RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йыртҡыстар ниңә ҡотора?

25.10.2013 Йыртҡыстар ниңә ҡотора?

Йыртҡыстар ниңә ҡотора?Кешеләрҙе лә, малды ла аямайҙар
Иртә яҙҙа Иглин районында ауылға уҡ инеп, кешеләргә ташланған бүреләр хаҡында ишетеп-белеп ҡур­ҡыуға төшкәйнек. Әле бына бүре һәм айыуҙар республиканың төрлө урындарында кешеләргә һәм малға ташлана башланы.
Ошо көндәрҙә Мәләүез ра­йо­нында 31 йәшлек ир айыу менән осрашҡандан һуң дауаханала йән биргән. Ул урманға бәшмәк йыйырға сыҡҡан булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир ниндәй хәлгә тарығанын йүнләп аңлата ла алмай үлеп киткән, сөнки күп ҡан юғалтҡан. Йыртҡыс ташланғандан һуң ул иҫән ҡасып ҡотолған-ҡотолоуын, хатта машинаһына ултырып, дауаханаға табан юлға ла сыҡҡан. Тәүҙә “Тиҙ ярҙам” машинаһын саҡырырға ла көсө булған әле – табиптар уға юлыҡҡанда иҫен дә юғалтмаған. Тик, машинаһын үҙе йөрөтөп, 40 саҡрым самаһы юлды үтә алһа ла, ир дауаханала йән биргән. Табиптар күп ҡан юғалтҡан, ҡаты яраланған бәшмәксене ҡотҡара алмаған. Йыртҡыстың был ҡылығы эргә-тирәләге ауыл халҡының ҡотон алған.
Белгестәр фекеренсә, айыу юҡтан ғына ташланмаған. Моғайын, ир осраҡлы рәүештә генә айыу балалары эргәһенә барып сыҡҡандыр. Йәнлек тоҡомон бар көсөнә һаҡлай, бәшмәксене балаларын ҡурсалап ботарлаған булһа кәрәк. Ирҙең башы, тәненең башҡа өлөштәре шул тиклем ныҡ яралан­ған, табиптар уның нисек итеп машина йөрөтә алыуын, иҫен юғалтмауын һис аңлай алмай. Шул тиклем ара үтеп, йыртҡыс менән көрәшкәндән һуң да иҫән ҡалған кешенең инде дауаханаға килеп еткәс яҡты донъя менән хушлашыуы бик үкенесле.
Бөрйән районының Ғә­лиәкбәр һәм Үрге Нөгөш ауыл­дары халҡы ла малын һәм үҙен бүреләрҙән, айыу­ҙан ҡурсаларға мәжбүр. Әле бына көҙ айҙарында ғына унда йырт­ҡыстар байтаҡ малдың башына еткән. Йыртҡыс талауы арҡаһында ике һыйырын юғалтҡан өс бала әсәһе Гөлсинә Ғәбитова менән телефон аша һөйләштек:
– Көтмәгәндә малһыҙ ҡалдым – ике һыйырым юҡҡа сыҡты. Бер һыйырым ҡайтмағас, эҙләп алғайныҡ, бүре тамаҡлап киткәндән һуң ятып ҡалған ҡанлы кәүҙәһен генә таптыҡ. Үкһеп-үкһеп иланым, малҡайым йәл. Мал ауылға яҡын ғына ерҙә ята бит, ир-ат күмеп ҡуйырға тип барғайны, тағы аптырап ҡайттылар – һыйырҙың бер ботон ҡырҡып алып киткәндәр. Моғайын, һунарсылар айыуға емтеккә алғандыр.
Икенсе һыйырым да юҡ, уныһы ла урман йыртҡыстарының ҡорбаны булды. Шулай итеп, күҙ асып йомғансы ике малымды ботарлап ташланылар. Шул тиклем ҡыйын, һарайым бушап ҡалды. Быҙауым да үкереп торҙо-торҙо ла, сәсәп үлде. Бер ҡара яу килгән кеүек йортома – ҡаҙҙарымдың ҡанаттары һынып ҡайта башланы. Йыртҡыстар бер минең генә түгел, башҡалар­ҙың малдарын да тамаҡлай. Шул тиклем ауыр хәл был, малдарҙы йәлләп, балаларым да ятып иланы. Баш һау булһа, мал табылыр, тиҙәр ҙә ул, ләкин бөгөнгөһө ҡиммәт бит. Инде, ғаиләмә именлек теләп, ҡорбан да салдырҙым. Килгән ҡаза ошоноң менән бөтһөн ине…
Мал көтөүҙә йөрөһә, бындай хәлгә тап булмаҫтар ине, тип уйлап, халыҡты борсоған мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә өмөтләнеп, Ғәлиәкбәр һәм Үрге Нөгөш ауылдары ҡара-ған Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте башлығы Иҙел Әминевҡа мөрәжәғәт иттек:
– Ғәлиәкбәр ауылында малды бер көтөү генә итеп йөрөтөү мөмкинлеге сикләнгән. Сөнки тау ҙа таш беҙҙә, урман. Малды туплап көтөү көтөрлөк урын юҡ. Беҙҙә лә ойошторолор ине, әлбиттә, тик нимә эшләйһең – тәбиғәт шарттарына яраҡлашырға тура килә. Әле бына ауылдың малы алты йүнәлештә йөрөй, барыһын да бергә туплау мөмкин түгел.
Малға йыртҡыс хайуан йыл һайын ташланмай ул. Ә бына быйыл – йыш. Бүреләрҙе атып алып торалар, ләкин улар бик һиҙгер, хәүефте әллә ҡайҙан белеп ҡалалар. Тәжрибәле, оҫта һунарсыларыбыҙ ҙа бар, мәҫәлән, Дилмөхәмәтовтар.
Үҙегеҙ белеп тораһығыҙ – айыуҙы лицензия менән генә атып алалар, ул да беҙҙең ауылдарҙың малын йыш ҡына ҡазалай. Билдәле булыуынса, бүреләр үҙенең территорияһындағы йән эйәләренә ташланып бармай. Улар ҡайҙандыр ситтән килеп, беҙҙең малды тамаҡлап китә.
Әлбиттә, халыҡ был бәлә менән яңғыҙ түгел, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.
Ҡыҙыҡ ҡына килеп сыға – кешелек нисек алға китмәһен, тәбиғәт алдында ба­ҙап ҡала. Айыу-бүреләр­ҙең кешене ботарлап ташлау осраҡтары тураһында быйыл беренсе тапҡыр ғына яҙмайбыҙ. Бер мәл чупакабра тигән мәлғүн дә аптыратып алды бит инде. Етмәһә, бындай хәлдәр республиканың төрлө урындарында булып тора. Йырт­ҡыстар кешеләрҙе зар илатып, аҡһыҙ ҡалдырып, һыйырҙарын да тамаҡлап китә. Уларҙың ҡорбаны булған ваҡ малдың иҫәбе-һаны ла юҡ инде ул. Хәүефле урындарҙа йәшәгән халыҡҡа балаларын, үҙҙәрен һәм малдарын айырыуса әүҙемлек менән ҡурсаларға ғына ҡала.

Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»