НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Телефон пираттары

Телефон пираттары


йәки, Әсәй, ярҙам ит!
Телефон пираттары
Еңел аҡса табыу, байыу өсөн нимә генә ҡыланмайҙар ҙа, нимә генә уйлап тапмай­ҙар?! Финанс пирамидалары, йәнәһе, тура эфирҙан барған телевикториналар, лотереялар, SMS-уйындар... Яҡындарыңа ҡарата булған хистә лә уйнап, кеҫә ҡалынайтырға маташыусылар юҡ түгел. Һуңғы айҙа ғына Баймаҡ ҡалаһында өс мутлыҡ осрағы теркәлгән.
В.-ларҙың өй телефонына шылтыраталар.
– Әсәй, мин ҡалаға инеп килгәндә бер йәйәүлене тапаттым. Ҡотҡар...
Һөйләшеүҙе икенсе берәү дауам итә:
– Әгәр ҙә улығыҙҙы төрмәнән йолоп ҡалырға теләһәгеҙ, тиҙ генә ошо телефон номерына 2100 һум аҡса күсерегеҙ.
Ниндәй әсә бәләгә тарыған балаһын ярҙамһыҙ ҡалдырһын инде?! Бахыр ҡатын шунда уҡ талапты үтәргә ашыға. Ул хатта улының тауышы яһалма тойолһа ла, иғтибар бирмәй. “Бәлки, туҡмағандарҙыр, ҡурҡытҡандарҙыр, имен генә булһын инде”, – тип өҙгөләнә ҡан һауған әсә йөрәге. Аҡса күсергәнгә арыуыҡ ваҡыт уҙһа ла, улынан һаман хәбәр булмағас, ҡатын милицияға, дауаханаға шылтырата башлай. Уға бер ниндәй ҙә юл фажиғәһе булмауын әйтәләр. Ә кискеһен улы ҡайтып инә. Ул бер ниндәй ҙә хәлгә тарымаған, иҫән-һау.
Бер нисә көндән М. ханымдың кеҫә телефонына ят номерҙан шылтыратып, шулай уҡ уның улының тауышы менән ҡылған аварияһы өсөн енәйәт яуаплылығына эләкмәҫ өсөн, ашығыс рәүештә 50 мең һум аҡса кәрәклеген әйтәләр. Артабан телефонды ир кеше ала:
– Мин – милиция капитаны Карпенко. Әгәр улығыҙҙы төрмәнән алып ҡалырға теләһәгеҙ, ошо телефонға 50 мең һум аҡса күсерегеҙ. Тик был хаҡта бер ҡайҙа ла хәбәр итмәгеҙ, юғиһә балағыҙҙың ҙур проблемалары булыуы бар.
Ҡатын ҡаушап ҡалмай, тәүҙә улының эшенә шылтырата. Уның тыныс тауышын ишетеп, аварияның да, капитан Карпенконың да бары тик уйҙырма булыуын аңлай.
7 мартта тағы ла аптыратҡыс хәл була. “Натали” такси хеҙмәтенә билдәһеҙ кеше шылтырата ла, ҡаланың бер ойошмаһына такси ебәреүҙәрен үтенә. Шулай уҡ ул водителдән, ойошманы тикшерергә килгән кешеләрҙе һыйлау өсөн, ҡиммәтле коньяк һәм кәнфиттәр алыуын һорай. Тыңлаусан таксист, магазинға инеп, барыһын да һатып алғандан һуң, клиент тикшереүселәр­ҙең телефон иҫәбенә 3500 һум аҡса ла һалыуын һорай. Уны ла үтәгәс, таксист ойошма эргәһенә килеп туҡтай һәм барыһы өсөн дә түләйәсәк кешене көтә башлай. Оҙаҡ ваҡыт үтә, бер кем дә сыҡмағас, ул ойошманың бинаһына инә. Унда уға бер ниндәй ҙә тикшереү бармауын, бер кемдең дә таксиға шылтыратмауын әйтәләр. Бер ҡатлылыҡ был таксисҡа ҡиммәткә төштө. Бөтә сығымдарҙы ул үҙе ҡаплаясаҡ.
Әлеге көндә Баймаҡ эске эштәр бүлегенең иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәшеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре был мутлыҡ ҡылыусыларҙы эҙәрлекләү менән шөғөлләнә. Халыҡҡа уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш ителә. Әгәр ҙә һеҙгә шундай шылтыратыу булһа, иң алда яҡындарығыҙға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 19-03-2011, 15:39 | Ҡаранылар: 2991
|
  • “Иптәштәремде ташларға хаҡым юҡ...”
  • “Алло, аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ…”
  • «Алло, беҙ һеҙҙе тыңларға әҙер»
  • Ни сыҡһа ла, салауаттарҙан сыға
  • Китәләр ҙә... ҡайтмайҙар
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM