RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күмәкләгән – яу ҡайтарған

26.02.2011 Күмәкләгән – яу ҡайтарған

Эскелеккә ҡаршы көрәш күптән барһа ла, «йәшел йылан» ауырыуынан берәй ҡасан ҡотола алырбыҙмы икән, тип төшөнкөлөккә лә бирелеп ҡуям. Был яуызлыҡтың таралыуының төп сәбәбе тип, ауылдарҙа хәмер һатыусыларҙы ғәйепләйем. Сөнки улар таратмаһа, был тиклем дә эсеүсе булмаҫ ине.
Иҫерткес эсемлектәр һатҡан кешеләр үҙҙәренең ниндәй ҙур гонаһлы әҙәмдәр икәнен аңлаймы икән? «Эскән – бер ғәйепле, эсергән мең ғәйепле», – тип дөрөҫ әйтәләр. Үҙ милләттәштәрен, ауылдаштарын күрәләтә ағыулап, уларҙың ғаиләләләрен тамам бөлгөнлөккә төшөрөп, ҡәбергә илтеп тыға бит улар. Эскән кеше иманын да һатып эсә, шунан ғаиләләрҙә фажиғә тыуа ла. Әлеге эскелек арҡаһында күпме кеше ҡырылды, ата-әсәһе эскәнгә ғәрләнеп, әллә күпме бала үҙ-үҙенә ҡул һалды. Ауылдаштарына көмөшкә һатып, имеш, «прибыль» алабыҙ тип, хәрәм аҡсанан байыуҙарынан зыяндан башҡа бер ниндәй ҙә файҙа булмаясағын аңламайҙар.
Араҡы һатыусыларҙың үҙҙәренең ауылдарында ғына кәсеп итеүе етмәгән, машиналары менән күрше-тирә ауылдарға ла йөрөп, һыра-шараптарын һата, улар­ҙы бурысҡа булһа ла таратып, нисек тә булһа кеҫәләрен ҡалынайтырға тырыша.
Аңлауымса, халҡын яратҡан, милли рухы булған кеше бер ваҡытта ла үҙ милләттәшенең алдына хәмер ҡуймаҫ, эсергә ҡыҫтамаҫ. Халҡына дошман булған кеше генә шулай йәмһеҙ, ҡурҡыныс золом ҡылыуға бара. Әгәр хәлемдән килһә, Башҡортостанда иҫерткес эсемлек һатыуҙы һәм сусҡа аҫрау кеүек барлыҡ хәрәм эштәрҙе бөтөнләй тыйыр ине.
Уйлайым-уйлайым да, аптырауға ҡалам: Аллаһы Тәғәлә беҙгә шундай матур тәбиғәтле, ожмахтай ер биргән. Шунда ла, мең шөкөр итеп йәшәй­һе урынға, иҫерек «тамуҡ киҫәүҙәре»нең йөрөп ятыуына Хоҙайым нисек кенә түҙә икән?!
Борон ауылдар­ҙа шәриғәт ҡануны буйынса хөкөм иткәндәр: бур, зи­на­сыларҙы ауыл уртаһында ҡамсылағандар, йә ауылдан ҡыуғандар. Был осраҡта ла, милләтебеҙ йөҙөнә оятсылыҡ килтереүселәрҙе шул ысул менән генә туҡтатып маташмағанда?..
Барлыҡ эште лә күмәкләп, бергәләп эшләгәндә генә һөҙөмтәһе буласаҡ.
Ауылдарҙа шәхси эшҡыуарҙар магазиндарында араҡы-һыра һата икән, ниңә ауыл ҡарттарына, уларға барып, был эште туҡтатыуҙарын һорамаҫҡа? Йә спирт, көмөшкә һатыу­сыларҙы ла, эскән кешеләрҙе лә бергә клубҡа йыйып: «Был яманлыҡтарымды башҡа ҡылмам», – тип әйттереп, ҡөрьән үптереп ант иттермәҫкә? Был йәһәттән дин әһелдәрен нығыраҡ эшләргә өгөтләр инем.
Әлбиттә, ҡайһы бер ауылдарҙа муллаларын «ул элекке коммунист ине», йә «ул элек эскесе ине» тип һанламаған булалар. Әммә һеҙ яңылышаһығыҙ: сөнки Аллаһы Тәғәлә уны тура юлға баҫтырған икән, уның өсөн шатланырға ғына тейешһегеҙ. Элек ул эскесе булһа ла, бәлки, иманы бөгөн һеҙҙекенә ҡарағанда мең тапҡыр артыҡтыр? Кемдең йөрәгендә ни барын Аллаһ үҙе генә белә. Ә үҙегеҙ, уның һымаҡ ихтыяр көсөгөҙҙө йыйып, бөгөндән эсеүегеҙҙе, тартыуығыҙҙы ташлай алаһығыҙмы? Шуға ла дин әһелдәре менән бергәләп халҡыбыҙҙы иманға өндәп, милләтебеҙҙе ҡоротҡан был афәткә ҡаршы көрәшергә кәрәк.
Ысынлап та, күмәкләгән – яу ҡайтар­ған, тиҙәр. Ауыл аҡһаҡалдары, ағинәйҙәр менән берлектә, ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡушылып, бергәләп көрәшкәндә генә ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеп буласаҡ.
Һуңғы айҙа «Айыҡ Башҡортостан» йәмғиәте бик сауаплы эш башланы. Уларға В. Ждановты республикаға сығыш яһарға саҡырғаны өсөн ҙур рәхмәт. Араҡының кеше организмына ни тиклем ҙур зыян килтереүе хаҡындағы ошондай лекцияларҙы һәр ауылда, һәр мәктәптә үткәреү зарур. Уҡыусы, үҫмер балалар иҫерткес эсемлектәрҙең зыяны тураһында бала саҡтан белеп үҫһә, тайғаҡ юлға баҫмаҫ, тигән өмөт бар.

Ғ. АМАТУЛЛАҺ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»