RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Гений» Мавроди рәсәйҙәрҙе тағы ла төп башына ултыртты

04.09.2012 «Гений» Мавроди рәсәйҙәрҙе тағы ла төп башына ултыртты

Ижевск ҡалаһында МММ-2011 проектына дәғүә белдергән тәүге ғариза буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыуҙан баш тарталар
ҡатын апрель айында 106 мең һум аҡсаһын пирамиданың иҫәбенә күсергән була. Уға бер айҙан үҙенең аҡсаһын һәм был сумманың 40 процентын ҡайтарып бирергә вәғәҙә итәләр. Тик МММ – 2011 түләмдәре туҡтатылыу сәбәпле, ҡатын ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡала.
«Зыян күреүсе пирамиданың бер ҡатнашыусыһы менән таныша, был ханым уға тик яңы иғәнәселәр индергән аҡса иҫәбенә генә килем алыу мөмкинлеген аңлата. МММ – 2011 эшмәкәрлеге туҡтаһа, аҡсаның юҡҡа сығыу ихтималлығы хаҡында ла һөйләй. Ғариза биреүсе ризалаша һәм үҙ теләге менән распискаһыҙ-ниһеҙ аҡсаһын сығарып тоттора. Бында бер ниндәй ҙә енәйәт составы юҡ», – ти Удмуртия полицияһы.
Сергей Мавроди – 90-сы йылдарҙа бик ҙур финанс пирамидаһын төҙөүсе һәм МММ – 2011 проектын башлап ебәреүсе. Ул май аҙағында яңы МММ – 2012 проекты эшләй башлауы, МММ – 2011 түләмдәре туҡтатылыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Яңы проект, йәнәһе, иғәнә индереүселәргә бурыс-түләмдәрҙе түләргә ярҙам итәсәк. Ә 16 июлдә Сергей Пантелеевич, МММ – 2011 проектын тергеҙеү мөмкин түгел, унда ҡатнашыу­сыларға аҡсаларын кире ҡайтарып булмаясаҡ, тип белдерҙе. Рәсәйҙең монополияға ҡаршы хеҙмәте МММ – 2011 проекты схемаһын, аҡсаны нисек индереүгә ҡарамаҫтан, барыбер финанс пирамидаһы тип таныны. Ләкин халыҡ, аңра һарыҡ шикелле, йөҙәр меңләгән һум аҡсаһын шунда тыҡты һәм тағы алданды. Мавродиҙың әлегәсә миллионлаған кешене бөлгөнлөккә төшөргәне өсөн төрмәлә лә ултырып сығыуы барыһына ла билдәле ине. «Бер көн дә бил бөгөп эшләмә, беҙгә ҡушыл һәм аҡсаны тоҡлап ал», – тип реклама яһаған Мавродиҙың сайтында 35 миллион кеше теркәлгән.
Ахыры, рәсәйҙәрҙе тиҙ байыу хыялы шул тиклем аҡылынан яҙҙыра. Хатта улар илдәге иң мут, күрәләтә алдаған әҙәмгә йәне-тәне менән ышанырға әҙер.
Һуңғы көндәрҙә аферистың Һиндостанда МММ филиалын асыу менән шөғөлләнеүе мәғлүм булды. Иҫ-аҡылың китер...

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»