RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Иң яҡшыһы – хәмерҙән баш тартыу...”

19.07.2013 “Иң яҡшыһы – хәмерҙән баш тартыу...”

“Иң яҡшыһы – хәмерҙән баш тартыу...”Эскелек – әҙәм балаһын юҡҡа сығарған, йәмғиәтте тарҡатҡан, хатта юҡҡа сығарған күренеш ул. Ошо хаҡта Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының табип-наркологы Азамат Ҡашҡаров менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Азамат Хөрмәт улы, һеҙ кешеләрҙең суррогат иҫерткес эсемлектәрҙән һәләк булыуына борсолоу белдергәйнегеҙ...
– Был – оло хафаға һалған мәсьә­ләләрҙең береһе. Сөнки кешеләр, Ҡаҙағстандан килгән иҫерткес эсемлектәрҙең арзанлығына ҡыҙы­ғып, һәләк була. Сибай хоҡуҡ һаҡсылары шул яҡтан килгән 8 мең литр­ҙан ашыу (!) суррогат спиртты тартып алғайны. Был хәүефле шыйыҡсаны ҙур канистраларҙа һаҡлаған ир уның ярты литрлыҡ шешәһен 75 һумға ғына һатырға уйлаған. Уның күпме кешене ағыу­лаясағын уйлаһаң! Ҡот осмалы бит был.

– Һеҙгә шундай шыйыҡсанан ағыуланып, мөрәжәғәт итеүселәр бармы?
– Эйе. Был кешеләргә ҡарауы ла ҡурҡыныс: бауыр, талаҡ, ашҡаҙаны ҡурҡыныс булып шешенгән, үҙҙәре көскә тын ала. Эш шунда: кеше суррогат араҡы эскәндән һуң үҙенең ағыуланғанын аңламай. Кисәге мәжлестең шауҡымылыр тип, “баш төҙәтә”. Унан тағы өҫтәй. Шулай итеп, аяҡтан йығылғансы, хатта үлемесле хәлгә еткәнсе эсә.

– Бындай хәлгә ҡалмау өсөн нимә эшләргә һуң?
– Иҫерткес эсемлектәрҙе ошо йүнәлештә эшләгән магазиндарҙан ғына һатып алырға. Ә иң яҡшыһы – бөтөнләй эсмәҫкә.

– Ҡаҙағстан яғынан килгән бар суррогат араҡыны контролгә алып булмай. Улар барыбер халыҡҡа барып етә...
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был, ысынлап та, шулай. Ошо арзан араҡы менән туй, юбилей тантаналары үткәргән кешеләр бар икән. Күҙ алдына килтерәһегеҙме, бындай саҡта күпме кешенең ғүмере хәүеф аҫтына ҡуйыла.

– Ҡаҙағстан араҡыһы ғына түгел, ә коньягы тураһында ла ишетергә тура килә...
– Нимә тип кенә һатмаһындар, теләһә нәмә ҡушып әҙерләнгән суррогат кеше өсөн ағыуға тиң булып ҡала.

– Кешенең эскелеккә һабыша башлауын нисек билдәләргә?
– Алкоголизмдың тәүге стадияһында кеше психологик яҡтан иҫерткес эсемлектәрҙең ҡолона әүерелә башлай. Ул яҡынлашып килгән ял көндәренә ҡыуана, рәхәтләнеп һыра йәки араҡы эсеп буласағын уйлап, йән кинәнесе кисерә. Артабанғы стадияла кешенең ҡоҫоу рефлексы юғала, йәғни хәмер организмға ныҡлап һеңә. Мотлаҡҡа әүерелгән “баш төҙәтеү”ҙән кеше туҡтай алмай, 1 – 2 ай буйы эсә. Һуңғы стадия иң ҡурҡынысы – кешенең уйында тик хәмер эсеү генә була. Тәүҙә ике шешә араҡынан да иҫермәгән эскесе, бер-ике йотом һыранан да аяҡтан йығыла. Уның мейеһе кибә, бауыры бөтә, психоз башлана. Бындай кешеләр йыш ҡына артабан йәшәргә көс тапмай, үҙ-үҙенә ҡул һала. Тәүге ике стадияла кешегә ярҙам итеп булһа, һуңғыһына тәгәрәүселәрҙе ҡотҡарып булмай.

– Әгәр кеше мәжлестән һуң, иҫергәнсе булмаһа ла, һыра кеүек спирты юғары булмаған эсемлектәр ҡуллана икән…
– Был да ыңғай күренеш түгел. Һау-сәләмәт, хәмергә бәйлелеге булмаған кеше икенсе көнөнә иҫерткес эсемлектәргә әйләнеп тә ҡарай алмай.

– Ярҙам итеү тигәндәй, беҙҙең дауаханала ҡасандыр наркология бүлеге була торғайны...
– Эйе, иҡтисади шарттар үҙгәреп, уны ябып, Сибайҙа наркология клиникаһы асҡайнылар. Тик артабан ул да ябылып, Сибай дауаханаһында ғына наркология бүлеге асылды. Шулай итеп, беҙҙең ҙур район был йәһәттән ярҙамһыҙ ҡалды. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙерге ваҡытта район хакимиәте етәкселеге район өсөн ошо йүнәлештәге медицина учреждениеһын асыу буйынса эш алып бара һәм ул ыңғай хәл ителер, тип уйлайым. Тимәк, күпмелер кешене ҡотҡарыу мөмкинлеге буласаҡ.

– Эскегә һабышҡандар ярҙам һорап мөрәжәғәт итәме?
– Әлбиттә, киләләр. Тик эскесенең үҙенең араҡыны ташлау теләге булырға тейеш. Ҡайһы саҡта бындай ауырыуҙарҙы яҡындары өгөтләп алып килә. Әммә кеше үҙенең хәмер ҡолона әүерелгәнен танырға теләмәһә, уға ярҙам итеүе бик ауыр.

– Ҡайһы бер кешеләрҙең дарыу­хананан төрлө сирҙәрҙән булған төнәтмәләр һатып алып, шунда уҡ эсеп бөтөүен күҙәтергә тура килә.
– Улар – алкоголизмдың һуңғы стадияһына еткән кешеләр. Бындай төнәтмәләрҙә күпмелер кимәлдә спирт бар, уларға шул да етә. Шулай уҡ эскеселәр хушбуй, одеколон һ.б. шыйыҡсаларҙы эҙләп кенә йөрөй. Хәмер менән мауыға башлаған күптәр: “Мин бер ҡасан да ундай көнгә төшмәйем”, – тип уйлай. Һәм бик ныҡ яңылыша, сөнки ҡиммәтле коньяк, шараптан башлап көмөшкә ҡулланыуға барып еткән кешеләр бихисап. Әле бына яңыраҡ дауаханала өс айлыҡ балаһын ҡалдырып, әхирәте менән 1,5 литрлыҡ ике шешә һыра эсеп, лаяҡыл иҫереп килгән ҡатынды ҡарарға тура килде. Ул да үҙенең эскесе булыуын танырға теләмәй. Әммә әсә кеше сабыйын ташлап, ҡайҙалыр сығып китә ала икән, уға ныҡлап уйланыр­ға кәрәк. Сөнки артабан эскелек һаҙлығына батыуы ихтимал.

– Оҙайлы ваҡыт эсмәй яңынан эсә башлаған кешеләр бармы?
– Ундайҙар бик күп. Әле ошо көндәрҙә генә ете йыл эсмәй, әҙерәк эсеп ҡарайым, тип, бер ай туҡтай алмаған әзмәүерҙәй ир мөрәжәғәт итте. Ғөмүмән, үҙен контролдә тота алмаған, эскелеккә һабышыусан кешеләргә бөтөнләй эсмәҫкә кәңәш итер инем. Беҙҙең милләт вәкилдәренә борон-борондан хәмер ят күренеш булғас, организм тиҙ бирешә.

– Хәҙер эскелектән дауалаған имселәр, код ҡуйыусылар бар. Уларға ҡарашығыҙ ниндәй?
– Ыңғай. Әгәр улар, исмаһам, бер кешегә ярҙам итһә лә, бер ғаилә сикһеҙ бәхет-шатлыҡ кисерәсәк. Ә был бик ҙур эш.

– Хәҙерге ваҡытта эскелек ниндәй кимәлдә? Ул көсәйә барамы?
– Юҡ, киреһенсә, эскелек кәмене. Эсеү модала түгел бит. Йәштәрҙең ни тиклем аҡыллы, матур, тәртипле булыуына һоҡланып туйғыһыҙ. Барыһының да уйында – аҡса эшләү, етеш, мул тормошта йәшәү. Иғтибар итһәгеҙ, уларҙың күбеһе ҡиммәтле сит ил машинаһында йөрөй, өҫтәмә белем алыу, сит илгә сәйәхәт итеү тураһында хыяллана һәм быны тормошҡа ашыра. Ҡунаҡта ла шуға иғтибар итәм: ун ир-егеттең һигеҙ-туғыҙы бөтөнләй эсмәй. Ауырыу булғанға түгел, ә уларҙың тормош принцибы шулай. Һәр береһе йорт һалыу, эш асыу, балаларына ярҙам итеү уйы менән янып йәшәй. Ундай саҡта хәмергә урын ҡалмай.

– Айыҡ туйҙар үтә...
– Эйе, әле яңыраҡ бер танышым: “Араҡы булһа ла, туйҙа барыһы ла тиерлек ҡымыҙға өҫтөнлөк бирҙе. Үҙебеҙҙең шифалы эсемлек менән күңел асып, мәжлесте шул тиклем матур үткәрҙек. Иҫеректәр ҙә, икенсе көнөнә “баш төҙәтеү”ҙе уйлап йөрөүселәр ҙә булманы”, – тип ҡыуандырҙы. Әйтәм бит, хәҙер эскелек кәмегәндән-кәмей. Бәғзе кешеләрҙең теләһә ниндәй суррогат хәмерҙән һәләк булыуы ғына борсолоу уята. Ә бит эскесе булмаған кешене лә был хәүеф урап үтмәй.

– Гәзит уҡыусыларыбыҙға теләктәрегеҙ...
– Нарколог булараҡ, әлбиттә, айныҡ тормош алып барырға саҡырам. Донъя матурлығын күреп, рәхәтләнеп йәшәгеҙ. Башҡорт­тарҙың буҙа, ҡымыҙ эсеп йәшәгәнгә һаулығы ныҡ, үҙҙәре юғары рухлы булғанлығы хаҡында хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Гәзит уҡыусылар һүҙҙәрегеҙҙән фәһем алыр тип уйлайбыҙ.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»