НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Яҙ! Талпан? Ҡурҡыныс...

Яҙ! Талпан? Ҡурҡыныс...


Ошо хозур миҙгелдең үҙенә күрә хәүефтәре лә бар. Был аҙнала ғына республиканың медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 783 (!) кеше мөрәжәғәт иткән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 647 талпан тикшерелгән, шуларҙың утыҙ туғыҙында талпан энцефалиты вирусы асыҡланған. Ҡан һурыусылар Әлшәй, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ҡалтасы, Көйөргәҙе, Нуриман, Салауат, Стәр­летамаҡ, Туймазы райондарында һәм Өфө ҡалаһында йышыраҡ осрай.
Әгәр ҙә талпан йәбешә ҡалһа, унан тиҙ арала ҡотолоу сараһын күрергә кәрәк. Тик уны бер ҡасан да йолҡоп алмағыҙ. Иң яҡшыһы – йәшәү урынығыҙҙағы дауахана хирургына күренегеҙ. Әгәр ҙә ундай мөмкинлек булмаһа, ҡан һурғысты көнбағыш майы, пинцет ярҙамында ипләп кенә сығарығыҙ. Талпандың моронсоғо тороп ҡалмаҫҡа тейеш. Тешләнгән урынды йыуығыҙ һәм йод (спирт, одеколон) менән эшкәртегеҙ. Шунан бөжәкте лабораторияла энцефалит вирусына (хаҡы 300 һум) һәм боррелиозға (400 һум) тикшертергә кәрәк. Һуңғыһы нервы системаһын ғына түгел, йөрәк-ҡан системаһын ҡаҡшата. Боррелиоз талпаны йышыраҡ осраһа ла, уға ҡаршы әлегә прививка булдырылмаған.
Республикала ундай лаборатория тик баш ҡалала ғына бар (Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, телефондар: 237-58- 40, 237-42-56). Киләсәктә башҡа төбәк­тәр­ҙә лә бер нисә лаборатория асыу күҙаллана. Әгәр ҙә лабораторияға барыр­ға мөмкинлек булмаһа, талпанды яндырығыҙ.
Бөжәк йәбешкәндән һуң вирус асыҡланһа, шундуҡ талпанға ҡаршы иммуноглобулин уколы эшләргә кәрәк. Уның бер ампулаһы Өфө дарыуханаларында яҡынса 600 һум тора. Тән массаһының һәр ун килограмына берәр ампула талап ителә.
Энцефалит ке­үек яман сирҙән үҙеңде нисек һаҡлар­ға? Эйе, прививка яһатырға була. Әм­мә хәҙер уны эшләүҙән фәтүә юҡ. Был хаҡта декабрь-ғинуарҙа уҡ хәстәрлек күрә башларға кәрәк. Уны ике тапҡыр эшләгәс (берәүһенең хаҡы яҡынса 2 500 һум), талпан энцефалитынан ҡурҡмаҫҡа мөмкин. Прививканың тәьҫире биш йылға етә. Һаҡланғанды, Хоҙай, һаҡлармын, тигән бит. Тәбиғәткә сыҡҡанда тәнгә тейеп торған тығыҙ кейем кейегеҙ. һәр сәғәт һайын муйын, ҡултыҡ аҫтын, ҡолаҡ артын, сатыр тирәһен, кейемегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Ә өйгә ҡайтҡас, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы ентекләп ҡарап сығығыҙ. Әгәр ҙә йорт хайуаны ла һеҙҙең менән йөрөһә, уны ла тикшерергә онотмағыҙ.

Сығыу ваҡыты 10-05-2013, 10:49 | Ҡаранылар: 886
|
  • Һаҡ булығыҙ! Талпан
  • нимәнелер ауыҙығыҙға ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ»
  • Талпан энцефалиты
  • Талпан туйыр осор башланды
  • Талпан бәләһе ҡалҡа!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM