НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » КОМПЬЮТЕРҘАРҘЫҢ УРЫНЫ СҮПЛЕКТӘ ТҮГЕЛ

КОМПЬЮТЕРҘАРҘЫҢ УРЫНЫ СҮПЛЕКТӘ ТҮГЕЛ


КОМПЬЮТЕРҘАРҘЫҢ УРЫНЫ СҮПЛЕКТӘ ТҮГЕЛйәки һәр кеше ҡулланыу ваҡыты уҙған техникаһын махсус урындарға тапшырырға тейеш
Тирә-яҡ мөхитебеҙ яҡлауға һәм ҡурсауға мохтаж икәнлеген бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Көнитмешебеҙҙә нимәгә генә барып тотонһаҡ та, тәбиғәт ресурстарын файҙала­ныр­ға тура килә. Ләкин тәбиғәт биргән бәрәкәттең ҡәҙерен белеп бөтәбеҙме икән? “Экологик мәҙәниәт” тигән төшөнсә беҙҙең халыҡ өсөн буш бер һүҙбәйләнешме, әллә инде бөгөн кешеләр тәбиғәтте тәләфләмәйме? Бәндә тирә-яҡ мөхитте мөмкин тиклем әҙерәк бысратырға, ҡәҙерләргә теләгән осраҡта эште нимәнән башларға тейеш?
Ошондай көнүҙәк һорауҙарға яуап табыу өсөн Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө алдынан Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина ШӘМСЕТДИНОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Альбина, һеҙ эшләгән ойошма республика халҡын экологик яҡтан тәрбиәләү менән шөғөлләнә тип әйтеп буламы?
– Эйе, дөйөмләштереп әйткәндә, тап шулай. Исеменән үк күренеп тороуынса, “Тәбиғәт” – махсуслашҡан тәбиғәтте һаҡлау предприятиеһы. Алдыбыҙға ҡуйылған төп маҡсат – халыҡты хозур тәбиғәтебеҙҙе тәләфләмәй ҡулланырға өйрәтеү, кешеләрҙә экологик мәҙәниәт тәрбиәләү.

– Әйтегеҙ әле: кеше экологик яҡтан мәҙәниәтле булырға теләһә, эште нимәнән башларға тейеш?
– Әлбиттә, эш үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алыуҙан башлана. Урамда, тәбиғәт ҡосағында сүп-сар ташламау, һыу буйҙарын бысратмаҫҡа тырышыу кеүек ябай, әммә шул уҡ ваҡытта сикһеҙ яуаплы нәмәләр тураһында бер генә минутҡа ла оноторға тейеш түгелбеҙ. Былар һәр кемдең ҡанына һеңһен ине. Аныҡ эштәргә килгәндә, бөгөнгө көндөң афәте – сүп-сар менән нисек эш итеү тураһында һүҙ алып барырға теләйем. Бөгөн тирә-яҡ мөхитте сүплеккә сығарып ташлан­ған ҡалдыҡтар шул тиклем бысрата – сәстәрең үрә торор.
Республикала махсус төҙөлгән полигондар бар – улар заманға яраҡ­лаштырып, нормалар буйынса эшләнгән. “Тәбиғәт” дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған полигондарҙың барыһында ла сүп-сар йыйыу ҡағиҙәләр буйынса башҡарыла. Ләкин полигондар менән генә эш бөтмәй шул – иҫәпһеҙ-һанһыҙ сүплектәрҙә нимәләр сереп, ағыу сәсеп ятҡанын белеп тә бөтөп булмай. Сүплек сүплектән айырыла – унда йортоңда артыҡ булған бөтә нәмәне лә сығарып быраҡтырмайҙар.

– Мәҫәлән, нимәне ырғытырға ярамай һуң?
– Иҫке компьютерҙар, ноутбуктар һәм, ғөмүмән алғанда, көнкүреш техникаһын сүплеккә быраҡтырыу – ҙур хата. Күп тә тормай, улар зарарлы матдәләр бүлеп сығара башлаясаҡ һәм һауаны, һыуҙы, ерҙе бысратасаҡ. Һәр нәмәнең үҙ рәте бар – техниканы теләгән бер сүплеккә ырғытмай­ҙар. Уларҙы махсус урындарға алып барып тапшырыуҙы хәстәрләү – ана шул һеҙ билдәләгән экологик мәҙәниәтле булыуҙың бер сағылышы.
Уртаса алғанда, һәр бер ғаилә унлаған көнкүреш техникаһын ҡуллана. Улары ватылған һайын ҡайҙалыр ырғытырға кәрәк. Техниканың составында терегөмөш, ҡурғаш, кадмий һәм башҡа зарарлы матдәләр бик күп. Ә беҙҙә күптәр оҙаҡ уйлап тормай ғына ватыҡ компьютерҙарҙы, телеви­зор­ҙарҙы дөйөм сүплеккә сығарып ырғыта.

– Иҫке көнкүреш техникаһын шундуҡ йорттан сығарып ташларға кәрәк тип тә аңларғамы инде был ҡағиҙәләрҙе? Күптәрҙең өйөндә ватыҡ телефондар һәм башҡа техника ла бар бит…
– Юҡ. Улар ҡаплаулы килеш йортта торғанда әллә ни зарар килтерә тип әйтеп булмай. Ләкин тышҡа сығарылдымы – ямғыры ла, еле лә, ҡары ла техникаға йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә сүплеккә сығарып ташланған компьютер тирә-яҡ мөхитте ағыуға күмеүсе бер “дошман”ға әүерелә. Ошо проблеманы хәл итеү өсөн “Тә­биғәт” дәүләт унитар предприятиеһы ватылған компьютерҙарҙы йыйыу өсөн махсус пункт булдыр­ҙы.
Эксперттар белдереүенсә, иҫке техниканың 90 процентҡа тиклем детале яңынан ҡулланыуға яраҡлы. Был хаҡта белеүселәр бармы икән? Беҙҙең илдә әйберҙәрҙе ҡайтанан эшкәртеү менән шөғөлләнеүселәр бик аҙ. Әйтерһең, тәбиғәт ресурстары төпһөҙ. Ҡайһы бер урындарҙа ватыҡ техниканы йыйыусы ойошмалар бар. Беҙ ҙә был эште башҡарабыҙ: Өфө ҡалаһында Степан Кувыкин урамындағы 102-се йортҡа килеп, бөтә ватыҡ техниканы ла ҡалдырып китергә мөмкин. Был да шулай уҡ бушлай күрһәтелгән хеҙмәт.

– Хәҙер магазиндарҙа ябай лампочкаларҙы табыуы ҡыйын була башланы – улар һатыуҙа бик әҙ. Ә яңылары тураһында төрлө һүҙ йөрөй, зарарлы тип әйтеүселәр ҙә бар. Энергияны һаҡлаусы лампалар тураһында нимә әйтер инегеҙ?
– Рәсәйҙә яңы технологиялар буйынса энергияны экономиялаусы лампалар күпләп етештерелә башланы. Беҙ өйрәнгән ябай лампочкалар менән хушлашырға ваҡыт – 2011 йылдан 100 ватт һәм унан юғары ҡеүәтле лампочкалар­ҙы етештереү туҡтатылды. 2014 йылдан һуң 25 ватт ҡеүәтлеләре лә сығарылмаясаҡ. Был юҡҡа ғына ҡабул ителгән ҡарар түгел. Элекке лампочкаларға ҡарағанда яңылары күпкә яҡшыраҡ, сифатлыраҡ.
Ләкин, һәр ваҡыттағыса, проблемаларһыҙ ҙа булмай шул. Энергияны һаҡлаусы яңы лампа­лар­ҙың составында терегөмөш бар. Ул беренсе класҡа ҡараған ағыулы матдә һанала. Яңы лампалар сығарылған-сығарылыуын – ләкин ҡулланыу ваҡыты уҙғас, уларҙы нимә эшләтергә икәнлеге аңлашылмай. Терегөмөштөң ныҡ зарарлы булыуын һәр кем белә. Ә бына лампочкаларҙы сүплеккә сығарып ташлауҙың ҙур зыян килтереүен, хәүеф тыуҙырыуын ныҡлап аңлаусылар самалы. Терегө­мөш­лө лампочкалар ватылдымы, тереклекте ағыулаусы матдәләр бүлеп сығара башлаясаҡ. Кеше ошондай матдә менән зарарланған һауаны йыш һулаһа, нервы системаһы ҡаҡшай, эске органдары зарарлана.

– Ә нимә эшләргә һуң: лампочкаларҙы сүплеккә ырғытырға ла ярамай, йортоңда тотоу ҙа үҙеңде ағыулау булып сыға түгелме?
– Яҡын киләсәктә ошондай заманса лампаларҙы утилләштереү өсөн уңайлыҡтар табылыр тип өмөтләнәбеҙ. “Башҡортостан Рес­публикаһында 2011 – 2020 йылдарҙа ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү системаһын камиллаштырыу” тип аталған республика маҡсатлы программаһы эшләй. Уны тормошҡа ашырыу барышында терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы йыйыу системаһы халыҡҡа яҡынайыр, уңайлы булыр тип план ҡорабыҙ. Әле республикала составында терегөмөш булған ҡалдыҡтар­ҙы, сүпте йыйыу менән өс ойошма шөғөлләнә. Дәүләт учреждениелары, предприятиелар кимәлендә составында ағыулы матдәләр булған ҡалдыҡтарҙы йыйыу эше яйға һалынған. Тик халыҡ менән эшләйһе бар әле. Бында кешеләрҙе генә ғәйепләп булмай – ошондай ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм эшкәртеү өсөн үҙәкләштерелгән селтәр юҡ. Мәғлүмәт етмәгәнлектән, һәм дөрөҫөн әйтергә кәрәк, яуаплылыҡ тоймағанлыҡтан, кеше терегөмөшлө лампаларҙы башҡа ҡалдыҡтар менән сүплеккә сығара ла ырғыта. Ағыулы матдәһе булған ҡалдыҡтар айырым йыйылырға тейеш. Уларҙы махсус урындарға алып барып тапшыралар.

– Ҡайҙа?
– Термометрҙар, терегөмөшлө лампочкаларҙы йыйыу пункттары бар. Теләгән һәр кем унда барып, ҡулланыу ваҡыты уҙған термометр һәм лампочкаларҙы махсус контейнерҙарға һалып китә ала. Был контейнерҙар ҙа үрҙә билдәләнгән адрес буйынса урынлашҡан. Бынан тыш, республиканың бөтә район һәм ҡалаларына ла беҙҙең экомобиль йөрөй. Ул билдәле бер ваҡытта килеп, терегөмөшлө лампаларҙы бушлай йыйып китә.

– Зарарлы ҡалдыҡтарҙы килтереп тапшырыусылар күпме?
– Әлбиттә. 2012 йылда ғына экомобиль 10 меңдән ашыу лампа һәм термометр йыйып алды. Был машина һәр ауылға инеп йөрөй алмай. Шуға ла ауыл халҡы ҡалдыҡтарҙы бергә туплап, экомобиль уларға яҡыныраҡ ергә килгәндә тапшыра ала. Ысынында, бының бер ҡыйынлығы ла юҡ, яуаплылыҡ тойорға ғына кәрәк. Һин бер лампаны ырғыттың, күршең ватыҡ термометрын – уларҙың бөтәһен бергә ҡушһаң, күпме токсик матдә барлыҡҡа килә.

– Республикала быйылғы йыл Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
– Бына әле Себер кедры ағастары ултыртып ҡайтып ҡына торабыҙ. Ағас ултыртыу, макулатура йыйыу, балалар, үҫмерҙәр ара­һында экологияға ҡағылышлы төрлө акциялар ойоштороу кеүек саралар бик күп – уларҙың һәр береһен атап та бөтөп булмаҫтыр.
Кешелә экологик мәҙәниәт тәрбиәләү бер көнлөк эш түгел. Тирә-яҡ мөхит алдында яуаплылыҡ тойоу һәр кемдә ғаиләһенән, мәктәптән үк башланған осраҡта ғына киләсәктә бөгөнгөләй матур тәбиғәтле ерҙә йәшәрбеҙ, тип өмөтләнергә була. Төрлө саралар, акциялар ойоштороуҙың файҙаһы бар. Тамсы тама-тама ташты тишә, тигәндәй, тора-бара кешеләр көнкүреш ҡалдыҡтарына ла, тәбиғәткә лә тағы ла яуаплыраҡ ҡарай башлаясағына ышанам. Бына мин үҙем, мәҫәлән, бер ваҡытта ла ҡағыҙҙы ике яғын да тултырып яҙмай тороп, макулатураға тапшырмайым. Был инде хәҙер автоматик рәүештә эшләнә.
Ә уйланырға урын бар – тәбиғәт беҙҙең ҡурсыуға мохтаж. Мәҫәлән, беренсе пластик етештерелгәнгә нисәмә йыл үткән, ә шул беренсе пластик әле һаман да серемәй, ҡайҙалыр ерҙә ятыуын дауам итә…

– Альбина Ирек ҡыҙы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, киләсәктә лә хеҙмәттәшлек итергә өмөт итәбеҙ!

Лилиә СИРАЕВА
әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 4-06-2013, 14:05 | Ҡаранылар: 961
|
  • Мырҙашты сүплеккә батырмайыҡ
  • Был аҙнала - сираттағы «Субботка-Переработка»
  • Тирә-яҡ таҙараҡ булһын!
  • Тирә-яғыбыҙҙы таҙараҡ итәйек!
  • Боҙолған лампаларҙы ташламағыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM