НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Миллиард ярым кеше артыҡ һимеҙ

Миллиард ярым кеше артыҡ һимеҙ


Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, планетала бер миллиард ярым өлкән кеше артыҡ ауырлыҡтан йонсой, тағы ла 350 миллионы һимереүгә тиҙ бирешә. Бынан тыш, һигеҙ йәшкә тиклемге 20 миллион балала ла һимеҙлек проблемаһы бар.
Артыҡ һимеҙлек – АҠШ-та милли проблема. Быға ил халҡының өстән бер өлөшө дусар һәм йыл һайын ошо диагноздан 28 000 кеше үлә. Барыһына ла фаст-фуд, йәғни тиҙ әҙерләнә торған аҙыҡ ғәйепле. Рәсәйҙә артыҡ ауырлыҡтан һәр дүртенсе кеше йонсой, имеш.
Макдоналдс кеүек ҡапҡылап сығыу урындары ғәйепле, ти белгестәр. Бындағы төп менюға күҙ һалһаң, ысынлап та, тап ошолай булыуына ышанаһың да ҡуяһың.
Гамбургер йә чизбургер, майҙа йөҙҙөрөп ҡыҙҙырылған тоҙло картуф, ныҡ газлы шәрбәтле эсемлек – һәм һин туҡһың. Дөрөҫөрәге, ашҡаҙаның туптай түңәрәккә әйләнә. Әйткәндәй, чизбургер нимәнән торғанын ҡарайыҡ – йомшаҡ ҡалас араһында әллә бешкән, әллә бешмәгән тоҙло бифштекс, сыр, горчица, һуған, кетчуп, маринадланған ҡыяр. Ошоноң аҙағынан мотлаҡ ныҡ һыуһата. Ҡалғаны аңлашылалыр.
Былтыр илдәге үрҙә телгә алынған кафе-ресторандарҙа тикшереү үткәреп, фастфуд организмға ныҡ зыян килтерә, тигән һөҙөмтәгә килгәндәр. Рәсәйҙә улар бөтөнләй эшләргә тейеш түгел икән.

Facte.ru сайтынан
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 8-06-2012, 10:36 | Ҡаранылар: 899
|
  • Газлы һыу йөрәккә зыян килтерә
  • Эшкә урынлашҡанда кемдәргә һынау ваҡыты бирелә?
  • Һаулыҡты нисек нығытырға?
  • Башҡаларға ҡан биреү – изгелек ҡылыу ул
  • Һау-сәләмәт килеш ҡартайһаң икән дә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM