НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар

Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлар


Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡларБыйыл ташҡын көслө буласаҡ, тип фаразланы күптәр. Ҡар күп яуҙы, тимәк, ҡар һыуҙары ла ҡушылып, йылғалар ярҙарынан сыға башлаһа, әллә күпме зыян килтереүе бар. Юҡҡа ғына халыҡта, уттан ҡалһа ла, һыуҙан ҡалмай, тигән мәҡәл йәшәмәй бит. Шуға күрә ташҡынға әҙерлек эштәре бер нисә ай элек алдан башлана.
Дыуан районы Мәсәғүт ауылының ҡап уртаһынан йәмле Әй йылғаһы аға. Үткән аҙнала бында командировкаға барғанда йылға буйында бысҡы тотоп йөрөгән бер төркөм кешене осраттыҡ. Кемдә нисектер, миндә, бысҡы тотоп боҙ өҫтөндә нимә эшләп йөрөйҙәр икән, тигән һорау тыуҙы.
– Боҙ ҡапыл күтәрелеп китеп, бер урынға тығылмаһын өсөн боҙҙо тош-тош урындан бысып сығабыҙ. Юғиһә былтыр тап ошо тәңгәлдә боҙ ныҡ ҡына тығылғайны, – тип аңлатты беҙгә Дыуан ра­йо­ны хакимиәтенең ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең баш белгесе Дамир Нуриев был хәлде. Бынан тыш, боҙ өҫтөнә ҡом, күмер онтаҡтары ла һибеп сығалар икән, шулай итһәң, ул урында боҙ тиҙерәк ирей.
Әй йылғаһының да ярҙарына һыймай ағып, халыҡҡа байтаҡ ҡына мәшәҡәт тыуҙырған саҡтары була.
– Иҫемдә, 87-се йылда ташҡын көслө булғайны, йылға ярындағы урамды тотош һыу баҫты. Быйыл әгәр ҙә әлеге кеүек яйлап ҡына иретһә, барыһы ла яҡшы буласаҡ, ә инде ҡапыл ныҡ йылытып ебәр­һә, йәиһә ямғыр яуһа, ташҡындың көслө булыуы ихтимал, – тип фаразланы ул быйылғы ташҡынды.
Элек-электән ата-бабаларыбыҙ йылға-күлле ма­тур урындарҙы төйәк иткән. Әммә яҙ көндәрендә улар ярҙарынан тулышып сығып, беҙҙе бер аҙ хәүефләндереп ала. Әле теге йәки был урында йылғаларҙың ташыуы ту­раһында хәбәрҙәр ишетелә лә башланы. Йылға­ларҙың бәлә-ҡазаһыҙ, ха­лыҡҡа зыян килтермәй генә, имен-аман үҙ ярҙарына ҡайтыуын теләйек.

С. ЛОТФУЛЛИНА.
Ю. КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 12-04-2013, 11:36 | Ҡаранылар: 629
|
  • Көслө ҡойондар буласаҡ
  • Һыу килә, һаҡ булығыҙ!
  • Яҙғы ташҡынға әҙерлек нисек бара?
  • Быйыл йылғалар мул һыулы
  • Боҙ ҡуҙғалды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM