RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?

30.04.2011 Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?

Илдә бензин дефицитын кем тыуҙырған?Федераль монополияға ҡар­шы хеҙмәт (ФАС), Рәсәйҙең ҡайһы бер ҡалаларында бензин дефициты барлыҡҡа килеүендә нефть компанияларының закон­һыҙ эш итеүе ғәйепле, тип иҫәпләй.
«Бының картель һөйләшеп килешеүҙәрҙең бер төрө булыуы ихтимал – монополияға ҡаршы закон тарафынан бындай закон боҙоуҙарға ҡарата яуаплылыҡ ҡаты, хатта енәйәт эше асылыуы мөмкин», – тип белдерҙе ФАС башлығы Игорь Артемьев Рәсәй яғыулыҡ союзы (РТС) вәкилдәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә.
Бензин дефицитын иң тәүҙә Алтай крайында йәшәүселәр кисерә – апрелдә был төбәккә бензин поставкалаусы «Рос­нефть» – «Алтайнефте­продукт» һәм «Газпромнефть – Алтай» нефть компаниялары автозаправкалау станциялары хужаларына, сәбәбен аңлатып тормайынса, яғыулыҡ һатыуҙы сикләгән. Һөҙөмтәлә заправкалау станцияларында оҙон сираттар барлыҡҡа килгән. ФАС-тың Алтайҙағы идаралығы иһә нефть продукттары баҙары операторҙарын тикшерә башлаған.
РТС президенты Евгений Аркуша ФАС-тағы кәңәшмәлә бындай хәлдең тағы ла Санкт-Петербургта, Воронежда, Новосибирскиҙа, Сахалинда күҙәтелеүе тураһында һөйләне. Бынан алда Аи–92 һәм Аи–95 маркалы бензиндың Брянск өлкәһе заправкаларынан да юҡҡа сығыуы тураһында хәбәр булған.
РТС вәкилдәре фекеренсә, яғыулыҡ дефициты тулайым һәм ваҡлап һатыу сегменттарында хаҡтарҙың ныҡ түбәнәйеүе арҡаһында барлыҡҡа килеүенә бәйле. «Роснефть», «Газпром­нефть» кеүек һәм башҡа ҙур компаниялар бензинды ваҡлап һатыу хаҡын 5 һумға кәметһә, яғыулыҡты тулайым һатып алғанда уның хаҡы 1–2 һумға арзаная. Ә бәләкәй компаниялар өсөн был үтә лә отошһоҙ», – тип белдерҙе Алтай яғыулыҡ союзы президенты Юрий Матвейко.
«Кортес» эксперттары, властарҙың Рәсәйҙә хаҡтарҙы кәметергә тигән талабынан һуң нефтселәрҙең экспорт поставкаларын арттырыуы дефицит тыу­ҙырҙы ла инде, тип билдәләй.
ФАС нефть компаниялары етәкселәренә эске нефть продукттары баҙарындағы хәл-торошто тотороҡландырыу кәрәклеге тураһында иҫкәрмә ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта уларҙан яғыулыҡ дефициты барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыуҙарын талап итте. Ә нефть компаниялары етәкселәре яғыулыҡ көрсөгөнә ҡыҫылыштары булмауы һәм Алтайҙағы хәл-торошто тотороҡландырыу өсөн ашығыс саралар күрелеүе тураһында хәбәр итте. «Роснефть» компанияһынан белдереүҙәренсә, улар йыл башынан бензинды экспортлау хаҡын, былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике тапҡырға тип әйтерлек кәметкән. Был компания вәкилдәренең аңлатыуынса, яғыулыҡ дефициты башҡаларҙың поставкалауҙы ҡырҡа кәметеүе, шулай уҡ бойондороҡһоҙ трейдерҙар­ҙың, «Роснефть»тең яғыулыҡҡа хаҡтар кәметеүенән файҙаланып, нефть продукттарын бик күпләп һатып алыуы арҡаһында барлыҡҡа килгән.

Р. ЙӘНСУРИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»