НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Кредит бирмәйҙәр!

Кредит бирмәйҙәр!


Кредит бирмәйҙәр!
Банк өсөн кредит биреү килемле булһа ла, еңелдән түгел. Сөнки был оҙайлы ваҡытҡа бирелгән финанс ресурстары менән бәйле. Шунлыҡтан банк хеҙмәткәрҙәре кредит алырға теләк белдергән кешенең документтарын ентекле тикшереп, тупланған мәғлүмәтте анализлауға ҙур иғтибар бүлә. Тик был ғына үтескә аҡса алырға теләүсенең ышаныслы булыуын күрһәтеүсе факт була алмай шул. Шуға хәҙер кредит биреүсе ойошмалар күберәк мәғлүмәт туплау өсөн граждандың кредит тарихын да өйрәнә. Быға тиклем алған кредитын ваҡытында түләп барған кеше артабан да банкылар алдындағы бурысына етди ҡарар, тигән өмөт бар.
Кредит тарихында килтерелгән факттар заемсыға бурысҡа аҡса биреү-бирмәүҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай. Тик әллә нисәмә йылдар дауамында, бер нисә тапҡыр бәләкәй суммала кредиттар алған кешеләрҙең үҙенең кредит тарихын белмәүе, иҫләмәүе лә ихтимал. Бынан тыш, кредит тарихын яҡшыртыу, унын менән идара итеү мөмкинлеге лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята.

Нимә ул кредит тарихы?

Был тарих өс өлөштән тора һәм бурысҡа аҡса алған кешенең аҡсаны кире ҡайтарыу процесында быға тиклем үҙен нисек тотоуын аныҡ күрһәтә.
Беренсе өлөштө кредит тарихының тышҡы яғы тип атарға булыр ине. Ул заемсының исем-шәрифен, эшләү урынын, шәхесен раҫлаусы документтарҙағы мәғлүмәттәрҙе күрһәтә.
Икенсе өлөш – төп өлөш. Унда заемсының күпме кредит алыуы, ҡасан һәм ниндәй проценттар менән түләүе яҙыла.
Өсөнсө өлөш кредит тарихының йәшерен мәғлүмәттәрен туплай. Тап шул өлөштә потенциаль заемсыға быға тиклем кредит биргән ойошма хаҡында ла мәғлүмәт күрһәтелә. Һөҙөмтәлә яңы ойошма заемсыға быға тиклем кредит биргән банкылар менән бәйләнешкә инеп, өҫтәмә мәғлүмәттәр һорай ала. Банкыларҙың күбеһенең хәүеф­һеҙлек хеҙмәте бар, улар потенциаль клиенттары тураһында мәғлүмәтте үҙҙәре лә туплай.
Кредит тарихы махсус бюроға заемсы рәсми рәүештә ризалыҡ биргән осраҡта ғына тапшырыла. Ҡағиҙә булараҡ, кредит тарихын башҡаларға ла күрһәтергә ризалыҡ биреү тураһында кредит ойошмаһы менән заемсы араһында төҙөлгән килешеүҙә телгә алына. Кредит тарихы бюрола 15 йыл һаҡлана, был ваҡыттан һун документтарҙы юҡ итәләр.
Үҙенең тарихын белергә теләгән граждан йылына бер тапҡыр бюроға мәғлүмәт алыу өсөн бушлай мөрәжәғәт итә ала. Мәғлүмәтте ҡабаттан алырға теләһәң, хеҙмәт өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Әлеге ваҡытта был эштең хаҡы беҙҙә 250 – 600 һум тәшкил итә.
Кредит тарихтары бюроһы − юридик шәхес булып теркәлгән коммерция ойошмаһы. Ул кредит тарихтарын формалаштырыу, һаҡлау, анализлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Кредит тарихтары бюроһының дәүләт реестры бар. Шул реестрға ингән бюроларҙың ғына граждандарҙың тарихтарын тупларға, анализларға хоҡуғы бар. Уларҙан алынған мәғлүмәттәргә генә ышанырға мөмкин, тип билдәләргә лә була. Бөгөн Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә урынлашҡан 33 бюрола 37 миллион граждан тураһында 65 миллион яҙма тупланған. Һәр кем шуны белергә тейеш: ҡасан да булһа кредит алғанһың һәм уны түләү ваҡытында килешеүҙе боҙоуҙарға юл ҡуйғанһың икән, аҙаҡ үкенергә тура килеүе ихтимал.
Кредит тарихтары бюроһының эшмәкәрлеген Рәсәйҙең финанс баҙарҙары буйынса федераль хеҙмәт тикшерә.
Кредит тарихтарының Үҙәк каталогы ла бар. Ул Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкыһы ҡарамағында эшләй.

Кредит тарихын нисек ҡулға төшөрөргә?

Бурысҡа аҡса бирергә йыйынған банк ҡына түгел, граждандар үҙҙәре лә кредит тарихтарын бюронан алыу мөмкинлегенә эйә. Мәғлүмәт алыуҙың бер нисә юлы бар.
Кредит тарихын Рәсәй банкыһының сайты аша алырға мөмкин. Бының өсөн махсус кодты белергә кәрәк, код кредит биргән ваҡытта банк тарафынан хәбәр ителә. Код булмаған осраҡта кредит биргән ойошма аша ла тарихты һорап алыр­ға була. Шулай уҡ паролде һәр граждан махсус рәүештә кредит ойошмаһына барып, яңынан билдәләй ала. Үҙ тарихын белергә теләүселәр өсөн әллә ни проблема юҡ, был эш әллә ҡасандан яйға һалынған һәм тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Дөрөҫөн генә әйткәндә, граждандар үҙҙәренең тарихын өйрәнергә әллә ни ҙур теләк тә белдермәй. Был мәғлүмәттәр потенциаль заемсы менән эшләгән банкыларҙы ғына ҡыҙыҡһындыра.

Камил түгел

Граждандар үҙҙәре һорап алып өйрәнгән кредит тарихтары менән хәл аңлашылды − был йүнәлеш популяр түгел. Ә банкылар граждандарҙың был тарихын әүҙем өйрәнеүен дауам итә.
Ҡағиҙә булараҡ, банк хеҙмәткәрҙәре граждандарға ни өсөн кредит биреүҙән баш тартыуын анлатып тормай. Шулай ҙа, аҡса ала алмауығыҙҙың сәбәбе тарихҡа бәйле тип һанайһығыҙ икән, банк хеҙмәткәрҙәренә ышаныслы клиент икәнлегегеҙҙе раҫларға тырышып ҡарауҙан ҡурҡмағыҙ.
Кредит тарихы банкылар тапшырған мәғлүмәттәр нигеҙендә формалаша. Ә бит техник проблемалар йәки башҡа аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында мәғлүмәттәрҙе еткергән ваҡытта төрлө етешһеҙлектәр ҙә килеп сығыуы ихтимал. Мәҫәлән, ҡайсаҡ граждан айлыҡ түләүҙе ваҡытында биреп барһа ла, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында сумманы бер нисә һумға ғына еткереп түләмәй. Ә үҙе был хаҡта белмәй йөрөй бирә. Һөҙөмтәлә шул бер нисә генә һум штраф арҡаһында ҙур ғына суммаға әйләнә, бурыс булып эйәреп йөрөй. Бәләкәй генә проблема арҡаһында заемсының кредит тарихы боҙола һәм был хәлдең киләсәктә кредит алырға теләгәндә насар йоғонто яһауы ихтимал. Шулай уҡ һеҙ поручитель булып теркәлгән кредиттарҙың ваҡытында түләнмәүе лә бәкәлгә һуғыуы бар.
Ошондайыраҡ проблемалар арҡаһында кредит бирелмәһә, элек аҡса алған банкыға барып, бурысығыҙҙы тулыһынса ҡаплауығыҙ тураһында белешмә алығыҙ. Улар, үҙ сиратында, яңы мәғлүмәтте Кредит тарихтары бюроһына ебәрәсәк. Был эш ике аҙна эсендә башҡарылырға тейеш. Ошонан һуң кредит һорап банкыға ҡайтанан мөрәжәғәт итергә нигеҙ бар.
Кредит тарихы − етди документ. Шуға ла һәр бурысты ваҡытында ҡайтарып биреүҙән дә яҡшырағы юҡ. Иң мөһиме – түләп бөткәс тә, банк хеҙмәткәрҙәренән бурысығыҙҙы тулыһынса ҡаплау-ҡапламау тураһында үҙегеҙ барып белешегеҙ. Биреп бөтөрөлмәгән 5 – 6 һум ғына бурыстың да әллә күпмегә артыу ғына түгел, киләсәктә проблемалар тыуҙырыуы ихтимал.

Сығыу ваҡыты 26-06-2012, 11:32 | Ҡаранылар: 963
|
  • Ниндәй осраҡта кредит алаһығыҙ?
  • Сысҡанға ла сыр бушлай эләкмәй!
  • Кредитты алыуы ғына рәхәт
  • «Россельхозбанк» кредит ресурстарын икеләтә арттырасаҡ
  • "Эйе"ме "юҡ"мы үәт һорау!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM