RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илеңдән яҙғың килһә, миграция сәйәсәтен үткәр...

24.09.2011 Илеңдән яҙғың килһә, миграция сәйәсәтен үткәр...

Илеңдән яҙғың килһә, миграция сәйәсәтен үткәр...
Яңыраҡ РФ Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев Алыҫ Көнсығыш федераль округында үткәргән кәңәшмәһендә ғәжәпләнерлек бер мәсьәләне күтәрҙе: ишеттегеҙме, киләһе 15 йылда Рәсәйҙә халыҡ һаны 10 миллион кешегә кәмейәсәк! Һөҙөмтәлә бына ғына торған 2025 йылда эшсе ҡулдар етешмәй башлаясаҡ! Был ғына ла әҙ: уның пессимистик фараздарына ҡарағанда, йәштәр араһында ла, өлкәндәр араһында ла иҡтисади әүҙемлек кимәлен күтәреү резервы юҡҡа сыҡҡан. Был илебеҙгә модернизациялау бурыстарын атҡара алырлыҡ юғары квалификациялы эшсе көстө, «урта синыф» тип аталыусы категория вәкилдәрен ситтән йәлеп итеү буйынса саралар күреүҙе талап итә! Һәм был үтә лә етди тонда әйтелде.
Әлеге көндә проблеманы хәл итеү өсөн РФ Президенты ҡушыуы буйынса дәүләттең миграция сәйәсәте эшләнә башлаған һәм был проект тиҙҙән тағы ла РФ Хәүефһеҙлек советы ултырышында ҡараласаҡ.
Сығыш яһаусының фекеренсә, Рәсәй инженерҙар корпусына, тағы ла юғары квалификациялы эшсе кадр­ҙарға мохтажлыҡ кисерә. Әле дәүләттең халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иҡтисадыбыҙға талап ителгән вакансияларҙың өстән ике өлөшө шулар иҫәбенә тура килә икән. Ә ниңә эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ килеп сығыуы тураһында – ләм-мим! ҡыҙыҡ, эйе бит: эш хаҡы ҙур, торлаҡ менән тәьмин иткән, төрлө льготалар ҡаралған производствоға кешеләр, бигерәк тә йәштәр бармаҫ инеме ни?! Ә СССР заманында, беҙҙең илдә иң көслө инженер-техник белгестәр, тип күкрәк һуҡҡан инженерҙарыбыҙ ҡайҙа булған? Ә-ә-ә, сит илгә сығып киткәнме ни?! Бына беҙ бахырҙар, үҙ илебеҙҙе ныҡ һөйгәс ни, эш хаҡыбыҙ «кәпийкә» генә булһа ла, бер ҙә Америка долларҙары ҡыштырлап торған яҡҡа ҡасыу яғын ҡарамайбыҙсы – түҙәбеҙ! Рәсәйҙә тыуғанбыҙ һәм Рәсәйҙә, тыуған еребеҙҙә, үләсәкбеҙ! Беҙҙең кеүек ябай халыҡ өсөн нәҡ ошоноһо мөһим.
Инженерҙарға, эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ, тигәндәй, был проблема Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышы өсөн бигерәк тә ҡырҡыу икән. Баҡһаң, был өлкәнән халыҡ ситкә ҡасыу яғын ҡарай. Ни өсөн икән, тигән һорау тыуыуы бар. Яуабы иһә бер генә: яҡшы ерҙән кеше ҡаса тиме ни?!
Юғары квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ, ҡыҙыҡ бит, нәҡ иҡтисадтың нефть-газ, машина эшләү һәм транспорт секторында һәм, ғәжәп, ҙур инфраструктура проекттарын бойом­ға ашырған саҡта өҫкә ҡалҡып сыҡ­ҡансы! Ошоға бәйле эш биреүселәр­ҙең законһыҙ рәүештә арзан миграция көстәрен файҙаланырға тырышыуына бер ҙә аптырарға кәрәкмәй­ҙер. Аҡса түләп эшләтеп, торлаҡ яғын хәл итеү яғын ҡарағансы, алдап-һулдап, ҡурҡытып-өркөтөп, бахыр «тел­һеҙ-илһеҙ»ҙәрҙе рәхәтләнеп файҙалан!
Тағы ла шундай һорау күңелде ышҡып тора: ошо инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләүсе вуздар ҡайҙа булған һуң?
Көнбайыш эксперттары ла Рәсәйҙең эшкә һәләтле халҡы һанының кәмей барыуы тураһында саң ҡаға. Быйыл яҙ «Oxford Economics» баҫып сығарған докладтан күренеүенсә, киләһе ике тиҫтә йылда беҙҙең ил эшсе көстәре ныҡ кәмейәсәк 25 топ-ил исемлегенең иң башына килеп баҫасаҡ. Был ойошма мәғлүмәттәре буйынса, 2010 йылдан 2030 йылға тиклем беҙҙең илдә эшләй алырлыҡ халыҡ һаны 17 миллион кешегә тиерлек кәмейәсәк. Хәйер, «Росстат» мәғлүмәттәре лә һөйөндөрмәй: рәсәйҙәрҙең һаны тайпылышһыҙ кәмеү яғына табан бара – тыуымға ҡарағанда үлем һаны күбәйә. Дәлил – ошо ойошманың 2010 йылдың октябрендә үткәргән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, Рәсәйҙең халыҡ һаны 142 миллион 905 мең кеше тәшкил итә. Йәғни был күрһәткес буйынса илебеҙ донъя илдәре араһында туғыҙынсы урынды биләй. Дөйөм алғанда иһә, 2002 йылдан 2010 йылға тиклем рәсәйҙәрҙең һаны 1,6 процентҡа кәмегән. Бигерәк тә Алыҫ Көнсығыштағы күрһәткестәр хәүефләнерлек – 6 процентҡа (6,29 миллион кешегә) әҙәйгән. Тағы ла шуныһы аяныс: ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы нисбәт тигеҙ түгел. Йәғни беҙҙә нәфис заттар һаны көслө затҡа ҡарағанда 10 миллионға артығыраҡ.
Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй власы вәкилдәре раҫлауынса, «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын атҡарыу яҡшы һөҙөмтә бирҙе: һуңғы биш йылда халыҡтың тәбиғи үлем күрһәткесе 3,5 тапҡырға кәмегән. Йәғни илебеҙ һуңғы тиҫтәләгән йылдарҙа халыҡ иҫәбен бер аҙ тотороҡландырыуға өлгәште: һуңғы биш йылда тыуым һаны 23 процентҡа тиерлек артҡан, ә үлем һаны, киреһенсә, 11,2 процентҡа әҙәйгән. Милли проектты бойомға ашырыу һөҙөмтәһе халыҡтың ғүмер оҙайлығында ла сағыла: ул 3,7 йылға күберәк һәм былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса 69 йәш тәшкил итә.
Һандар һәм факттар, әлбиттә, уйландырырлыҡ. Ғәжәп ҙур һәм көслө держава тип аталған илебеҙ ни өсөн ошондай хәлгә төштө һуң? Ниңә дәүләтебеҙ ошондай критик хәлдә лә халыҡтың йәшәйеш кимәлен арттырыу тураһында күрәләтә ныҡлы һәм төплө саралар күрмәйенсә, мәсьәләне иммиграцияны арттырыу юлы менән хәл итергә тырыша?
Юғары иҡтисад мәктәбе дәүләт учреждениеһы Демография институтының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Никита Мкртчян да Рәсәйҙе эшсе ҡулдар менән тулыһынса тәьмин итеү мөмкинлегенә шик белдергән. Йәнәһе, был тиклем мигрантты – 10 миллион кешене ҡайҙан алмаҡ кәрәк? Ниңә аптырарға, ти? ҡояш сыҡҡан тарафтарға ҡарап, бармаҡ менән ымлауың булыр, илебеҙҙе баҫып та алырҙар. Былай ҙа бит әле Курилыбыҙҙы тартып алыу тураһында һүҙ ҡуйыртыу ыңғайына шул стратегияларын да эшләйҙәр түгелме?!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»