НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Студенттың төнгө мажаралары

Студенттың төнгө мажаралары


Уҡыу йылы башланыу менән студенттар баш ҡалаға ағылғас, Өфө тағы ла йәнләнеп киткәндәй тойолдо. Урам-парктарҙа, күңел асыу урындарында йәштәр күберәк күренә башланы.
Студенттар араһында йәй буйы күрешмәгән дуҫ-иштәре менән яңы уҡыу йылын “йыуыусылар” ҙа бар. Ата-әсәләрҙең балаларына, асығып йөрөмә, тип биргән аҡсаһы спиртлы эсемлеккә тотонолоуы аяныслы. Шундай “байрам” Өфөнөң бер юғары уҡыу йортонда белем алыусы 20 йәшлек Учалы егете өсөн күңелһеҙ тамамлана.
Дуҫтары менән яңы уҡыу йылын һыра менән “билдәләгән” Илсур артабан күңел асырға төнгө клуб­ҡа юллана. Ләкин иҫерек егетте фейс-контроль аша үткәрмәйҙәр. Ул аптырап ҡалмай, бильярд клубына юл тота. Унда шар төртә-төртә, һыра һемереүен дауам итә. Уйындың ҡыҙығы бөткәс, тағы ла шул уҡ төнгө клубҡа бара, әммә был юлы ла һаҡсылар юлына ҡаршы төшә.
Илсур һыра һемерә-һемерә төнгө ҡала урамдарын гиҙгәс, такси саҡырта. Ул машинаға ултыр­ғас та, водителгә: “Хәҙер үк полиция саҡырт!” – тип бойора. Уныһы ҡаршы һүҙ әйткәс, егет кеҫәһенән пистолет сығармаһынмы? Ҡото алынған водитель, автомобилен ҡалдырып, ҡасып китә.
Илсур машинала алыҫ китеп өлгөрмәй, бордюрға барып бәрелә. Шунан машинаны ҡалдырып, юлын йәйәү дауам итә. Паркта эскәмйәлә ул­тыр­ған ҡыҙ менән егеткә килеп, пистолетын болғай-болғай, полиция саҡыр­тыу­ҙарын һорай. Атыу ҡоралы булған иҫерек егеткә бәйләнмәү хәйерлерәк тип, улары шундуҡ ҡасыу яғын ҡарай.
Егет Туҡай урамы буйлап бара торғас, Республика йортона килеп етә. Шул саҡ уны полицияның өлкән сержанты туҡтатып, документ күрһәтеүен һорай. Егет уның сикәһенә пистолетын терәй ҙә табель ҡоралын биреүен талап итә. Закон һаҡсыһы юғалып ҡалмай, Илсурҙың ҡулынан пистолетын һуғып төшөрә һәм уны эске эштәр бүлегенә оҙата.
Илсур баш ҡалала туғандарында йәшәгән. Ә иҫерек килеш унда ҡайтырға ҡурҡҡан. “Улар ата-әсәйемә әйтер, тип уйланым. Полиция бүлегендә бер аҙ йоҡлап, айыҡҡас ҡайтырға уйлағайным, әммә береһе лә уларҙы саҡыртманы” , – тип аҡланған егет.
Тәртип һаҡсылары уның пневматик пистолетының ватыҡ икәнлеген асыҡлай. Уны егет тыуған ҡалаһында 200 һумға һатып алған.
Илсурҙың төнгө мажаралары ике енәйәт эше менән тамамланды. Автомобиль ҡыуып алып киткәне һәм үлтереү менән янағаны өсөн ул закон алдында яуап бирәсәк.

Г. ЯХИНА.

Сығыу ваҡыты 11-09-2012, 11:33 | Ҡаранылар: 724
|
  • Пистолетын ташлап та, ҡасып ҡотола алмаған
  • Почта аша… Ҡытайҙан наркотик
  • Илсур Тайсин ни өсөн «Йәшлек» гәзитен рекламалай?
  • Театрына тоғро талант
  • ЭСЕҮЕН-ЭСҺӘҢ, ИСМАҺАМ, ӨЙҘӘ ЯТ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM