НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Тәмәке ҡоло булмағыҙ!

Тәмәке ҡоло булмағыҙ!


Гәзиттәрҙә ошо темаға йыш ҡына кешеләрҙең тәжрибә уртаҡлашыуы баҫылып тора. Ҡайһы берәүҙәр бигерәк экзотик ысулды ҡуллана: уларҙың тәжрибәһе һаулыҡ өсөн генә түгел, хатта ғүмер өсөн дә ҡурҡыныс. Мин дә, тәмәке тартыу тынысландыра, тигәнгә ышанып, тарта башлағайным. Тынысландырыуын тынысландырмай, тик тартҡан саҡта ошо шөғөлгә әүрәп торған булаһың инде. Бер аҙҙан үҙең дә тынысланаһың. Был һис тә тәмәкенән түгел, бары уйҙарыңдан арынып тороуҙан ғына. Бының өсөн тәмәке мотлаҡ түгел, һағыҙ сәйнәү ҙә етә. Ошо мәлде үткәреп ебәрер өсөн кемдәрҙеңдер бүтән ысулдары барҙыр.
Тәмәкегә килгәндә, минең менән ошолайыраҡ булды: береһен тартып бөтөп ташлауға хатта бер минут үтмәй, тағы тартҡы килә. Шулай итеп, төштән һуң ғына ике ҡап тартып бөттөм. Башҡалар кеүек 10 – 15 минут та түҙеп булмай. Был хәлгә ныҡ асыуландым да, үҙемә үҙем һорау бирҙем: бармаҡ буйы сигаретмы, әллә, кеше булараҡ, минме бында хужа? Юҡһа сигарет ҡоло була яҙғайным. Әлбиттә, ҡол булырға теләмәнем һәм башҡаса бер ҡасан да йәнһеҙ нәмә ҡоло булмаҫҡа, тип үҙемә үҙем һүҙ бирҙем. Ике көн үлә яҙып тартҡы килһә лә түҙҙем. Һуңынан тағы ике аҙна тартыу теләге йонсотто, уныһын еңелерәк үткәрҙем. Бына шулай ике аҙна тигәндә саҡ тәмәкенән ҡотолдом. Шуға ла тартыуҙы ташлай алмағандарҙы бер аҙ аңлайым.
Үҙемдең тәжрибәмдән сығып, шуны әйтәм: тартыуҙы ташлар өсөн төп шарт – үҙ-үҙеңде хөрмәтләү, ҡол психологияһынан арыныу. Башҡаса бер ни ҙә кәрәкмәй. Тартыуҙы ташлағандарҙың барыһы ла: «Тәүге ике көндө түҙеүе ауыр», – ти. Бындай ваҡытта бары тик үҙеңде-үҙең: «Мин барыбер йәнһеҙ сигареттан ғына көслөрәк, барыбер мин еңәсәкмен», – тип эстән генә ышандырырға кәрәк һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Кесе ТАБЫНЛЫ.
Ғафури районы.

Сығыу ваҡыты 31-05-2013, 11:20 | Ҡаранылар: 804
|
  • Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ
  • Тәмәкенең зыяндан башҡаһы юҡ
  • һорау-яуап
  • Тартаһыңмы?
  • Артыҡ 1500 һумың булһа, әйҙә, тарт
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Йондоҙнамә (21-27 май)



  • Радио Юлдаш FM