НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ағыу һатылған урын тураһында хәбәр ит!

Ағыу һатылған урын тураһында хәбәр ит!


18 – 29 мартта Башҡортостанда “Үлем һатылған урын тураһында хәбәр ит!” Бөтә Рәсәй наркотикка ҡаршы акцияһы үтә. Маҡсаты – республикала наркомания һәм уға бәйле енәйәттең йәйелеүенә юл ҡуймау.
Тәүлек әйләнеһенә “ышаныс телефоны” эшләй, шылтыратыу бушлай һәм аноним. 8-800-347-20-30, йә 128 (һуңғыһы БР буйынса Эске эштәр министрлығының номеры) телефоны буйынса наркотик һатылған, ҡулланылған, етештерелгән урын тураһында хәбәр ҡалдырырға мөмкин.
Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай, бөтә мәғлүмәт шундуҡ тикшерелә. Акция барышында оператив-тикшереү төркөмө эше көсәйтелгән, улар “үлем һатылған” урынға тиҙ барып етәсәк.
Былтыр ноябрҙә үткәрелгән ошондай акция барышында 287 граждан шылтыратҡан. Һөҙөмтәлә 49 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 142 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән, 11 притон һәм наркотик, аңды томалаусы матдәләр һатыу урыны юҡ ителгән.
Наркоманияны профилактикалау, наркотик бәйлелегенә ҡағылған һорауҙар буйынса түбәндәге номерҙарға шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 229-75-58, 229-75-59 (Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы), 282-04-83 (“Индиго” психологик-медицина-социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге), 282-73-50 (“Алкоголизмға һәм наркоманияға – юҡ!”), 8-917-384-40-60 (Урыҫ православие сиркәүе Өфө епархияһының реабилитациялау үҙәге), 250-80-86, 250-80-79 (Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты).
Бөтә һорау-тәҡдимдәрегеҙҙе Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының рәсми сайтына (www.gnkrb.ru) йәки Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 29 адресы буйынса ебәрә алаһығыҙ.

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу
буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығының
матбуғат хеҙмәте.

Сығыу ваҡыты 19-03-2013, 15:20 | Ҡаранылар: 873
|
  • Наркоманияға ҡаршы көрәштә һөҙөмтәләр бар
  • Өс һөйләм менән
  • Рәсәйгә «крокодил» эпидемияһы янай
  • Петрушка – наркотик?!
  • Башҡортостан – наркотрафикһыҙ биләмә
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен
  • Рәзиләгә кейәү эҙләү



  • Радио Юлдаш FM