балаһынан аҡсаһын йәлләп йөрөгәне өсөн суд приставтары баҫтыра.
Ғаилә тарҡалыу башланғысы күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙан сыға, имеш. Йәшерәк саҡта. Нимәһе ҡыҙыҡ, ә бәлки, ҡыҙғаныстыр – ирҙең өлкәнәйә килә айырылышыу тураһында йышыраҡ уйланыуы мөмкин. Балалар үҫкән – алименттар ҡурҡытмай, ҡатыны ҡартайған, ә тирә-йүндә матур ҡыҙҙар бихисап. Статистикаға ыша­ныр­ғамы-юҡмы икәнен үҙегеҙ хәл итегеҙ.
Бер йылға тиклем йәшәгәндән һуң ғаиләләр­ҙең 3,6 проценты тарҡала. 1 – 2 йылдан – 16, 3 – 4 йылдан – 18, 5 – 9 йылдан – 28, 10 – 19 йыл бергә торғандан һуң парҙарҙың 22 проценты айырылыша. Артабан ғына күрһәткес бер аҙ төшә.

“Яҙылышмай”
йәшәүҙән кем ота?

ЗАГС-тарҙа алып барылған статистика шуны күрһәтә – ғаиләне рәсми теркәү йылдан-йыл кәмей бара. Уның ҡарауы, “граждан никахы” арта. Был турала Рәсәйҙең Ғаилә кодексында яҙылмаған, ә бары тик “үҙ-ара никахта тормаған кешеләр” тип әйтелә. “Граждан никахы” һүҙе элеккенең бер шаңдауы ул. Рәсәйҙә ғаиләләрҙе сиркәү теркәгән осорҙа ҡайһы бер парҙар донъяуи шарттарҙа никахлашҡан, йәғни дәүләт органдарында теркәлгән. Бына шул “граждан никахы” тип тороп ҡалған да, илдә ғаилә ҡануниәте үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, халыҡ телендә нығынып, бөгөнгө көндәргә килеп еткән.
Бындай ғаиләлә бер ниндәй ҙә бурыстар юҡ. Кем әйтмешләй, мөнәсәбәттәр ирекле. Йәмәғәт фекерен өйрәнеүселәр шундай хәлгә тарыған – Мәскәүҙә һорашыуҙарҙа ҡатнашыу­сыларҙың биш проценты үҙенең ғаилә хәлен аңлата алмаған. Бер яҡтан, улар парлы йәшәй, ә икенсе яҡтан, рәсми теркәлмәгәс, үҙҙәрен ҡайһы төркөмгә индерергә белмәй аптыраған. “Граждан никахы” ме­нән йәшәүселәр ғаиләһе уртаса биш йылда тарҡала. Нимәһе ҡыҙыҡ: шундай никахта йәшәүсе ҡатын үҙен, ирҙәмен, ти, ә ир үҙен буйҙаҡ тип билдәләй. Беҙҙең Ғаилә кодексында яҙылыуынса, ЗАГС-та теркәлмәгән ғаилә айырылышҡан осраҡта бергә йәшәү ваҡытында йыйылған мөлкәт уртаҡ тип һаналмай. Бында кемдер ярыҡ ялғаш янында ҡаласаҡ. Бала тыуған осраҡта ир уны үҙенең исеменә яҙҙырһа, айырылышҡан осраҡта алимент түләтергә мөмкин.
“Граждан никахы”нда йәшәүселәр үҙҙәренең был хәлен уңайлы тип баһалаған була. Йәнәһе, йәшәп ҡарайбыҙ, оҡшамаһа, икебеҙ ике яҡҡа китәбеҙ ҙә барабыҙ. Имеш тә, мөхәббәт паспорттағы штампҡа ғына бәйле түгел, проблема була ҡалһа, ЗАГС мисәте ҡотҡармаясаҡ. Бындай ғаиләнең дауамлы булыуы барыбер шикләндерә.
Әйткәндәй, банкылар кредит биргәндә “граждан никахы” менән йәшәүселәргә һағайыңҡырап ҡарай.

Нишләп “брак”
тип әйттеләр икән?

Ғаилә ҡороуҙы беҙҙең телдә икенсе төрлө никахлашыу, рәсми никах, тиҙәр. Никах нимә икәне аңлашыла. Ә бына русса яңғырашы һәр саҡ миндә һорау тыуҙырҙы – ниңә ғаиләне “брак” тиҙәр һуң? “Брать” тигән һүҙҙән барлыҡҡа килгәнлеген бер аҙ ғына төҫмөрләп була-булыуын. Шулай ҙа уның синонимы өҫтөнлөк ала кеүек. Брак – боҙоҡ тауар. Аллам һаҡлаһын, ғаиләләр ундай түбәнлеккә төшмәһен ине.
Ғаиләме, әллә яңғыҙлыҡмы? Шундай һорау тора күп замандаштарыбыҙ алдында. Тиҙҙән илдә бер тапҡыр ҙа ғаилә ҡороп ҡарамаусылар һаны артасаҡ. Элеккесә “ҡарт ҡыҙ” тигән һүҙ ҙә онотолоп бара. Хәҙер улар йә етеш йәшәүсе, йә эшлекле ҡатын-ҡыҙ тип атала.
Йола буйынса, йәштәрҙең 25 йәшкә тиклем ғаилә ҡороуы тарихта ҡала башланы. Әле бынан 11 йыл элек (2002 йылғы) үткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 30 йәшлек ир-егеттәрҙең 40 проценты бер тапҡыр ҙа өйләнеп ҡарамаған, ә һәр дүртенсе ҡатын-ҡыҙ кейәүгә сыҡмаған. Бында һүҙ рәсми теркәлгән никах тураһында бара. Былай “уңышлы” дауам итһә, 1980 йылдарҙа тыуғандарҙың 15 – 20 процентында ғүмеренең аҙағына ғәҙәти ғаиләлә, йәғни ЗАГС-та теркәлеп, йәшәп ҡарау тәжрибәһе булмаясаҡ.
Ә ниңә ғаилә ҡорорға? Айырылышыуҙар былай ҙа бик күп тә баһа! Көнбайыш “еле” беҙгә килеп етте инде – яңғыҙ йәшәү бөгөн проблема түгел. Ир-атҡа, бәлки, ҡыйыныраҡтыр, һәр хәлдә, ашауын да, кер йыуыуҙы ла, башҡаһын да үҙенә хәстәрләргә тура килә. Ҡатын-ҡыҙ иһә – тулы ирекле. Уға бер кемгә лә хеҙмәт итергә кәрәкмәй. Бына ошо һеңдерелә хәҙер күп нәмәне, шул иҫәптән күберәк яманын тиҙ ота һалып барған бер ҡатлы Рәсәй кешеһенә.
Бер енесле ғаиләләр тураһында күп һөйләй­ҙәр бөгөн. Был шул хәбәр таралған илдә нормаль ғаилә институты тамырынан ҡаҡшаған тигәнде аңлата инде ул.

Ә шулайыраҡ булһа?

Элек Рәсәйҙә никахтар һәм айырылышыуҙар һаны иҡтисади юҫыҡта ҡарал­ған, сөнки ата-әсәнең ҡартлығы балаларына бәйле булған. Ғаилә күп балалы икән, был йорт-хужалыҡта ярҙамсылар ҙа күп тигәнде аңлат­ҡан. Ә өҫтәмә эшсе көс кемгә кәрәкмәй? Етмәһә, революцияға тиклемге Рәсәй халҡының 95 проценты крәҫтиән булып, улар үҙҙәренең хужалығы иҫәбенә көн иткән. Ҡатын да, ир ҙә йәшәүгә сығанаҡ булып торған хужалыҡтарынан, балаларынан яҙыу хәүефе менән айырылышырға ашыҡмаған. Дәүләт пенсияһы булмаған.
Әгәр ҙә пенсия реформаһы үткәреп, ата-әсәгә пенсияны балаларҙың эш хаҡынан күсерһәләр, был хәл тыуымға ныҡ йоғонто яһаясаҡ. Бынан тыш, ғаилә тарҡалыуы күренештәре лә ҡырҡа үҙгәрәсәк. Бала ата менән әсәне бәйләп тороусыға әүереләсәк. Барыһы ла аҡсаға барып төртөлә түгелме? “Миллиардлы Рәсәй” тигән проекттың демографик доктринаһында проблеманан сығыу юлын тап шундай пенсия реформаһында күрәләр.
Ә бынан бер нисә аҙна элек кенә яңғыраған тәҡдим дә, бәлки, айырылышыуҙар һанын кәметер. Ғаиләне тарҡатыу өсөн түләнгән дәүләт пошлинаһы күләмен 30 мең һумға еткереү тураһында ул. Беҙҙең ҡайһы бер сенаторҙар ауыҙынан сыҡты ла, Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев аша ғәм халыҡҡа таратылды. Хөкүмәт башлығы, был тәҡдимде йәмәғәтселеккә сығарып, фекер алышырға кәрәк, тине. Бөгөн пошлина иргә лә, ҡатынға ла 400 һум. Сумманы ҡырҡа арттырыу кәрәкле һөҙөмтә бирәсәкме? Бирә, әлбиттә – кешеләр йә ғаиләһен теркәмәй генә йәшәй башлаясаҡ, йә суд менән айырылышмай ғына айырым торасаҡ. Кем ота инде бынан?

Әйткәндәй

Ғаиләләр һәр илдә тарҡала. Әммә айырылышыу процесы төрлөсә лә, йолалар башҡаса.
Төркиәлә әгәр береһен хыянатта, йә икенсеһенә ҡул күтәреүҙә ғәйепләһәләр, милектә уның өлөшө 10 – 20 процент ҡына буласаҡ. Өҫтәүенә, әхлаҡи зыян түләттереүҙәре лә бар. Алиментҡа иһә балалар ғына түгел, ҡатындар ҙа дәғүә итә ала.
Италияла парҙар өс йыл айырым йәшәп ҡарағандан һуң ғына рәсми айырылыша ала. Йыш ҡына ысын азатлыҡ йылдар буйына көтөлә. Был илдә “холҡобоҙ тап килмәне” тигән сәбәп юҡ. Бында ла ҡатын кеше икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡансы алимент алырға хоҡуҡлы.
Намибияла һәм Көньяҡ Африка Республикаһының ҡайһы бер төбәгендә хәлдәр башҡаса. Бында ҡатын, иренән китеп, яңынан кейәүгә сығырға теләһә, бармағын ҡырҡырға тейеш.
Кенияла ла шундайыраҡ садист йолаһы бар – бай бирнәле ҡатындың аҫҡы ирененә тимерҙән йә фил һөйәгенән ҡулса тағыла. Айырылышҡан осраҡта ир бирнәне кире ҡайтара, ә ҡатын ҡулсаны сисергә тейеш. Был бик ауыр процедура, шуға ла уны “ҡатынды тотоусы ҡулса” тип йөрөтәләр. Иргә лә бирнәне ҡайтарыуы еңел түгел.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә мосолман иргә ҡатынын айырыу тураһында өс тапҡыр хәбәр итеүе лә етә. Ҡатын, башлыса, айырылышыу инициаторы булмай, сөнки уның башҡаса кейәүгә сығыу мөмкинлеге юҡ тиерлек – уның хаҡында ғәйбәт китә.

Һандар һәм факттар

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының демография буйынса йыллыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылда Рәсәй айырылышыуҙар һаны буйынса иң алда торған. Беҙҙән артта – Белоруссия, Украина, Молдова. Күрһәткестәр быйыл ғына яҡшырып киткән тип кем әйтә ала?
Ғаиләне рәсми тарҡатыр алдынан һәр парға уйларға ваҡыт бирелә. Уларҙың тик ете проценты ғына ғаризаһын кире ала.
Йыл һайын 400 000 бала ғаилә тарҡалыу арҡаһында атайһыҙ ҡала.
Яңғыҙ әсәләргә алимент юллау ауырға төшә. Алған хәлдә лә сумма бик әҙ була, сөнки атайҙарҙың күбеһенең рәсми эш хаҡы түбән, байтағы аҡсаны конвертта ала.
Айырылған ҡатындарға икенсе тапҡыр кейәүгә сығыу ҡыйыныраҡ, сөнки йәше өлкәнәйгән һайын ирҙәр әҙәйә. Сәбәбе – көслө заттың иртә үлеүе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»