RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һүрелтмәгеҙ усаҡ йылыһын

22.03.2013 Һүрелтмәгеҙ усаҡ йылыһын

Һүрелтмәгеҙ усаҡ йылыһын
Һаумыһығыҙ, “Йәшлек» редакцияһы! Һеҙгә Борай районының Иҫке ҡарағош ауылында йәшәүсе бер төркөм ауыл халҡы яҙа. Беҙҙең ауылда бер түбә аҫтында китапхана, клуб, медпункт эшләй. Әммә ни өсөндөр китапханабыҙ бик һирәк асыла. Һәр аҙнаның йома көнөнән алып дүшәмбеһенә тиклем китапханасыбыҙ Өфөгә сығып китә. Унан ҡалһа, өс көн күренә лә, тағы сығып китә. Эшкә урынлашҡанда ун кеше араһынан, тейешле белеме булмаһа ла, Флүзәне күрһәттеләр. Ул хәҙер инде өсөнсө йыл эшләй. Беренсе йылды бәйләү, сигеү түңәрәктәре эшләй ине, хәҙер улары ла туҡтап ҡалды. Ауылда 100-ҙән артыҡ өй, туғыҙ йыллыҡ мәктәбебеҙҙә 33 уҡыусы, унлап уҡытыусы эшләй.
Клуб нисәмә йыл рәттән йылытылмай. Мөдиргә өндәшеүсе юҡ, эш хаҡы бара. Китапханасы менән клуб мөдире бергә эшләмәй. Мәктәптәге 33 уҡыусынан һорағыҙ, уларҙың береһе лә китап алып уҡымаған. Уҡырҙар ине, китапхана асылмай. Ниңә беҙгә, ауыл халҡына, йыл аҙағында нисә китап бар, күпме уҡыусы булған, күпме сара үткәргәндәр – отчет бирмәйҙәр? Йыл эсендә һабантуй, Яңы йыл байрамдары үткәрәләр ҙә, районға барып, беҙ эшләйбеҙ, тип һөйләйҙәр. ҡәҙерле редакция хеҙмәткәрҙәре, беҙгә ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ, эшләгәс, намыҫлы эшләһендәр. Ауыл халҡы барыһын да күреп тора бит.

Иҫке ҡарағош ауылының бер төркөм халҡы.
Борай районы.

Редакциябыҙға ошондай йөкмәткеле хат килеп төшкәс, аноним булһа ла, мөрәжәғәттәге факттарҙы асыҡлау, унан да бигерәк ауыл китапханаларының бөгөнгө хәле менән танышыу маҡсатында Борай районына юлландыҡ. Борай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рифат Заһит улы Шафиҡов, хат менән танышып сыҡҡас, Иҫке ҡарағош ауылы китапханаһына хакимиәт яғынан бер ниндәй дәғүәләр булмауын, киреһенсә, китапханасының үҙ эшен яҡшы алып барыуын, районда уҙғарылған барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын, хатта республика күләмендә үткәрелгән сараларға ла йөрөүен билдәләне. Үҙәктән йыраҡта булһа ла, был ауыл халҡы район һабантуйҙарында дәррәү ҡатнаша икән. «Мәғлүмәт биреү – бер, әйҙәгеҙ, хаттағы факттарҙы асыҡлау маҡсатында Иҫке ҡарағош яҡтарына бергәләп барайыҡ, китапханасы менән ауыл хакимиәте етәксеһен, уҡытыусыларҙы ла күрерһегеҙ», – тине ул.
Беҙ барғанда китапханасы Флүзә Ғәзизова, Кәшкәләү ауыл хакимиәте башлығы Рауил Әхмәтов, уҡытыусылар китапханала көтөп тора ине. Компьютер донъяһында йәшәгән мәлдә, ауыл китапханаһына иғтибар кәмегәндә, уға йөрөүсе ҡайҙан булһын, яңы китаптар ҙа аҙ киләлер, биш-алты баҫма алдырһалар ҙа ярар ине лә, тип уйлағайным хатты тикшерергә юлланғанда. Әммә уйҙарым бөтөнләй раҫҡа сыҡманы. Иҫке ҡарағош ауыл китапханаһы ғына 17 гәзит-журнал алдыра булып сыҡты. «Башҡортостан», «Кызыл таң», «Өмет», «Йәшлек» гәзиттәре, «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел», «Тулпар», «Аманат», «Һәнәк» журналдарын яҙҙыртып уҡырға ауыл кешеһенең мөмкинлеге юҡ икән, әйҙә, рәхәтләнеп һәр бер һанын китапхананан алып уҡы. Китапхана мөдире үҙенең өйөнә алдырған гәзит-журналдарын да китапханаға килтерә булып сыҡты. Сағыштырыуға нигеҙ бар: ҡайһы бер китапханаларҙа район гәзите менән яҙҙырған матбуғат баҫмаларының һаны 4 – 5-тән дә артмай, етәкселек, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙыртмай. 1 мең кешегә 1130 баҫма тура килгән борайҙарға был йәһәттән «афарин»дан башҡа ни әйтәһең. Былтыр Иҫке ҡарағоштағы мәҙәни усаҡтың фонды ғына 150-ләп яңы китап менән тулыландырылған. Бөтә әҙәбиәт тематика буйынса ҡуйылған. Ике яҡлы ыҡсым ғына бүлмәлә урынлашҡан китапхана төрлө йөкмәткеле стендтарҙың күплеге менән хатта мәктәптәге башҡорт теле кабинетын да хәтерләтеп ҡуйҙы. Китапханала эшләп килгән бәйләү, оригами түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәрҙең ҡул эштәре лә ҡуйылған. Бер мөйөштә Иҫке ҡарағоштағы бер нисә быуындың шәжәрәһе лә урын алған. Йыл һайын шәжәрә байрамдарын уҙғарыу матур йолаға әүерелгән.
– Элекке китапханасы хаҡлы ялға киткәс, ауыл китапханасыһы вазифаһына эшкә килергә теләүселәр күп булды. Эшкә ҡарашы, халыҡ араһында ҡаҙанған абруйына ҡарап, яңы эшкә Флүзәне тәғәйенләнек, – тип һөйләй Рифат Шафиҡов.
– Ауыл китапханаһы менән ауыл хакимиәте берлектә эшләй. Ул беҙгә үҙенең үткәрәсәк сараларының планын төҙөп килә, бергә кәңәшләшеп, беҙ уны раҫлайбыҙ. Яңы йыл, 23 февраль, 8 Март байрамдары, Ололар көнө, һабантуйҙар китапханасы ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Һайлауҙар үткәндә ул агитатор ҙа. Флүзәнең эшенә минең бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ. Ул, теге юҡ, был юҡ, тип бер ҡасан да илап ултырмай. Эшкә килгәс, утынлыҡ та төҙөттө. Ауылдағы бер иҫке йорттоң мейесе кирбестәренән бер ниндәй сығымдарһыҙ мейес сығартты. Бөгөн уның үҙ ғаиләһенең көсө менән әҙерләнгән ике ҡышлыҡ утыны бар. Бинала ремонт та булды. Эшләргә тырышҡан, үҙ көсө менән нисек тә мәҙәниәт усағын йәнләндерергә көс түккән кешене, эшләмәй, тип әйтергә бер нисек тә тел әйләнмәй. Беҙгә бындай кеше менән эшләүе лә уңайлы, – тип һүҙгә ҡушыла ауыл хакимиәте башлығы Рауил Әхмәтов.
Китапхана – ауыл кешеһенә бушлай мәғлүмәт сығанағы алып булған берҙән-бер урын. Унда иң күп йөрөүселәр – мәктәп уҡыусылары.
Иҫке ҡарағош мәктәбе уҡытыусыһы Флүзә Вәлиева әйтеүенсә, бар мәғлүмәтте хәҙер интернеттан алып булһа ла, Башҡортостан тарихы, әҙәбиәте буйынса мәғлүмәттәр, әҙәбиәт кәрәкһә, уҡыусылар барыбер китапханаға килә. «Минең ҡыҙым да китапханаға яңы китап ҡайтҡанын көтөп кенә тора. Кеше уларҙы ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый», – ти ул.
– Эшемә булған дәғүәләр менән килешмәҫ инем. Ауылыбыҙҙың китап уҡырға яратҡан уҡыусылары күп, улар, яңы әҙәбиәт килмәнеме, тип һорап ҡына тора. Оло йәштәгеләре шылтыратһа, өйҙәренә лә илтеп бирәм. ҡайһы берәүҙәренең үтенесе буйынса, район китапханаһынан төрлө белешмә, һүҙлектәр, энциклопедиялар ҙа алып ҡайтам, – ти китапханасы, үҙенең эше менән таныштырып.
Флүзә ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан килен булып төшкән. Ауылда үткәрелгән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан ҡатынды китапханасы вазифаһына тәҡдим итәләр.
– Флүзәгә бер ҙә дәғүәбеҙ юҡ, кәрәк икән, мәктәпкә сценарийҙар менән дә ярҙам итеп ебәрә. Уҡытыусылар менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Сара үткәрергә йыйын­һа, уҡыусыларығыҙҙы ебәрегеҙ, тип алдан иҫкәртеп ҡуя. Мәктәп балаһы нисек китапханаға йөрөмәй торһон инде?!
– Бар өйҙә лә компьютер, интернет юҡ бит, – хат авторының уҡыусыларҙың китапханаға йөрөмәүен тәнҡитләгән дәғүәһенә үҙ фекерен белдереп һүҙгә ҡушыла уҡытыусы Гөлнара Ситдиҡова.
– Хатта, клуб бер нисә йыл рәттән йылытылмай, тип яҙалар. Быны инсек аңлатырһығыҙ? – тип һорау бирәм хакимиәт башлығына.
– Мәҙәниәт усағын тотоу ауыл хакимиәтенән ҙур сығымдар талап итә. Клубты беҙ төрлө мәҙәни саралар, концерттар үткәрелгәндә генә йылылыҡ пушкаһы менән йылытабыҙ. Кеше булмағанда ҙур бинаны көн дә йылытыу нимәгә кәрәк? Яңы йыл байрамдарында 20 көн буйына йылытылды, 15 мең һумлыҡ электр энергияһы яҡтыҡ. Ауыл хакимиәтенең аҡсаһы самалы, элекке замандарҙағы кеүек хәҙер иркенләп йәшәп булмай. Аяғыңа ҡарап юрғаныңды һуҙаһың, – ти Рауил Әхмәтов.
Хат яҙыусылар: «Ниңә беҙгә, ауыл халҡына, күпме китап бар, нисә уҡыусы булған, күпме саралар үткәргәндәр – отчет бирмәйҙәр?» – тигән һорауҙы ҡуйған. Бындай отчет талап итеүҙең ниндәй мәғәнәһен күрәһегеҙ? «Һеҙҙең үҙегеҙҙең ошо китапхананан берәй китап йәки журнал алып уҡығанығыҙ бармы, йә улар үткәргән сараларҙа ҡатнашҡанығыҙ булдымы икән?» – тигән һорауҙы бирге килә хат авторҙарына. Ысынлап та, ауылдағы китапханасыға, мәҙәниәт усағының эшенә дәғүәгеҙ бар икән, ниңә хатығыҙҙа исем-шәрифтәрегеҙҙе ҡуймаҫҡа? Ауыл китапханалары бөгөн оптималләштереү шарттарында ауыр осор кисергәндә, ауылдары менән мәктәптәр ябылғанда, ялыу яҙғансы, киреһенсә, ауылдаштарығыҙ менән китаптар донъяһы, халыҡтың рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән, аралашыу урыны булған был урынды һаҡлап ҡалыу хәстәрлеген күрергә кәрәктер.
Китапханасының нисек эшкә йөрөүен, әлбиттә, журналист тикшереп йөрөй алмай, был уның намыҫында.
Тырнаҡ аҫтынан кер эҙләмәй, йәшәгән ерегеҙҙең мәҙәни усағын бергәләп үҙегеҙ балҡытығыҙ, йәнләндерегеҙ, ҡарағоштар. Китап­ханасы, клуб мөдире булып бөгөн берәү эшләр, һуңынан икенсе кеше килер, бер көн килеп ауылдағы халыҡтың берҙән-бер ял итеү үҙәге – мәҙәниәт усаҡтары ла ябылыуға дусар булһа, уларҙы хәтерләп һөйләп ултырырға яҙмаһын. Үҙегеҙ шаһитһығыҙ, бына тигән мәктәптәр уҡыусыларһыҙ етемһерәп ултыра, элекке гөрләп торған мал фермалары буш, ташландыҡ хәлдә тора, йәш ғаиләләр, балаларын уҡытайым, эшләйем тип, ситкә китә. Сығымдарҙы кәметеү тип, мәҙәниәт өлкәһендә лә булғанды бөтөрөргә күп һорамаҫтар. Шулар хаҡында уйланайыҡ.

Борай районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»