НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Шеш ҙурая...


йәки Ябай халыҡ ниҙелер булһа ла үҙгәртеүгә өлгәшеренә ышанмай
Мәғәнәһеҙ, аяуһыҙ урыҫ бунтын күреүҙән Хоҙай һаҡлаһын. Шулай тигән бөйөк Пушкин. Әммә йылдар үтеүгә бер һорау ҙа тыуа – беҙҙең оҙа-аҡ түҙеүҙең сиге булырмы икән? Власти.нет сайтында ошо һүҙҙәр менән башланған мәҡәлә сыҡты. Һүҙ, башлыса, илдә хаҡтар артыуы, ришүәтселек, ябай граждандар өсөн белем алыу, медицина хеҙмәтләндереүе тирәләй булған уңайһыҙлыҡтар хаҡында бара. Ошолар арҡаһында илдең байтаҡ халҡы «имен ҡалыу марафоны»нда ҡатнашырға мәжбүр. Арауыҡ – оҙон, көс – самалы, күптәр финишҡа барып етмәй тәгәрәйәсәк. Ниңә бөтөнөһө лә шымған һуң? Рәсәй статистикаһы ҡасан беҙгә ҡолаҡҡа ятышлы, уңышлы һандарҙы һиҙелерлек еткерер?
Яңы йылдан һуң аҙыҡ-түлеккә лә, башҡа хужалыҡ кәрәк-яраҡтарына ла, түләүҙәргә лә хаҡтар һиҙелерлек күтәрелде. Түҙәбеҙ – тауышыбыҙ ҙа сыҡмай. Үткән йылға йомғаҡ яһағанда шундай күрһәткестәр билдәле булды: йыл буйына икмәк – һигеҙ процентҡа, ярмалар – 58,8, май – 23, һөт – 16, коммуналь түләүҙәр 13 процентҡа артҡан. Быларҙы бергә ҡушып, бүлгәндә, ярлылар өсөн 2010 йылда Рәсәйҙә тормош 59 процентҡа ҡиммәтләнгән килеп сыға. Етмәһә, беҙ шуға аптырайбыҙ: ошондай ваҡ-төйәккә ризаһыҙлыҡ күрһәтеп, сит ил халҡы урам боларыштары ойоштороп маташа. Нәҡ хаҡ артыуҙы сәбәп итеп, ғинуарҙа Алжир, Албания, Тунис халҡы урамға сығып «яр һалды». Әле Мысыр шаулай. Ә беҙҙә Яңы йыл каникулында ярты Мәскәү яны халҡы утһыҙ ултырҙы – «өндәре» лә сыҡманы. Бары тик ауыҙ эсенән генә һүктеләр. Байрамдан һуң айнып етеүселәргә шул мәғлүм булды – хаҡтар тағы ла артҡан, имеш. Беренсе ғинуарҙан араҡы, тәмәке, бензин ҡиммәтләнде. Уларҙы ҡулланыу кәмене, тиһегеҙме? Юҡ, әлбиттә. Халыҡ кеҫәһенән йоҙроҡ күрһәтһә- күрһәтте, әммә түҙемлеген тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Ни тиклем ихтыяр көсө бар Рәсәй кешеһендә! Ә бына төрөктәр түҙемһеҙ. Студенттары, юғары белем биреү тармағындағы реформа менән килешмәй, митингыға сыҡҡансы. Реформалар ни, беҙҙә аҙна һайын тиерлек. Ана, үткән Уҡытыусы йылында ғына, артыҡһығыҙ, тип нисәмә уҡытыусыны эштән ҡыҫҡарттылар. Беҙҙә тик пенсионерҙар ғына митингыға сыға, сөнки һәр юғалтылған һумдары улар өсөн «башты элмәккә тығырлыҡ».
Йәнә бер һорау тыуа – ни өсөн илдә булып ятҡан «эштәр» халыҡты битараф ҡалдыра? Шул тиклем апатия ҡайҙан килә? Юрий Леваданың аналитика үҙәге етәксеһе Лев Гудков былай ти: «Рәсәй халҡының 85 проценты үҙҙәрен, илдәге хәл-торошҡа йоғонто яһай алмай, тип һанай. Быға улар ғәйепле түгел. Халыҡ хаҡ артыуына, енәйәтселек, ришүәтселеккә, аҡылһыҙ реформаларға йәне көйөп ҡарай ҙа, бер нәмә лә эшләй алмауын аңлай. Ул бөтәһенә лә ҡул һелтәгән».
Медицина фәндәре докторы Михаил Виноградов фекеренсә, митингылар тәртип­һеҙлектәр булдырыу өсөн кем тарафынандыр махсус ойошторола. Гражданлыҡ әүҙемлеге беҙҙә етерлек, тип иҫәпләй ул, әммә майҙанға сығырлыҡ сәбәптәрҙе Алжир йә Франциялағы ваҡиғалар менән сағыштырып булмай.
«Һул фронт» ойошмаһы лидеры Сергей Удальцов иһә, Рәсәй халҡы бөгөн, ысынлап та, күп нәмәгә битараф, тип иҫәпләй. Уныңса, кешеләр ни ҙә булһа үҙгәртә алыуына ышанмай, шуға шым ғына властың артабанғы аҙымын көтә. Бынан тыш, күрәбеҙ ҙә инде – протестар власть ҡарарына бер нисек тә йоғонто яһамай. Апатия мәңге түгел. Халыҡтың эсендәге «шеше», ҙурайып, бер саҡ һытыласаҡ. Әгәр дәүләт йәмғиәт менән диалогты яйға һалмаһа, «социаль шартлау»ға уҡ етмәҫ тимә.
Рәсәйҙең ислам комитеты рәйесе Гейдар Джемаль шулай уйлай: «90-сы йылдарҙа Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты (КГБ) тарафынан махсус «урам юлбашсылары» булдырылған. Улар халыҡты урамға сығарыр­ға һәр ваҡыт әҙер торған. Барыһы ла юғарынан ойошторолған. Бөгөн ундай нәмә юҡ. Халыҡ йоҙроҡ төйнәй ҙә ул, тәғәйен генә ҡайҙа, нисек һәм кемгә тоҫҡарға белмәй. Был тороштағылар ҡурҡыныс тыуҙыра».
Күпме кеше – шунса фекер. Улар араһында бөгөнгө көнитмешкә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр кәмемәй. Бер төркөм үҙ-ара ҡара көйөп, аптырашабыҙ ҙа, магазинға юлланабыҙ. Сумкабыҙ буш сыҡмай, әлбиттә, тик көшөлөгөбөҙ генә бушай, ә иртәгә лә йәшәргә кәрәк...

А. АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 8-02-2011, 10:17 | Ҡаранылар: 1091
|
  • Беҙ нисәү, нисек йәшәйбеҙ?
  • Беҙ реформаға нисек яраҡлаштыҡ?
  • Рәсәйҙәр –битараф халыҡ
  • Шаңдауы алыҫҡа яңғырамаҡсы
  • Ниһайәт, тыуған илдә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM