НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Эшһеҙлек енәйәтселекте арттыра

Эшһеҙлек енәйәтселекте арттыра


йәки Йәштәрҙе борсоған мәсьәлә республика форумында тикшерелде
Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү еңел хәл ителерлек мәсьәлә түгел. Яңы ғына уҡып бөткән, эш тәжрибәһе булмаған белгестәрҙе эшкә алырға теләк белдергән ойошмаларҙың әллә ни күп булмауы аңлашыла. Шулай ҙа йәш быуынды үҙ проблемалары менән яңғыҙ ғына ҡалдырмайҙар – Башҡортостанда йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар даими уҙғарылып тора.
Яңыраҡ Өфөлә Йәштәр фәне көндәре барышында «Йәштәр – илдең стратегик ресурсы» тип аталған республика йәштәр форумы ла ойошторолдо. Форум программаһында фәнни-ғәмәли конференция, «түңәрәк өҫтәл»дәр, лекциялар, семинарҙар кеүек мөһим саралар ҙа үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, йыл һайын уҙғарылған сараның йәштәргә ҙур файҙа килтереүен билдәләп үтте.
1 мартҡа ҡарата алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Баш­ҡорт­ос­танда әле 41 326 кеше эшһеҙ булараҡ иҫәптә тора. Улар араһында 16 – 29 йәшлек 10 827 эшһеҙ бар. Был бөтә исемлектең 26,2 процентын тәшкил итә. Ошо рәсми статистика ғына ла, уҡыу йортон тамамлап, эш эҙләгән йәштәргә ни тиклем ауыр булғанлығын асыҡ күрһәтә. Тәжрибәһе булмаған белгестәр араһында проблема киҫкен тора һәм уны тиҙ арала хәл итергә кәрәк. Ә бит әле килтергән һандар рәсми теркәлгән эшһеҙҙәрҙе генә күрһәтә. Ысынбарлыҡта уларҙың һаны күпкә артығыраҡ. Статистика билдәләүенсә, эшһеҙлектең 1 процентҡа артыуы енәйәтселекте 4 процентҡа арттыра. Был да кешеләрҙең эшһеҙ йөрөүе айырым бер төркөм халыҡтың ғына проблемаһы түгеллеген, тотош йәмғиәт өсөн зыянлы икәнлеген күрһәтеп торған факт.
Әлбиттә, республикала проблеманы хәл итеү өсөн байтаҡ көс түгелә. Студенттар отрядтары, эшҡыуарлыҡ мәктәптәре эшләй, төрлө вакансиялар йәрминкәләре, йәш белгестәрҙең инициативаларын хуплау өсөн конкурстар һәм башҡа саралар уҙғарыла.
Белгестәр билдәләүенсә, хеҙмәт баҙарында килеп тыуған иң ауыр мәсьәлә – һорау менән тәҡдимдәрҙең бер-береһенә тап килмәүе, йәғни дисбаланс. Йәштәрҙең күпселеге эшсе һөнәрҙәренә эйә булырға һәм ошо тармаҡта эшләргә теләмәй. Шулай уҡ эш биреүсе менән белгестәр араһында етерлек кимәлдә диалог юҡ.
Был мәсьәләне хәл итеүҙә киң матбуғат сараларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. «Йәштәр – илдең стратегик ресурсы» республика форумында киң матбуғат сараларының йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә өлөш индерә алыуы темаһына һөйләшеү ойошторолдо. Унда, башҡа белгестәр менән бер рәттән, республика йәштәр гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре лә сығыш яһаны. «Йәшлек», «Өмет», «Молодежная газета» гәзиттәрендә абруйлы, кәрәкле һөнәрҙәр, үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәр­ҙәр тураһында материалдар баҫыла. Гәзит биттәрендә уҡыу йорттары, ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур булыуы кеүек һорауҙарға ла яуап табырға мөмкин. Был йүнәлештәге эш артабан да дауам итәсәк һәм тағы ла әүҙемләшәсәк.


Ләйсән МӨЛӨКОВА.

Сығыу ваҡыты 2-04-2011, 12:39 | Ҡаранылар: 1803
|
  • Һөнәри йүнәлеш биреүҙә предприятиелар менән бәйләнеш
  • Һаулыҡ һаҡлау темаһы һәр һөйләшеүҙә лә актуаль
  • Атҡа бесән кем һала?
  • Профессиональ әҙерлектең яңы юлдары эҙләнә
  • Белгестәр әҙерләүҙең яңы системаһы раҫлана
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM