НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уйлан, дуҫым


Кис. Тирә-яҡҡа ниндәйҙер сихри нурҙар сәсеп, эңер төшә. Ҡояш байыған офоҡ ут ҡыҙылы алған. Әйтерһең, ул талғын ғына янған усаҡ кеүек нурлана. Көнө буйы шаулап торған һылыу ҡайындар тынып ҡалған. Ҡоштар, сылтырап аҡҡан шишмәләр – барыһы ла татлы йоҡоға талған. Күктә шаян йондоҙҙар күҙ ҡыҫыша. Берәү, уның артынан икәү, өсәү…
Төн төшкәнсе улар меңәрләгән була. Меңәрләгән йондоҙсоҡтар Ер-әсәгә нурҙарын һибә.
Тирә-яҡ тып-тын. Шомло. Ә иртәгә ошо сихри тынлыҡ һәм ҡараңғылыҡ пәрҙәһен йыртып таң ата. Таң, ниндәй бәхет! Яңы тормош башлана. Ләкин һин, тик һин генә ошо бәхетте татый алмайһың. Ә кем ғәйепле һуң? Бары тик үҙең генә. Сөнки берәү ҙә һине һуңғы сиккә этәрмәне. Аңлашыла, үҙеңде яңғыҙ тойғанһыңдыр, йөрәгеңә тынғы бирмәгән оло ҡайғың булғандыр, төҙәлмәҫлек хата эшләгәнһеңдер, тик улар ғына ни өсөн һинең күҙеңде ҡапланы? Сиселмәҫлек мәсьәләләр булмай, шуны аңлап өлгөрмәнең. Ваҡыт – иң һәйбәт дауа, тиҙәр. Бәлки, ваҡыт үтеү менән һин дә аҡылыңа килер инең. Ләкин һин көтмәнең, бөтә донъяға күҙ йомоп, һуңғы сиккә юл ҡуйҙың, донъя туҡтағандай тойолдо.
Ошо гүзәл тормошто ҡалдырып, һин мәңгелеккә киттең. Нисек ҡулың күтәрелде, иҫәркәй? Һин бит яңғыҙ түгел инең. Ниңә әҙ булһа ла уйламаның?
Яҙмыш бит шундай әсе лә, татлы ла була. Һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ бәхете. Берәү ҙә кеше өсөн йәшәмәй, һәр кем үҙе өсөн тырыша. Көслө яҙмыш елдәре була, ләкин бөгөлөргә ярамай. Һәр ваҡыт алға барырға кәрәк. Тирә-яғыңа ҡара әле, тормош бит шундай матур. Һәм һин ошо гүзәллекте күрергә тейешһең. Ябай ғына нәмәнән дә йәм табырға була. Бары тик күрә белергә генә кәрәк. Һин бәхетле, сөнки ошо донъяға килгәнһең. Шатлан тыуған таңдарға, ҡыуан үткән көндәргә – улар бит тормоштоң йәме.
Һин киттең, үҙ теләгең менән, берәү ҙә көсләмәне. Бер көн үтте, икенсеһе, өсөнсөһө... һәм һине оноттолар. Эйе, тәүге көндәрҙә йәлләнеләр, иланылар, тик нимәгә? Һин бит үҙең шундай яҙмышты теләнең.
Уйлан, дуҫым. Һин йәшәйһең, бәхетлеһең. Ғүмер бер генә, ҡәҙерен бел.

Гөлзифа АБЗАЛОВА,
БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетының
III курс студенты.

Сығыу ваҡыты 14-05-2013, 11:47 | Ҡаранылар: 866
|
  • “Йәшем менән йыуып булһа икән үкенесле үткән ғүмерҙе…”
  • “Һин яҙҙарҙан мине мәхрүм иттең”
  • «Тамсы булып ҡайғы түгел, Шатлыҡ йәштәре тамһын»
  • «Юлда ғына етеп була Бәхеттең диңгеҙенә»
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM