RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бюджет тармағында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса рекорд ҡуйылған

13.01.2012 Бюджет тармағында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса рекорд ҡуйылған

Бюджет тармағында хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса рекорд ҡуйылған
Үткән йылда Рәсәйҙең бюджет тармағында хоҡуҡ боҙоуҙар суммаһы 718,5 миллиард һумға еткән. Иҫәп палатаһы етәксеһе Сергей Степашиндың РФ Дәүләт Думаһына ебәргән отчеты ошо хаҡта һөйләй.
Документтан күренеүенсә, аҡсаны маҡсатһыҙ тотоноу йылдан-йыл арта. Әгәр ҙә 2008 йылда бюджеттың 96,6 миллиард һумын еткермәй һанаһалар, унан һуңғы йылда был күрһәткес 238 миллиард һумға уҡ еткән, 2010 йылда, ике тапҡырға артып, 484 миллиард һум тәшкил иткән.
Былтырғы хоҡуҡ боҙоу осраҡтарының яртыһы тиерлек (356,3 миллиард һум) Бюджет кодексын үтәмәүгә бәйле. Тағы дәүләт заказы тирәләй артыҡ тотонолған аҡса арыу ғына − 238,5 миллиард һум, бюджет средстволарын маҡсаттан тыш ҡулланыу суммаһы − 1,2 миллиард һум.
Иҫәп палатаһы Сочиҙа үтәсәк Олимпия уйындарына әҙерлек йәһәтенән байтаҡ тотҡарлыҡты асыҡлаған. Күҙалланған 92 объекттың 68-е генә сафҡа индерелгән, тағы ла 20-һенең биләмәне планлаштырыу буйынса документацияһы ла әҙер түгел.
Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә лә етди хоҡуҡ боҙоуҙар бар. «Электрон Рәсәй» федераль маҡсатлы программаһы бойомға ашырылмай тиерлек. Был, 1,4 миллиард һум юғала, тигән һүҙ.
Бынан тыш, таможня тарафынан конфискацияланған мөлкәттең ҡайҙа булғаны аңлашылмай. Аудиторҙар һанап сығарыуынса, бюджет һуңғы өс йылда «конфис­кат»ты һатыуҙан уның ысын хаҡының бары тик 5,5 процентын ғына ҡайтара алған.
Оборона министрлығында ла хәлдәр шәптән түгел. Хәрби припастар һаҡлау объекттарын төҙөүгә генә күҙалланғандан 2,3 − 3,8 тапҡырға артығыраҡ сығым киткән. Һөҙөмтәлә бюджет 2,3 миллиард һум зыян күргән. Хәрбиҙәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла проблема бар. Министрлыҡ балансында дөйөм суммаһы ете миллиард һумлыҡ 3,6 мең квадрат метр файҙаланылмаған торлаҡ иҫәпләнә, имеш.
Шул уҡ ваҡытта Иҫәп палатаһы былтыр хоҡуҡ һаҡлау органдарына 176 ғына материал ебәргән. Улар буйынса 72 енәйәт, 23 административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асылған.
А. ЗИННУРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»