RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәҡиҡәткә хаҡ юҡ

29.01.2011 Хәҡиҡәткә хаҡ юҡ

Күптән түгел «Йәшлек» гәзитендә Сибәғәт Рахманғоловтың «Юлдар: берәүҙәргә бар, берәүҙәргә – аһ-зар» мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алмай булдыра алманым. Һүҙ унда Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауыл советы биләмәһенә ҡараған ауылдарға асфальт юл һалынмауы хаҡында бара. Бөтә ғәйепте автор район хакимиәте башлығына ауҙарған, йәнәһе, ул урындағы хужалыҡ рәйесен күрә алмай, шуға юлдар төҙөкләндерелмәй. Үҙ хәҡиҡәтебеҙҙе ниңәлер ана шулай йөҙ йыртыуҙан, кемгәлер бысраҡ яғыуҙар аша раҫларға маташыу күңелде ҡыра. Нимәлер эшләнмәй йәки етешһеҙлектәр бар икән, тимәк, етәксе ғәйепле. Ул нисек һәм ниндәй юлдар менән хәл итергә тейеш мәсьә­ләне, уныһында эшебеҙ юҡ, тик барыһы ла беҙ теләгәнсә булһын. Һүҙ ҙә юҡ, кеше елкәһендә йәшәү уйы көслө ҡайһы берәүҙәр­ҙә. Үҙебеҙ ҡыл ҡыбырлатмаһаҡ та, хужалар­ҙан күпте талап итәбеҙ түгелме?
Юлдарға килгәндә иһә, бер Көйөргәҙелә генә насармы икән улар? ХХI быуатта был проблема бөтөнләй булмаҫҡа тейеш тә һуң. Ләкин, ни хәл итмәк кәрәк, мәҡәлә авторы үҙе әйтмешләй, Рәсәйҙә ике бәлә бар: береһе – йүләрҙәр, икенсеһе – юлдар. Мәгәр ул артыҡ шаштырып ебәргән, тубыҡтан батҡаҡҡа батып йөрөрлөк юлдар юҡ беҙҙә. Халыҡ та оло юлдан йәйәүләп, йә мәҡәләлә һүрәтләнгәнсә, әллә ҡайҙа ситтә ятҡан Гөмбәт ауылы аша юлланмай барыр еренә. Яҡшембәткә маршрут автобусы йөрөмәй, тигәне лә буш һүҙ. Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбелә АТП-нан йөрөгән рейстарҙың бығаса туҡталғаны юҡ.
Бәлки, Сибәғәт Рахманғолов дөрөҫөн яҙған, ниңә артыҡ һүҙ ҡуйыртырға, тип әйтеүселәр табылыр. Һәр кешенең донъяға үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар. Әҙәм балаһының йәшәйеше – бик ҡаршылыҡлы күренеш: берәүҙәргә һәйбәт булып тойолған нәмә икенселәргә – насар. Шулай булғас, нимә уйлаһа ла, хаҡы бар халыҡтың. «Һине кем тип иҫәпләүҙәре мөһим түгел, ысынында һин кем – шул мөһим», – тигән бит бер аҡыл эйәһе. Был һүҙҙәр менән нимә әйтмәксемен: хәл-ваҡиғаларға ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡарарға кәрәк. ҡулыма ҡәләм алыуым да шул маҡсаттан. Мәҫәлән, 2004 йылда район хакимиәте башланғысы менән Көйөргәҙенең уң яҡ ярындағы ауылдарҙы үҙәк менән тоташтырыу өсөн йылға аша күпер төҙөүгә проект-смета документацияһы әҙерләнеүе билдәле. Әммә 120 млн һумдан ашыу хаҡҡа барып баҫасаҡ төҙөлөш объектын урындағы ҡаҙна иҫәбенә финанслау мөмкин түгел. Сөнки был күләм муниципаль район бюджетының дөйөм сығымдарының өстән бер өлөшөнән дә күберәген тәшкил итә. Район хакимиәте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән БР Юл хужалығы идаралығы ҡаҙна предприятиеһынан йыл һайын әлеге күпер төҙөлөшөн территориаль заказға индереүҙе юллай. Тик, әлеге лә баяғы, шул аҡса етмәү сәбәпле, күпер төҙөлөшө кисектерелеп килә. Ләкин яңы күпер төҙөлөшөн көтөп бер нәмә лә эшләмәй ултырмай район етәкселеге. Юлдар әленән-әле төҙөкләндерелеп тора. 2001 – 2009 йылдар арауығында был йүнәлештә 52,7 млн һум аҡса тотонолған.
БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты булып һайланған «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Ш. Әминев район өсөн бер нәмә лә эшләмәне, тигән һүҙҙәр ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Көйөргәҙеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп сара башҡарылды ул заманда. Республикабыҙҙың элекке Президенты М. Рәхимов иң тәүҙә ауыл урамдарын төҙөкләндерергә кәрәклеген әйтә килде. Шамил Хәйрулла улы депутат булған осорҙа районыбыҙ ауылдары урамдарына 67 км юлға асфальт түшәлде, шуның 14 километры, йәғни 21 проценты – Яҡшембәт ауыл советы биләмәһендә. Төҙөкләндерелгән 136,5 км юлдың дүрттән бер өлөшө тип әйтерлек уларҙыҡы, туғыҙ күперҙең икәүһе әлеге ауыл советы биләмәһендә һалынған. Шулай уҡ ул осорҙа Көйөргәҙе юл төҙөү һәм йүнәтеү идаралығының матди-техник базаһы ярайһы уҡ нығыныуын да телгә алмай булмай.
1992 йылда Көйөргәҙе йылғаһында республика бюджетынан бүленгән аҡсаға балыҡ питомнигы төҙөлөп, «Искра» хужалығы (хәҙер колхоз) балансына бирелгәйне. Быуаны йүнләп ҡараусы булманы, әйткәндәй, йыл һайын 2 – 3 кеше батып үлә, тиелә мәҡәләлә. Яҡшембәт быуаһында бындай осраҡ һуңғы тапҡыр 1998 йылдың яҙында булған.
Минең яҙғаным бәғзеләргә оҡшамаҫ. Район башлығына яҡшатлана, ярарға тырыша, тиерҙәр (беҙҙә бит хужаны маҡтаһаң,алама кеше булып күренә башлайһың. Әйтерһең, кемдер, түрәне һәр саҡ түпәҫләп торорға, гел тәнҡитләргә кәрәк, тип әйтеп ҡуйған). Әммә, йәмәғәт, объективлыҡ тигән нәмә лә бар. Бөтә проблемаларҙы хакимиәт башлығына ауҙарып, уны гел кире яҡтан күреп, яҡшы эштәренә күҙ йомоу ғәҙел түгел. Яҡшембәт ауыл советына ҡараған 12 ауылдың 11-енә газ үткәрелгән. ҡотлоюлда яңыраҡ 20 млн һумлыҡ төп белем биреү мәктәбе, ә Яҡупта 43, 768 млн һумлыҡ социаль үҙәк төҙөлдө. Башҡарылған эштәр бихисап. Һәр береһен гәзит битендә һанап бөтөү мөмкин түгел, ыңғай күренештәр ҙә, етешһеҙлектәр ҙә бар. Беҙ уларҙың тик насарҙарын ғына күрергә ғәҙәтләнеп барабыҙ шикелле. Бөтә нәмә лә власть биләүселәргә генә бәйле булмауын онотмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы ҡотләхмәтовтың район халҡы йәшәйешен яҡшыртыуға күпме көс түккәнен инҡар итергә ярамай. Ул бер ҡасан да проблемаларҙы хәл итеүҙән ҡасмай, уларҙы уртаға һалып, ихлас күңелдән һөйләшә. Бының шулай икәнлегенә уның менән әңгәмә ҡорған һәр кем инаныр.

Мәүлиҙә САДИҡОВА.
Көйөргәҙе районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»