RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Көслө ямғыр сәсеүлектәрҙе юҡҡа сығарҙы

08.06.2012 Көслө ямғыр сәсеүлектәрҙе юҡҡа сығарҙы

Туймазы һәм Бүздәк райондары сәсеүлектәрен көслө ямғыр йыуҙы һәм борсаҡ һуҡты. Унда йәмғеһе өс меңгә яҡын гектар­ҙа сәсеүлектәр һәләк булған.
Туймазы районында көслө яуындан ҡалғанды диаметры ике сантиметрҙан ҙурыраҡ боҙ һәләк иткән. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Мәтәү­тамаҡ» агрофирмаһы баҫыуҙары айырыуса ҙур зыян күргән. Комиссия 620 гектар майҙандағы сәсеүлектәрҙең һәләк булыуын теркәгән. Былар – шәкәр сөгөлдөрө, кукуруз, борсаҡ, ужым арышы. Яҡынса зыян 4 млн һумға баһаланған. Ауыл хужалығы предприятиеһы сәсеүлектәре страховкаланмаған булған, шуға күрә зыянды ҡаплау мөмкинлеге юҡ.
Бүздәк районында борсаҡ яуып, ике хужалыҡтың – «ҡыҙаш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы менән «Бүздәк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баҫыу­ҙарындағы культураларҙы юҡҡа сығарған. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы әйтеүенсә, сәселгән культураларҙың ике меңдән ашыу гектары һәләк булған. Әлеге ваҡытта районда тергеҙеү эштәре алып барыла, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрө, судан үләне яңынан сәселә. Яҡынса иҫәпләүҙәргә ярашлы, тәбиғәт стихияһынан күрелгән иҡтисади зыян Бүздәк районында яҡынса 25 млн һум тәшкил итә.
Республиканың башҡа райондарында ла тәби­ғәт «күстәнәс­тәре»нән зыян күргән ауыл хужалығы предприятиелары бар. Ишембай, Ғафури һәм Мәләүез райондарында болон күбәләге йонсота. Май айында көндәрҙең ҡапыл һәм иртә йылыныуы арҡа­һында был ҡоротҡостар 15 – 20 көнгә алдан оса башлаған. Улар Күгәрсен һәм Көйөргәҙе, Ейән­сура райондарында ла күпләп күренә, тигән мәғлүмәт бар. Ә Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарындағы хужалыҡтар саранча күҙәтелә башлауы хаҡында хәбәр итә. Әлбиттә, был бөжәктәр ҙур зыян килтермәһен, артыҡ шашмаһын өсөн бөтә саралар ҙа күрелә.

З. ХӘСӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»