НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛЕРМЕ?

ВӘҒӘҘӘЛӘР ҮТӘЛЕРМЕ?


йәки Халыҡтың фекере Башҡортостан юлдаш телевидениеһының абруйын күтәрергә булышлыҡ итһен
Халыҡтың һүҙе – хаҡлыҡтың күҙе. Нимә генә тимәйек, донъяла ниндәй генә ваҡиғалар бармаһын, сиктәрҙән ашҡан үҙгәрештәр эшләнмәһен, халыҡ уларға һис кенә лә битараф түгел. Яңы етәксе килеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһына яңылыҡтар индерә башлағас, телевизор ҡараусылыр уның яңы форматына ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен белдерергә ашыҡты. БР Президенты Рөстәм Хәмитов та телевидение хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуында, республикалағы бер­ҙән-бер төп милли телеканалда башҡортса тапшырыуҙарҙың аҙайыуын билдәләп, етеш­һеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушҡайны. «Йәшлек» гәзитендә лә БСТ-ны «утҡа тотҡан» бер нисә тәнҡит мәҡәләһе донъя күрҙе. Уның буйынса шаңдауҙар күп булды – гәзит уҡыу­сыларыбыҙҙан тиҫтәнән ашыу хат алдыҡ. Барыһының дәғүәләре бер үк тиерлек: тамашасылар башҡортса тапшырыуҙарҙың кәмеүенә, ҡыҙыҡлы милли программалар булмауына дәғүә белдерә. Шуныһы иғтибар­ға лайыҡ: БСТ-лағы үҙгәрештәргә ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә битараф ҡала алмаған. Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе бер төркөм башҡорт зыялыһы: «Милләт­тәштәре­беҙҙең тормош-көнкүреше, уй-кисерештәре, мәҙәниәт, сәнғәт яңылыҡтары тураһында ишетеп-уҡып ҡына түгел, телевизорҙан да ҡарап күрә инек, хәҙер ундағы яңылыҡтар хайран ҡалдыра. Юғары кимәлдәге төплө тапшырыуҙар, башҡорт халҡын, уның телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен яҡшы белгән, ярайһы уҡ тормош тәжрибәһе туплаған журналистарҙың эшен күрге килә», – тип яҙа.
Әбйәлил районының Яңы Балапан ауылынан бер төркөм пенсионер арҙаҡлы шәхестәр менән осраштырған, ябай ауыл халҡының да тормошо сағылыш тапҡан элекке БСТ-ны һағыныуы хаҡында яҙған. Буранғол ауылынан 19 кешенең имзаһы менән килгән хатта: «Нимә булды телевидениеға?» – тигән һорау ҡуйылған. Ташбулат ауылынан М. Нурғәлина: «Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһы үҙ билдәләнешен онотмаһын, башҡортса телеканал булып ҡалһын», – тигән теләктәрен еткергән. Мәхмүт ауылынан Гөлсинә Ишмөхәмәтова ла, ябай халыҡ фекеренән сығып, эфирға сыҡҡан тапшырыу­ҙарға ҡарата үҙенең фекерҙәрен яҙып ебәргән. Әүҙемлегегеҙ, битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, әбйәлилдәр!
Бөрйән районынан бер тамашасы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хат аноним) күберәк башҡортса концерттар күрһәтеүҙе, «Ҡурай» каналын кире тергеҙеүҙе һорай. Беҙҙең әүҙем авторыбыҙ, журналистика ветераны, Башҡор­тостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ризван Хажиевтың да тәнҡите бик урынлы.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең барығыҙҙың да хаттары «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы етәкселегенә ебәрелде. Телевидение етәкселәре үтенестәрегеҙгә ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ. Әле күптән түгел Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, унда телевидениеның генераль директоры Гүзәл Ибраһимованы саҡырып, яңыртылған каналдың халыҡтың ышанысын аҡламауына, башҡортса эфир­ҙың ҡыҫҡартылыуына һәм милли рухтағы тапшырыуҙарҙың кәмеүенә бәйле ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ул Башҡортостан зыялыларының фекер­ҙәрен иҫәпкә алыр, үҙенең вәғәҙәһендә торор, тип ышанабыҙ. Халыҡ һорағанда, беҙҙә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә үҙ тамашасыларын тапҡан республикалағы берҙән-бер милли телеканалға ышаныс­ты аҡларға кәрәктер.

З. ЙӘҺҮҘИНА.

Сығыу ваҡыты 12-03-2011, 11:50 | Ҡаранылар: 2011
|
  • «Сәләм» халыҡта ыңғай кәйеф тыуҙырырға тейеш»
  • Республика Президенты ла БСТ-ла башҡортса тапшырыуҙарҙың бик аҙ булыуын тәнҡитләне
  • Милләттәштәребеҙ «Ҡурай»һыҙ ҡалырмы?
  • «Йырым булһын бүләгем!» тура эфирҙа сыға
  • «Һәр үҙгәреш тик файҙаға ғына»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай
  • Башҡортостанда дәүләт символикаһы тураһындағы закон үҙгәртелде



  • Радио Юлдаш FM