RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар

06.08.2011 Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар

Уны чиновниктар хеҙмәт килешеүенә алмаштырасаҡ
Хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә уйлайҙар
Рәсәйҙә 2012 йылдан башлап хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөү тураһында һүҙ алып баралар. Был документ­һыҙ йәшәй алмаусылар өсөн бындай тәртипкә күсеү өсөн ун йыл ваҡыт бирергә ниәтләйҙәр. Чиновниктар, хеҙмәт кенәгәһен хеҙмәт килешеүе алмаштырасаҡ, тип иҫәпләй. Мәскәүҙең юридик даирәһендә барған бәхәстәр беҙҙең дә фекерҙәрҙе сағылдыра. Әйҙәгеҙ, баш ҡала адвокаттарының нимә уйлауы менән танышайыҡ.

Популизм
Адвокат Константин Барановский хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөүҙең мәғәнәһен күрмәй. «Рәсәйҙә хеҙмәт кенәгәһе – эш биреүсегә артыҡ ваҡыт сарыф итмәйенсә эшкә урынлашырға теләгән кеше тураһында кәрәкле мәғлүмәт алыу форсатын биргән, культураның мөһим элементы ул», – тип иҫәпләй ул.
Адвокат фекеренсә, РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының был ҡарары популистик аҙым булып тора һәм бер нәмәгә лә нигеҙләнмәгән. «Уны бөтөрөү менән халыҡтың йәшәйеш кимәле күтәреләме лә, хеҙмәт етештереүсәнлеге артып китәме?» – тип аптырай ул.

Бөтә дөрөҫлөк – хеҙмәт кенәгәһендә
Икенсе адвокат – Леонид Ольшанский: «Хеҙмәт кенәгәһе – хеҙмәт мөнәсәбәттәренең һәм милли мәҙәниәттең бөтөнләй зыян­һыҙ һәм бик мөһим элементы. Уны бөтөрөү рәсәйҙәрҙең күпселеген эш стимулынан мәхрүм итәсәк, сөнки слесарҙан башлап директор­ға тиклем үҫкән кешенең бөтә ғүмере нәҡ ошо кенәгәлә сағыла, – тип, РФ социаль үҫеш министрының хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөргә хаҡы юҡлығы тураһында белдерә. – Был мәсьәлә парламентта федераль закон ҡабул итеү менән хәл ителергә тейеш, әммә бындай закон бер ниндәй ҙә файҙа килтермәйәсәк».

Пенсияны иҫәпләп сығарыу ауырлашасаҡ
Адвокат Владимир Жеребенков, хеҙмәттәштәре менән килешеп, хеҙмәт кенәгәһен бөтөрөү – уйламай эшләнгән аҙым, тип иҫәпләй. Уныңса, башҡа документтар пенсияны аныҡ иҫәпләп сығарыуҙы ауырлаштырасаҡ.
«Кенәгә стажды ғына түгел, ә биләгән вазифаны ла асыҡ сағылдыра. Был мөһим, сөнки ҡайһы бер һөнәр кешеләре пенсияға иртәрәк сыға», – ти ул.

Иҫкергән документ
Адвокат Людмила Айвар, Рәсәйҙә баҙар иҡтисады, шул уҡ ваҡытта ирекле хеҙмәт барлыҡҡа килеү менән хеҙмәт кенәгәһенә ихтыяж бөттө, тип иҫәпләй. Уныңса, хәҙерге заманда кенәгәгә теләгән бер кеше теләгән бер яҙыуҙы индерә ала – бөгөн ундай мөмкинлек күп. Ә шәхси эшҡыуарҙар һәм адвокаттар өсөн уның бөтөнләй кәрәге юҡ, тип өҫтәй. Йәнәһе, стажды раҫлау һәм пенсия алыу өсөн һалым органдарынан бирелгән справка ла етә.

Р. БАЙЫШЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»