RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмаһын!

26.04.2013 Атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмаһын!

Атом һәләкәттәре башҡа бер ҡасан да булмаһын!             Бөгөн бар донъя радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә ала. Тап ошо көндө 1986 йылда Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай.
Был һәләкәт тураһында күп һөйләргә була. Уның барлыҡҡа килеү версиялары ла байтаҡ – ғилми-фантастик күҙлектән башлап блокта булыусыларҙың биргән рәсми аңлатмаларына тиклем. Шулай ҙа тап 27 йыл элек «тыныс атом» тип йөрөтөлгән атом энергияһы үҙенең бер ҙә тыныс түгел икәнен иҫбатлай.
Радиоактив бысраныу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә янай. Шуға күрә лә фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. АЭС, атомсылар ҡалаһы Припять менән Чернобыль ҡасабаһын уртала ҡалдырып, 30 саҡрымлыҡ ситләтелеү зонаһы (ЧЗО) барлыҡҡа килә, ул сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратыла. Радиация менән зарарланған башҡа ерҙәрҙән кешеләр тиҙ арала ситкә күсерелә.
Был ваҡиғанан һуң өс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтте. Ҡеүәтле дәүләт – Советтар Союзы юҡҡа сыҡты, төрлө реформалар илебеҙҙе дер һелкетте, донъяла ла тарихта ҡалырлыҡ ваҡиғалар булып торҙо.
Ләкин кешелектең атом сәнәғәте ышаныслы ҡулдарҙа тигән уйы 2011 йылдың мартында Япониялағы ер тетрәү һәм цунами менән бергә юҡҡа сыҡты. «Фукусима» АЭС-ы фажиғәһе Чернобылде ҡабатланы. Бар донъяны радиациянан ҡурҡыу – радиофобия биләне.
Беҙ, кешеләр, был ике фажиғәнән етди һабаҡ алырға бурыслы. Кеше бар тәбиғәткә хужа була алмай, уның байлыҡтарына һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, ЧАЭС фажиғәһе беҙҙең күңелдәрҙе әрнетәсәк, бер ҡасан да тынмаған хәүеф булып торасаҡ.
Радиоактив матдәләр үҙенең зарарлы тәьҫирен меңдәрсә йыл һаҡлай. Шуға күрә лә Чернобыль АЭС-ындағы шартлау, уға тиклем булған Силәбе өлкәһендәге «Маяҡ» берекмәһе һәләкәте тарихта ғына ҡалды, хәҙерге тормошта булмаясаҡ, тип бер ҙә әйтә алмайбыҙ. Кешеләргә 26 апрелдә һәм башҡа ваҡытта ла атом ҡорбандарын иҫләргә, Чернобыль бер ҡасан да ҡабатланмаһын, тип йәшәргә кәрәк.

Фажиғә барышы

1986 йылдың 26 апреленә ҡараған төн. Чернобыль атом электр станцияһының 4-се энергоблогында профилактик ремонт һәм яуаплы эксперимент үткәреү барышында ике шартлау яңғырай. Фажиғәгә РБМК атом реакторының конструктив етешһеҙлеге, эксперименттың дөрөҫ үткәрелмәүе һәм реактор-турбогенератор сылбыры менән идара итеүсе оператив хеҙмәткәрҙәрҙең һәм инженерҙарҙың хатаһы сәбәпсе.
Шартлауҙар реактор урынлашҡан үҙәк залды һәм уның ярҙамсы бүлмәләрен тулыһынса юҡҡа сығара. Ядро яғыулығы һәм графит емереклектәр өҫтөнә, станция биләмәһенә машиналар залы, аппарат бүлеге, күршеләге 3-сө блоктың ҡыйыҡтары төшә һәм янғын сыға. Машиналар залында өлөшләтә ҡыйыҡ емерелә, унда ла ут тоҡана. Был урында эшләүселәр, үҙҙәренең ғүмерҙәрен йәлләмәй, янғынды һүндерә, агрегаттарҙы туҡтата, йә хәүефһеҙ режимға күсерә. Улар башҡа блоктарҙың аварияһын иҫкәртә.
Ә ҡыйыҡтарҙа ҡабынған утты Припять ҡалаһынан һәм хәрби янғын һүндереү часынан килеп еткән янғын һүндереүселәр һүндерә. Улар меңәрләгән рентген күләмендә радиация дозаһын ала.
Шартлауҙан һуң 4-се блок менән идара иткән белгестәр, реакторҙы һыуытыу өсөн һыу ебәрергә кәрәк, тип хаталана. Шуға күрә күп кеше юғары радиация тәьҫиренә дусар була.
Һәләкәт эҙемтәләренә ҡаршы көрәшеү

Авария һөҙөмтәһендә станция янында, Припять ҡалаһына һауанан радиоактив матдәләр ултыра. Үлемесле болот Ер шары буйлап китә. Припять янындағы ҡарағай урманы бер төн эсендә һарғая, сөнки ылыҫлы ағастар радиацияға тиҙ бирешә.
Ҡала халҡын кисекмәҫтән тиҙ арала күсереү бурысы килеп тыуа. Ләкин был эш юғары власть органдары тарафынан 26 апрелдә үк башҡарылмай. Һөҙөмтәлә шәмбелә кешеләр урамда йөрөй. Эҫе көн, күптәр фатирҙарҙың тәҙрәләрен аса, балалары тышта уйнай. Ә фажиғә урынында реактор графиты яна башлай. Ул утты һыу йәки күбек менән һүндереү мөмкин түгел – юғары радиациялы урында кешеләр һәм техника һанаулы минуттар ғына була ала.
Ғалимдар тәҡдиме буйынса янғынды һәм гамма-нурҙарҙы туҡтатыу өсөн реакторға вертолеттар ҡурғаш, ҡом, доломит, бор кислотаһы ташлай. Ут һүнә, ләкин быны эшләгән, ысын мәғәнәлә батырлыҡ яһаусы вертолетсылар һаулығын юғалта. Афған һуғышында тере ҡалған юғары класлы осоусылар күҙгә күренмәҫ радионуклидтар һәм гамма-нурҙарҙан һаҡлана алмай…
Кешеләр Припяттән йәкшәмбелә генә күсерелә. Бының өсөн төндә Киевтан һәм башҡа урындарҙан 1150 автобус, тимер юлдан ике поезд килтерелә. Тәүҙә: «Черно­быль АЭС-ында авария булды. Өс көнгә ҡаланан эвакуация яһаласаҡ», – тигән иғлан бирелә. Халыҡ йорт подъездарынан уҡ автобустар­ға ултыртыла. Артабан Припяттә йәшәүселәр Украинаның радиация эләкмәгән ҡала, ауылдарында урынлаштырыла. Был көндө Чернобыль ҡасабаһы һәм яҡын тирәләге ауылдарҙың халҡы ла эвакуациялана.
… Бер нисә айҙан ҡала халҡына, өйҙәренә ҡайтып, кәрәкле әйбер­ҙәр­ҙе күсерергә рөхсәт була. Ни­мәһе шаҡ ҡатырғыс – күптәр ул мәлдә престижлы булған балаҫтарҙы, телевизорҙарҙы һәм башҡа көнкүреш техникаһын үҙҙәре менән сығармай. Улар ғаилә фотоальбомдарын, ҡәҙерле хаттарҙы, быуындан-быуынға тапшырылған төрлө ҡомартҡыларҙы ала. Тап ошо әйберҙәр кеше йылыһын, бер ҡасан да һүнмәйәсәк ғаилә тыныслығын, күңел йыуанысын бирә лә инде.

Мәңге йәш ҡала булып һаҡланасаҡ

Ситкә күсерелгән кешеләр йәйгә ҡарай йәшерен генә кире ҡайта башлай. Һаҡ хеҙмәте дежур итһә лә, ҡайһы бер фатирҙарҙы мародерҙар ҙа таҙартып өлгөрә. Ошонан һуң ҡала халҡын фатирҙарына ҡайтарып, әйберҙәрен күсереү ойошторола. Махсус автомашиналар бүленә, 17263 фатирға кешеләр ҡайта. Был хәл 25 октябргәсә дауам итә.
Припяттән, Чернобыль һәм По­лесье районынан күскән кешеләргә фатир бүлеү ҙә оло проблемаға әүерелә. Бюрократик кәртә­ләр­ҙе үтеп, авариянан һуң дүрт ай үткәс кенә был мәсьәлә хәл ителә.
Ҡалала теркәлгән 2226 автомобиль һәм 1214 мотоцикл тәүҙә торлаҡ-коммуналь идаралығында һәм үҙәк баҙар биләмәһендә туплана. Был техника радионуклид саңы менән зарарланған, шуға күрә лә зонанан ситкә сығарыла алмай. Уларҙың хужаларына компенсация түләнә. Махсус ҡарар менән, автомобилдәрҙе тейешлесә тамғалап, станция һәм зонала эшләгән ойошмаларға таратып бирәләр. Был бик дөрөҫ алым була, сөнки ситтән «таҙа» техника индерелеп, бысранмай. 1986 йылдың икенсе яртыһында Киевтың мебель магазиндарында ҙур-ҙур сираттар барлыҡҡа килә. Дефицит мәле, эвакуцияланған кешеләр һәм баш ҡала халҡы араһында низағтар ҙа тыуа. Зонала ҡалған мөлкәт өсөн компенсациялар түләү бик ҡыйын үтә.

Оло бәләгә ҡаршы көрәш

Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә күп кеше йәлеп ителә. Беренсе көндәрҙә үк төҙөлә башлаған Башҡорт атом электр станцияһына ла төркөм тупларға йәшерен бойороҡ бирелә. Унда махсус бригада төҙөлә һәм май баштарында ЧАЭС-ҡа оҙатыла. Тәүҙә Чернобылдә атом сәнәғәте белгестәре эшләй. Аҙаҡтан төрлө министрлыҡтарҙан килә башлай­ҙар, хәрби комиссариаттарҙан запаста булыусылар – «партизандар» ҙа саҡырыла. Ҡораллы көстәр ҙә йәлеп ителә.
Припять ҡалаһын кәртәләү, биналарҙы йыуыу, эшкәртеү, Припять йылғаһы буйына дамба төҙөлә, ныҡ зарарланған ауылдарҙы күмеп, ҡәберлектәр яһала, Чернобылдә дезактивация уҙғарыла. Бар ерҙә лә дозиметрсылар тикшереүе ойошторола. Атмосфераға осҡан радиация ямғыр менән йыуылмаһын тип, Украина һәм Белоруссияла йәй миҙгелендә самолеттар күкте эшкәртә.
Иң ҙур эштәр станцияла башҡарыла. 4-се блок янындағы емереклектәр алыҫтан идара ителгән бульдозерҙар һәм башҡа техника менән йыйыла. Ҡыйыҡтарҙы таҙартыу ҙа ҡатмарлы була. Сит илдән һатып алынған махсус роботтар ҙа, СССР-ҙыҡылар ҙа әллә ни эшләй алмай. Һөҙөмтәлә ҡыйыҡтарҙы, бейектәге конструкцияларҙы махсус кейемле «партизандар», һалдаттар көрәк, лом менән таҙарта. Шартлаған реактор һәм емереклектәр өс ай эсендә махсус ҡаплау – саркофаг менән ябыла.
Әлеге ваҡытта Чернобыль АЭС-ында электр тогы етештерелмәй. Унда халыҡ-ара ойошмалар тарафынан «Яңы арка» проекты тор­мош­ҡа ашырыла. Станция тулы­һын­са махсус көмбәҙле ҡыйыҡ – арка менән ҡапланасаҡ һәм уның аҫтындағы биналар 2050 йылға тиклем һүтеп алынасаҡ.

Атом һалдаттары
яҡлауға мохтаж

Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә Башҡортостандан да бик күп кеше саҡырыла. Уларҙың хоҡуҡтарын яҡлап, 1990 йылдың 10 декабрендә «Чернобыль союзы» Бөтә Рәсәй ойошмаһы барлыҡҡа килә.
Әйтергә кәрәк, ЧАЭС-та булыу­сыларҙың күпселеге радиация һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән бик күп ауырыуға дусар. Төрлө орган­дар­ҙа үҫешкән яман шеш арҡаһында улар оҙаҡ йәшәмәй. Шуныһы мәғлүм, РФ Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 1999 йылдың 19 апрелендә ҡабул ителгән «Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт һөҙөмтәһендә радиация тәьҫиренә эләгеүсе граждандарҙы социаль яҡлау» тураһындағы Рәсәй Федерацияһының Законының 24-се статьяһының 10-сы өлөшө республикала тейешле кимәлдә үтәлмәй. Беҙгә бының турала «Чернобыль союзы» Өфө ҡала ойошмаһы идараһы ағзаһы Рәмил Фәррәхов әңгәмә барышында һөйләне.
– Дәүләт тарафынан беҙҙең статус әлегәсә билдәләнмәгән, – тине ул. – Беҙҙең турала 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты В. Путин халыҡ-ара форум мәлендә, Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүселәр – Рәсәй геройҙары ул, тип үҙенең ҡарашын белдерҙе. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә иғтибар тейешле кимәлдә юҡ, Закон да насар үтәлә. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең күбеһенең документтары тәртиптә түгел. Шуның һөҙөмтәһендә, йәғни бер-ике белешмә йәки ҡарар булмауы арҡаһында уларға фатир бүленмәй. Йыл һайын чернобылселәр үҙҙәренә тейешлене ала алмайынса вафат була.
Беҙҙең ойошма Мәскәү ҡалаһы хакимиәте һәм Мәскәүҙәге «Чер­нобыль» союзы төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан 2009 йылда төҙөлгән үҙ-ара бәйләнеш килешеүен үрнәк итеп алырға тәҡдим итә. Был документта радиациянан зыян күреүсе граждандарға социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ сәйәсәте, мемориаль эш буйынса башҡарыласаҡ эштәр бик асыҡ аңлатып бирелгән. ЧАЭС-та булыу­сылар уның аша туранан-тура власть органдары менән мөнәсәбәт булдыра. Әлеге ваҡытта Мәскәү чернобылселәренең был документы нигеҙендә Өфө ҡалаһы хакимиәте менән килешеү әҙерләнгән. Уны файҙаланып, власть органдары фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүселәр менән ентеклерәк эшләр, мохтажлыҡтарын ҡәнәғәтләндерер, тип ышанғы килә.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»