RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һыйыр малдары менән... драма

18.12.2012 Һыйыр малдары менән... драма

Һыйыр малдары менән... драма
Әбйәлил районының Ишбулды ауылы халҡы малдарын урлаусыларҙың эҙенә республика ЮХХДИ-һының махсус батальоны хеҙмәткәрҙәре ярҙамында төшә
– Әйҙәгеҙ, кино төшөрәйек! Криминаль драма! Ана, Рәсәй режиссерҙары кемуҙар­ҙан милиция-полиция тураһында шапылдатып фильм артынан фильм төшөрә, тамашасылар уларҙы инде лә яратып ятып ҡарай, ә беҙ кемдән кәм? – Был фекерҙе әйтеүем булды, Әбйәлил районының Ишбулды ауылы ҡатындары уны дәррәү күтәреп тә алды:
– Эйе шул! Малдарҙың юғалыуын, ошо йәһәттән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүҙең файҙаһыҙ икәнлеген күрһәтәйек! Әлмөхәмәттә һыйыр урлап тотолған бурҙарҙан малдың хужалары бер тин аҡсаһын да кире ҡайтартып ала алмаған бит, киреһенсә, судҡа йөрөп, оторо бурысҡа ғына батҡан.
– ҡарағыҙ әле, һыйырҙарыбыҙҙы урлаған әҙәмдәрҙе аңдып, күмәкләп һаҙҙа ултырыуыбыҙҙы ла ҡалдырмайыҡ инде! Әллә уны күрһәтһәк, драманан комедияға әйләнерме икән кинобыҙ?!
– Малҡайҙарыбыҙҙы һуйып һатҡан шул бурҙарҙы ла төп геройҙар – яуыздар роленә саҡырайыҡ, уларға тамашасыны ышандырыр өсөн артыҡ бер нәмә лә эшләргә лә кәрәкмәйәсәк, урлашырға бит өйрәнгән баштары...
Үҙ кәйефебеҙҙе үҙебеҙ күтәреп, фантазиябыҙҙы эшкә егеп, әҙерәк көлөшөп алдыҡ. Ысынында иһә йыйылышыуыбыҙҙың сәбәбе уйын-көлкө ҡороу түгел ине. Киреһенсә, бик күңелһеҙ ваҡиға берләштергәйне янымда ултырған бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙы – быйыл улар һыйырһыҙ тороп ҡалған. Ауыл кешеһе өсөн һыйыр малының ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәй. Күҙ терәп торған малҡайҙары шул һыйыр инде. Әммә бурҙар бындай нескәлектәргә иғтибар итмәй шул. Әгәр нескә хистәргә бирелһәләр, урлашыуҙарын бөтөнләй туҡтатырҙар, һәр хәлдә, оло йәштәге әбейҙең, биш балалы ишле ғаиләнең берҙән-бер һыйырын һуйып, күҙ йәшен түктереүҙән оялырҙар ине. Бурҙарҙан зыян күргән башҡалар ҙа (йәмғеһе алты ғаилә) байлыҡтарынан туйып һикермәй, бер генә лә артыҡ малдары юҡ.
– Йәй эҫе булды, шуға мал көтөүҙән туймай ҡайта ла, ҡасыу яғын ҡарай башлай, уларҙы ҡайырып алыуы ҡыйын ине, – ти Дания Хәйбуллина. – Һыйырҙарыбыҙ юғалған көндө бесән алдырғайныҡ, көтөүҙе ҡаршыларға өлгөрмәнек...
– Беҙ ҙә шул көндө бесән бушаттыҡ, – Дамира Шөғөрова уны элеп ала. – Бәләкәс ҡыҙым һыйырҙарҙы ҡайырып маташҡан, тик хәленән килмәгән. Алыҫ китмәй ул мал, гел мәктәп янында утлап йөрөй ҙә, төндә булһа ла ҡайта. Был юлы бесән менән булып арығанбыҙ, ҡайтырҙар әле, ҡайтһалар, сығып һауырмын, тип йоҡлап киткәнмен. Таң менән уянып киттем дә, урамға күҙ һалдым – һыйырҙарҙың эҙе лә юҡ. Ирем менән малҡайҙарҙы эҙләп таба алмай, ауылға кире әйләнһәк, һыйыр ҡайтманы, тип Кинйәбикә еңгә ҡапҡаһы алдында тора.
– Бер аҙҙан бер нисә кешенең, шул иҫәптән Көнһылыу Шәйәхмәтова, Динара Мырҙабулатованың да малы юғалыуы тураһында мәғлүм булды, – тип һүҙгә Кинйәбикә Боҫҡонова ҡушыла. – Малдарыбыҙҙы урланылар, эҙҙәре һыуынмаҫ борон бурҙарҙы эҫе мәлендә тоторға кәрәк, тип Асҡарға дежур часҡа шылтыраттыҡ.
Полиция хеҙмәткәрҙәре, участковыйығыҙға мөрәжәғәт итегеҙ, тип яуаплай. Шулай ҙа ҡатындар, полициянан килерҙәр, малдарҙы эҙләшерҙәр, тип өмөтләнеп көтә (әйткәндәй, шундай осраҡтарҙа ла ярҙам итмәгәс, бысағымамы полиция хеҙмәткәр­ҙәрен үҙебеҙҙең һалым аҡсаһына аҫрар­ға?). Төшкәсә бер кем дә күренмәгәс, Кинйәбикә апай тағы дежур часҡа шылтырата. Һөйләшеүҙәренә ҡарап, килмәҫтәрен төшөнһәләр ҙә, һаман килерҙәр тип өмөтләнәләр әле ул (өмөтһөҙ шайтан ғына бит).
Инде лә, көтөп-көтөп көтөк булғас, Кинйәбикә апай тота ла Өфөләге полицияға шылтырата. Хәлде аңлатып биргәс, мотлаҡ егеттәрҙе ебәрәбеҙ, көтөгөҙ, тигән яуап ала (урындағылар ҡыл да ҡыбырлатырға теләмәгәс, ауылдыҡыларға, шундай хәл була ҡалһа, хәҙер ярҙам һорап, гелән баш ҡалаға мөрәжәғәт итергәме икән?). Күп тә үтмәй: «Ниңә Өфөгә шылтыратып ятаһығыҙ?» – тип полицияның участка вәкиле килеп етә. Кинйәбикә апай, үҙегеҙ ярҙам итмәгәс, тағы кемгә мөрәжәғәт итәйем, ти, һәм малдарҙың Әбдрәштә икәнен әйтә (малды әбдрәштекеләр урлай, тигән хәбәр күптән халыҡ араһында йөрөй – ат-һыйыр егерме йыллап даими рәүештә юғалып тора). ҡайҙан беләһең, тигәнгә, һиҙәм, ти. Барып болғап йөрөмәгеҙ, тип иҫкәртә полицияның участка вәкиле.
– Һеҙ йөрөмәгәс, барабыҙ, тинем, - Кинйәбикә апай һыйыры юғалғас та боронғо писарҙар кеүек һәр аҙымын, һүҙен сәғәте-минуты менән блокнотҡа теркәп барған, шуныһын асып, алдына һалып алды. – Шунан кискеһен, машинаға тейәлешеп, Әбдрәшкә үҙебеҙ сығып киттек. Сиҙәм ауылының заправкаһына еткәйнек, унда беҙҙе автоматтар менән ҡоралланған полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтатты. ҡайҙа бараһығыҙ, тип, багажникты астырып тикшерҙеләр ҙә, ебәрҙеләр. Китә бирҙек тә, береһе Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенең участка инспекторы Радик Мырҙағәлин даһа, әйҙә һорайыҡ әле, нимә эшләп йөрөйҙәр икән, тип кире боролһаҡ, унда бер кем д ә юҡ ине инде. Беҙ аҫҡы юлдан киткәйнек, ә улар өҫкөһөнән елдергән. Ярты төн үткәнсе һаҙҙа бурҙарҙы аңдып ултырҙыҡ. Урланған малды шунда килтереп һуйып ятҡандарында тоторбоҙ, тигән булабыҙ. Бер кемдән, бер нәмәнән ҡурҡмай, улар көпә-көндөҙ үҙҙәренең ихатаһында һуя, тип кем уйлаһын? Ярты төн уҙғас, ҡайтып киттек. Иртән, теге бурҙарҙы тотҡандар, тигән хәбәрҙе ишетеп, ҡыуаныстан хатта илап ебәрҙек. Беҙгә осраған автоматлы егеттәр – республика ЮХХДИ-һының айырым батальоны, махсус тәғәйенләнештәге бүлек хеҙмәткәрҙәре булған икән. Һүҙебеҙҙе йыҡмай килеп, бурҙарҙы тотошҡандары өсөн ҙур рәхмәт уларға!
Ауыл ҡатындары, малдарыбыҙҙы ҡотҡарабыҙ, тип һаҙға йүнәлгәндә, полиция хеҙмәткәрҙәре Әбдрәшкә юл ала һәм тап ваҡытында барып өлгөрәләр: ауылдан сығып килеүсе Силәбе өлкәһенең Гранитный ҡасабаһы кешеһе идара иткән «Фольксваген» автомобилендә дүрт баш һыйыр малының ите табыла! Продукцияға документтар талап иткәс (ауыл советынан мотлаҡ белешмә булырға тейеш бит), юғалып ҡалған водитель ҡулдарын ғына йәйә: «Итте белешмә-ниһеҙ шул-шул Әбдрәш ауылы кешеләренән һатып алғайным». Әбдрәштең 50 һәм 52 йәшлек бурҙары шунда уҡ ҡулға алына (Әлмөхәмәттән булған ир менән ҡатын әшнәләре ҡасып өлгөрә). Дүрт һыйырҙың ҡалдыҡтарын (тире, тояҡ, елендәрен) Ишбулдыға килтерәләр. ҡалған дүрт һыйырҙың тиреһе бында юҡ, тимәк, әле улар һуйылмаған, тип ҡыуаныуҙар бушҡа була – мал урланған төндә үк һуйылып, Гранитный ҡасабаһына оҙатылғанын аҙаҡ беләләр. Бурҙар, ул һыйырҙарҙың ҡалдыҡтары мал ҡәберлегендә, тип күрһәтә.
– Тикшереү ваҡытында малдарыбыҙҙың башына еткән әҙәмдәр машинала ултырҙы, беҙҙең ирҙәр һаҫыҡ мал ҡәберлегенән һыйырҙарыбыҙҙың ҡортлай ҙа башлаған ҡалдыҡтарын сығарҙы, – тип көйәләнә ҡатындар. – Аҙаҡ мунса инеп, ауыр еҫтән саҡ ҡотолдолар.
Рәхәтләнеп кешеләрҙең хәләл малын урлап, һуйып кәсеп иткән бәндәләргә биш йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янаһа ла, суд уларҙы ни бары өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итә. Ә малһыҙ ҡалыусыларға матди зыянды бер кем дә ҡапламай! Бындай ҡарар менән ишбулдылар ғына түгел, район прокуратураһы ла ризалашмай һәм яңынан ҡарау өсөн эште БР Юғары судына ебәрә. Шулай уҡ зыян күреүселәр Магнитогорск ҡалаһынан адвокат та яллай.
Әммә... БР Юғары суды район судының ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдыра. Шул буламы ғәҙеллек? Был бурҙарға артабан да урларға «рөхсәт» биреүҙәре түгелме?
– Тотолоп та, түләмәгәс, бигерәк ҡыйын, – ти 83 йәшлек Сәүҙә Абдуллина. – Ураҙа мәлендә берҙән-бер һыйырымдан яҙҙыр­ғас, хәҙер Магнитта йәшәүсе ейәнемә һөт тә ебәрә алмайым. Былтыр биш бала үҫтергән Фирүзә ҡыҙым менән Зәйнулла кейәүҙең атын, танаһын урлағайнылар, элекке йыл Иштимер улымдың танаһын, былтыр ике һыйырын алып киттеләр. Әйҙә, күмәгебеҙгә, исмаһам, бер һыйыр алайыҡ, аҡһыҙ ҡыйын бит, тиһәм, ҡуй, барыбер урлар­ҙар, тип ҡул һелтәнеләр.

P. S. Форсаты сыҡҡас, ишбулдылар судта эшләүсе ҡайһы берәүҙәргә закондар, документтар менән генә түгел, халыҡ менән дә эшләргә өйрәнергә кәрәклеген әйтеп үтте: «Юғиһә, уларға мөрәжәғәт итһәң, ябай кешеләр менән һөйләшергә лә теләмәй, тырт-мырт киләләр, һауалы йөрөйҙәр». ҡайһы бер өлкәләрҙә чиновниктарҙы кешеләр менән яҡшы мөғәмәлә итергә өйрәтәләр бит, бәлки, Әбйәлилдә лә халыҡ менән эшләүселәр өсөн «әҙәплелек мәктәбе»н асырға ваҡыттыр, ә?!










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»