НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ауылым, ауылҡайым минең…

Ауылым, ауылҡайым минең…


(“Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа”, “Йәшлек”, № 63, 13 август, 2011 йыл)
Ауылым, ауылҡайым минең…
Ауыл тормошо миңә үтә лә ҡәҙерле, яҡын, аңлайышлы, бер һүҙ менән әйткәндә, йәнемдә гелән уның һулышы һулҡый. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ана шул ауылдарҙың көнитмеше өҙлөкһөҙ уйландыра, хәсрәткә һала, йөрәкте өйкәй, йәнемә тынғылыҡ бирмәй. Нисек йәшәй бөгөнгө ауыл, уның булмышы һәм ҡылмышы ни хәлдә – әйтерем ана шулар хаҡында. Был хаҡта ни өсөн һүҙ ҡуҙғаттым һуң әле һәм яҙғандарымдан фәтүә сығырмы? Белмәйем. Әммә ер яҙмышы, еребеҙҙең кендеген тәшкил иткән ауылдарыбыҙ киләсәге хаҡында уҡыусыларым тағы ла бер тапҡыр уҡыһа,уйланһа, һипһенеп һәм һиҫкәнеп китһә, әйткәндәремде төҙәтергә ынтылып сәбәп ҡылһа, уныһы ла ҙур эш.
Ер кешеһенең төп шөғөлө – һөрөү, сәсеү, урыу, мал аҫрау һәм тотош “мир”ҙы туйындырыу. Ғүмер баҡый шу­лай ҡабатланған һәм шулай булып ҡаласаҡ. Әммә ауыл һуңғы йыл­дар­ҙа бына ошо, үҙенә йөкмәтелгән юғары бу­рысты үтәп еткермәй. Йылайыр районындағы элек гөрләп торған “Һа­быр” совхозын миҫалға кил­терәм. Бөгөн уның емерек нигеҙе яу үткән һуғыш яланын хәтерләтә; үҙәктә урынлаш­ҡан элекке һыйыр фермаһы, ырҙын табағы, машина-трактор паркы ер йотҡандай юҡҡа сыҡҡан, икмәккә яғып ашарлыҡ уңдырышлы тупраҡлы баҫыуҙарға бер ус орлоҡ сәсел­мәгән,уларҙы сәүел ябып бара, билбыуарҙан билсән ҡаплаған. Эшлектән сыҡҡан был сәсеүлектәрҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу ҙа, ай-һай, күп сығым талап итәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, ерле халыҡ өсөн бөтөрөлгән совхоз биләмәһендә эш тә ҡалмаған, аш та юҡ. Күрше хужалыҡтарҙа ла хәл маҡтанырлыҡ түгел. ‡ткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында исемдәре республикала билдәле “Башҡорт”, “Юлдыбай”, “Көнь­­яҡ Урал” совхоздарының да ҡоро атамаһы тороп ҡалған. Уйлаһаң, уйылып китерлек һорауҙарға яуап таба алмай ҡаңғырам ҡайһы саҡ. Ә бит ауылдаштарым – йор һүҙле, тырыш, уңған кешеләр, мин улар менән һәр ваҡыт ғорурландым һәм ғорурланам. Ауылымда үҙ ваҡытында хеҙмәт батырлыҡтары өсөн ордендарға лайыҡ Сәлихйән Атанғолов, Фазылйән Ҡаҙнабаев, Зәйнулла һәм Әүхәҙей Ҡоҙашевтар йәшәне һәм йәшәй. Хеҙмәт уңғандарының ошо исемлеген әллә күпме дауам итергә булыр ине. Мәктәбебеҙҙән сыҡҡан фән докторын, фән кандидаттарын, атҡаҙанғандарын ошо теҙмәгә өҫтәп ебәрһәң, Һабырҙың абруйы бермә-бер артып китә. Шуға, ялҡаулыҡ һәм булдыҡһыҙлыҡ ауылдаштарыма хас түгел, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Тимәк, ауыл­дарҙың бөтөүенә иң беренсе уға ҡарата йүнәлтелгән сәйәсәт йоғонто яһай. Иҫкә төшөрәйек әле, 60-сы йылдарҙағы ауыл­дар­ҙы ҙурайтыу кампанияһының кире һөҙөмтәһен бөгөн дә үҙ елкәбеҙҙә татыйбыҙ. Беҙҙең төбәкте йәмләгән, мәлендә киләсәгенә “перспективаһыҙ” мөһөрө баҫылған Шәмсетдин, Һыҙғы, Ҡәрйән, Ҡырым, Әлмөхәмәт ауылдарының нигеҙ түмәләстәре генә ятып ҡалған, исемдәре лә яйлап хәтерҙән юйыла бара.
Минең тыуған төйәгемдәгеләй бөтөүгә дусар ителгән яҙмышлы ауылдарҙы иҫәпләй китһәң, тотош Рәсәй буйынса улар меңәрләгән, бөләңгерт көнитмештәре оҡшаш һәм әсендергес. Баҫыуҙарға иген сәселмәүен әйтеп киттем, ә бит ошоға тиклем тапшырылған рапорттарҙа, йәшерен-батырын түгел, бөтәһе лә ал да гөл булды. Халыҡты бит ҡағыҙға теркәлгән ялған отчеттар менән туйындырып булмай, ҡунаҡҡа саҡырылған түрәләр үткән юлға халыҡ малын ҡыуалап сығарып, уны йәмәғәт малы тип күҙ буяп мутлашыуҙан ит-һөт артмай, йә башлыҡты алдан билдәләнгән маршруттан алып йөрөп, ҡаршыһына бәхетле йылмайған кескәйҙәрҙе баҫтырыуҙан мәктәптәребеҙҙә балалар һаны ишәймәй.
Ошо көрсөктән сығыу юлы бармы? Бар, минеңсә. Ҡыйыуһыҙ раҫлауымдың әтнәкәһе шунда: ошоға тиклем ҡаныбыҙға һеңгән, аңыбыҙҙа нығынған хужалыҡ итеү алымдарынан ҡотолоу еңелдән булмаясаҡ. Октябрь революцияһына тиклем крәҫтиәндәр общинаға ойошоп эшләне, хатта заманында уны П. Столыпин реформаһы ла емерә алманы. Артабан совет власы урынлаштырылғандан һуң община хужалыҡтарына оҡшаш колхоз, совхоздар барлыҡҡа килде. Бер һүҙ менән әйткәндә, айырым эшләп өйрәнмәгәнбеҙ, беҙҙең халыҡта “Айырылғанды айыу ашар” тигән мәҡәл дә юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Бәлки, әүәлге хужалыҡтарға оҡшаш (уларҙың күсермәһе түгел) берләшмәләргә ойошоу фарыздыр? Беҙҙең өсөн ят тойолған фермерлыҡ хәрәкәтен йәйелдереү ыңғай һөҙөмтә бирерме-юҡмы, әле аныҡ ҡына әйтеү мөмкин түгел. Йәнә техникаһыҙ фермер нимә генә ҡыра алһын инде? Ә уны һатып алыу өсөн генә лә миллион һумлап аҡса талап ителә. Етме­шенсе йылдар урта­һында Балтик буйы республикаларында фермерҙарҙың йәшәүе һәм эшләүе менән танышырға тура килде. Улар йомошҡа күршеләренә йөрө­мәй, бөтә ҡорамалдары күҙ алдында. Ә фермер булам тип ынтылғандарҙан ерен дә, ссудаһын да, кредитын да йәлләргә ярамай. Тик ер урындағы халыҡ ҡарама­- ғын­да ҡалырға тейеш, быныһы бәхәсһеҙ.
Яҙ көнө һөрөү-сәсеү эштәре күп ауылдарҙа онотола барһа ла, һабантуйҙар мәлендә үткәрелә. Һабанда һайрашмағас, ҡыҫыр байрам ойоштороу менән генә әпәкәйле булып китмәҫбеҙ бит, ағай-эне. Беҙҙең заманда “Икмәк булһа, йыр ҙа булыр!” тигән ҡанатлы һүҙҙәр була торғайны. Йыр һуҙырға маһирланып алдыҡ, икмәкте кем игер? Белгес булмайынса ер тураһындағы уйҙарға төшөп китеүем дә фәлсәфә һатып үҙемде аҡыллыға сығарырға тырышыуҙан түгел, ер кешеһе булараҡ, уны ҡурсаларға теләүҙән килә.
Хәҙер ауылды ауыл итеп тотоп торған берҙән-бер үҙәк тороп ҡалды. Ул – мәктәп. Бөгөн унда ла оптималләштереү тигән эштәр бара (йөкмәткеһе һүҙһеҙ ҙә аңлашыла). Ҡулайлаштырыу бындай темп менән барһа, мәктәптәрҙең дә бер-бер артлы ябылыуын көт тә тор. Билдәле булыуынса, мәктәпһеҙ ауыл юғалыуға дусар. Ауыл мәк­тәбе бөтһә, телебеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Сөнки әҙәбиәтебеҙҙе балҡытҡан, мәҙәниәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарған яҙыусыларыбыҙ, сәнғәт әһелдәребеҙ бөтәһе лә ауыл кешеләре. Милләтебеҙҙең инер ишеге, бәүелер бише­ге бит ул ауыл! Уҡытыусыларҙың һанын ҡыҫҡартыуҙан мәғәнә тапмайым, былай ҙа ауылды йәшәтеп торған мәктәптәрҙә, медпункттарҙа пенсия йәшендәгеләр эшләй. Улар китһә, урындарына кемдәр килер? Клубы бикле, лайыҡлы йәшәү өсөн шарттар тыуҙырылмаған ауылдарҙа йәштәр ҡалыр­ға, киткәндәре ҡайтырға ашҡынып бармай. Ауыл мәктәбе матди яҡлауға мохтаж, күптәренә кисекмәҫтән ремонт талап ителә. Ошо ерҙә тағы ла бер күренешкә иғтибарҙы йәлеп итмәксемен: әлеге мәлдә ауылдарҙа даими рәүештә мәсеттәр ҡалҡа, ғибәҙәтханалар төҙөлә. Иманға ҡайтыу, динебеҙгә йөҙ менән боролоу – изге ғәмәл. Тик мәсет төҙөүгә аҡса биреүсе бағыусылар мәктәптәр хаҡында ла онотмаһа ине. Сөнки иманға ҡайтыу аң-белем аша килә түгелме?
Тураһын әйтәйек, ауылдарҙа бөгөн эскелек сәскә ата. Һәр ауылда һыра киоскылары бәшмәктәрҙәй ҡалҡып сыҡҡан, йылғыр коммерсанттар иҫерткесте ваҡытында килтерә һалып еткерә: эс, иҫер, миңрәүлән, киләсәк хаҡында ғына уйланма. ‡ҙәк телевидение ла әлеге көндә ана шул маңҡорттар тәрбиәләү сәйәсәтен үткәрә. Уйлай башлаһаң, ҡурҡыныс: эскеселәр иленә әүерелеп, яйлап ҡына ҡырылабыҙ бит. Бөгөн “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен йәйелдереп ебәрҙеләр. Тик ошо эш тағы ла ҡоро, ялған тамаҡ ярыуға оҡшап ҡалмаһа ине. Был акция тураһында ишеткәс, ҡыуанып киттем, исмаһам, эскелеккә ҡарап ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, нимә лә булһа эшләйбеҙ, бәлки, сара ыңғай һөҙөмтә биреп тә ҡуйыр.
Бөгөнгө ауыл ҡартая, быны ниндәйҙер өҫтәмә мәғлүмәтһеҙ ҙә иҫбатларға мөмкин. Ауылдан йәштәр ҡаса (уларҙы ғәйепләй алмайым, юғарыла сәбәптәрен аңлаттым), ауыл ҡыҙҙары, ҡалаларҙа коммерсанттарға ялланып, баҙарҙарҙа сепрәк-сапраҡ һата, егеттәр түшәмгә төкөрөп, эшһеҙ-ашһыҙ ауыл урамдарында эт һуғара. Бер мәл улар менән бәхәсләшеп киттем дә һорарға иттем: “Әйтегеҙ әле, егеттәр, һеҙ нисек йән аҫрайһығыҙ ул?” Араларында оятын юғалтҡан берәү тура яуап ҡайтарҙы: “Төн етһә, әбейҙәрҙең кетәгенән тауыҡ сәлдерәбеҙ”. “Тауыҡ урлағансы, ҡыҙ урлап дан сығарһағыҙсы…” Ҡулдарынан килмәһә лә, геүләшеп алған булдылар: “Беҙ урлар ҡыҙҙар ҡалаларҙа йөрөй шул…” Был егеттәр менән килештем дә, күңелемдән йәлләп тә ҡуйҙым. Эшһеҙ йөрөүҙәренә, өйләнмәүҙәренә бер улар ғына ғәйепле түгел, араларында әҙәмсә йәшәргә теләүсе тырыш, эшһөйәр­ҙәре лә етерлек, йәндәренә өмөт һалып, ҡулдарына эш тотторорға ғына кәрәк.
Бөтәһен бер ҡалыпҡа һалып, ауыл тормошона ҡара яғырға йыйынмайым. Урал аръяғында тырышып эшләгән, хужалығын да күтәргән, халҡын да ҡайғыртҡан, хеҙмәт кешеһен дәртләндерә белгән хужалыҡтар бар. Йыл башында Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының йылды йомғаҡлау тантанаһына барып, ҡыуанып ҡайттыҡ, был турала уҡыусыларыбыҙға ла һөйөнсөләнек. Ошо уҡ район­дың “Ялан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенең дә халыҡ менән берлектә, дөйөм маҡсатта эшләүе ҡыуандыра. “Алғаҙы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Сәғит Ғиззәт улы Урманов яңыраҡ редакцияға килеп, эштәренең барышы менән уртаҡлашып, ҡыуанысын һөйләп сыҡты. Ерем, тип янған, ауылдарҙы күтәрергә, йәшәтергә тырышҡан ошондай етәкселәр бар. Уларҙа ла бөтәһе лә ал да гөл түгел, мәгәр ҡул ҡаушырып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмайҙар. Тик ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Президентыбыҙ, республика хөкүмәте Урал аръяғының 2011 – 2015 йылдарға тиклем иҡтисади үҫеш программаһын ҡабул итте. Унда һәр район өсөн аныҡ эштәр планы билдәләнгән. Хуплайым, был үҫеш программаһына оло өмөттәр бағлайым, ауыл­­дарыбыҙҙың бөтмәҫенә, киләсәктә улар­ҙың күтәрелеренә ышанам.
Йомро аҡ таштар өйкөлөшөп бер урында ятҡанда ғына ҡояш йылыһын оҙаҡ һаҡлаусан. Уларҙы тараттыңмы, күҙ асып йомғансы һалҡынайып, ҡотһоҙланып китәләр. Ауыл тормошо ла ана шул таштарға оҡшаш. Ауылды, милләт бишеге, тип юҡҡа ғына атаманым. Ошо бишегебеҙ сабыйлы,телле, моңло, ҡотло, ырыҫлы булып, оҙаҡ йылдар тирбәлһә ине. Әйҙәгеҙ, шулай булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек. Ни тиһәк тә беҙ ҡатлы-ҡатлы таш йорттарҙа яралмағанбыҙ, тамырҙарыбыҙ тыуған тупраҡта, беҙ – ер кешеләре!

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Сығыу ваҡыты 27-08-2011, 12:52 | Ҡаранылар: 3032
|
  • Ҡайтып, эш күрһәтегеҙ әле үҙегеҙ!
  • Милләтебеҙҙең киләсәге – ауылдарҙа
  • Шығайҙар битараф халыҡ түгел
  • Бәхет – үҙ илеңдә, үҙ ереңдә
  • Ауылда еңел түгел
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM