RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Айыҡ тормош өсөн көрәшәйек

14.05.2011 Айыҡ тормош өсөн көрәшәйек

Таң ата ла кис етә, ваҡыт арбаһы һиҙҙермәйенсә алға елә. Беҙ, донъя мәшәҡәттәренә сумып, тирә-яғыбыҙға, илдә барған хәл-ваҡиғаларға иғтибар бүлергә, йәшәү рәүешебеҙгә анализ яһарға, һис юғында, тормош һәм йәшәү мәғәнәһе хаҡында фекер йөрөтөү өсөн, исмаһам, бер сәғәт кенә лә ваҡыт таба алмайбыҙ. Күптәребеҙ, үҙ донъяһына ғына бикләнеп, йәне теләгәнде эшләп, башҡа бер кемдең һүҙенә ҡолаҡ һалмай, тирә-йүненә битараф көйө йәшәргә күнеккән. Ә бит һәр беребеҙҙең донъяла үҙ тәғәйенләнеше бар, ғүмеребеҙҙе изгелеккә бағышларға, тормош йәмләүгә саҡ ҡына булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә, ни ҙә булһа эшләргә тейешбеҙ.
Тирә-яғыбыҙға күҙ һалһаҡ, аҙым һайын иҫәпләп бөткөһөҙ әллә күпме мәсьәлә тулып ята. Ләкин ошо мәсьәләләрҙең иң олоһо, ҙур ҡурҡыныс менән янағаны – эскелек. ҡалала урамға сыҡһаң, аҙым һайын йә иҫерек хәлдә китеп барған, йә ҡулдарына һыра тотҡан, бер кемдән тартынмайынса, иҫтәре лә китмәй тәмәке көйрәткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ир-егет­тәр­ҙе осратырға тура килә. Ауылдарҙа ла хәл шәптән түгел: шулай уҡ «йәшел йылан» ағыуы ҡолона әйләнгән йәш һәм оло быуын ир-егеттәрен күреүҙән, аяныслы хәл-ваҡиғаларҙан күңел әрней.
Эскелек бар ерҙә хакимлыҡ итә. Бер көн эсендә генә лә әллә күпме йән өшөткөс хәлдең шаһиты булырға тура килә. Урам буйлап атлап бараһыңмы, кибеткә инәһеңме, автобус­ҡа ултыраһыңмы – бар ерҙә лә осрай хәмерҙең «дуҫтары». Өлкәндәрҙең генә түгел, тиңдәштәремдең, йәш быуындың шайтан ағыуына тартылыуы, ҡайһы берәүҙәрҙең иҫерткес эсемлектәр менән айырылғыһыҙ дуҫтар булыуы оло хафаға һала. Өлкән быуын вәкилдәренән эскелекте күреп, телевизорҙан һәр саҡ ишетеп-күреп, быға өйрәнелгән ғәҙәти хәлгә ҡараған кеүек ҡараһаҡ та, шуның араһында йәшәһәк тә, аҡылыбыҙ менән иҫерткес эсемлектәргә буталған мәғәнәһеҙ йәшәү рәүешенең ни тиклем дөрөҫ түгеллеген аңлап, белә тороп, беҙ был заман афәтенең артабан да таралыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Быуындарҙан быуындарға бәйләнә килгән эскелек сылбырын беҙ, йәштәр, үҙебеҙ өҙмәһәк, кем өҙөр һуң?
Йыш ҡына таныш егет һәм ҡыҙҙарҙан, йәш саҡта бер аҙ эсеп ҡалырға кәрәк инде ул, аҙаҡ оло тормош юлына аяҡ баҫҡас, ғаилә ҡорғас, эсмәйәсәкбеҙ, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ләкин хәҙерҙән ошо фекергә таянған кеше ғаилә ҡороп йәшәй башлағас та был насар ғәҙәтенән арына алмаясаҡ, бик ныҡ теләгән хәлдә лә хәмерҙән ҡотолоу еңелдән булмаясаҡ.
Эскелек йәмғиәтебеҙҙең барлыҡ тармаҡтарына ла үтеп ингән һәм ныҡлы урын алған. Әммә һәр кеше үҙ киләсәге хаҡында ҡайғырта ала, үҙенә юлды үҙе яра һәм ниндәй юлдан атларға кәрәклекте үҙе билдәләй. Тимәк, һәр беребеҙгә уйланырға урын бар. Ата-әсәләр үҙҙәренең йәшәү рәүеше, балаларына ниндәй миҫал күрһәтеүе тураһында йышыраҡ уйланһа ине. Аҡыл өйрәтеп кенә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү мөмкин түгел. Иң тәүҙә эшең менән миҫал күрһәтеү кәрәк. Шул саҡта ғына башҡалар дөрөҫлөктө аңлаясаҡ. Йәштәргә киләсәк тормош хаҡында уйланыу, маҡсаттарға ынтылып йәшәү зарур. Ғүмер бер генә! Уны яҡшы, йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы эштәр башҡарып, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән, хәмерһеҙ ҙә күңелле һәм мәғәнәле итеп уҙғарыу мөмкинлеге булғанда, ниңә шайтан ағыуына ынтылырға, эскелек ҡолона әүерелергә? Һуңғы арала бик йыш ҡына алдынғы ҡарашлы ағайҙарҙан, гәзит-журнал биттәрендә, район үҙәктәрендә эскелеккә ҡаршы ойошмалар булдырыу кәрәклеге тураһындағы фекерҙәрҙе ишетергә тура килде. Ойошма ағзалары йәштәрҙе айыҡ тормошҡа әйҙәү өсөн дөрөҫ юлдарҙы билдәләп, район үҙәгендә генә түгел, ауылдарҙа ла эш йәйелдерһә, халыҡ менән яҡындан аралашһа, мәсьәләне сисеү юлдарын бергә эҙләһә, күпмелер ваҡыттан һуң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин булыр ине.
Был ауыр мәсьәләне сисеү өсөн беҙгә берҙәм булыу һәм, ҡәтғи ҡарарға килеп, эшкә дәррәү тотонорға кәрәк. Ил күләмендә барлыҡ кешелек донъяһына йоғонто яһарлыҡ, үҙгәрештәр индерерлек әллә ниндәй ҙур эштәргә тотоноу мотлаҡ түгел. Исмаһам, үҙебеҙҙең йәшәү рәүешебеҙ хаҡында фекер йөрөтөү һәм тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү тураһында ҡайғыртырға тейешбеҙ. Тирә-яҡты үҙгәртәм тиһәң, үҙеңдән башла, тиҙәр бит.
Бер бирелгән йәшнәп йәшәү беҙгә,
Хәмер һаҙлығына батмайыҡ.
ҡулды ҡулға тотоношоп бергә
Дөрөҫ юлдан ғорур атлайыҡ.

Зилиә ХУНАФИНА,
БДУ-ның 1-се курс студенты.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»