НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Их, һин, ҡараҡаш!


Их, һин, ҡараҡаш!
“Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, был бит башҡорт ҡыҙы”, – тип йырлана киң билдәле бер йырҙа. Ниңә был йырҙан башланы, тиһегеҙме? Хәҙерге модалы ҡаштар тураһындағы фекерем менән бүлешмәксемен.
Күптән түгел ауыл мәктәбенең сығарылыш кисәһенән фотолар ҡарап ултырҙым. Мәктәпте тамамлаусы ҡыҙҙарҙың ҡаштары хәс тә Брежневтыҡы кеүек. Кавказ һәм көньяҡ халыҡтары ҡыҙҙары көнләшеүҙәренән сәстәрен йолҡоп бөтөр, билләһи.
Бына инде өс йыл тирәһе йәш ҡыҙҙарҙың “ҡаш ҡотороуы” дауам итә – ҡуйы һәм ҡалын итеп һөрмә тарталар һәм 10 – 15 йәшкә олораҡ күренәләр. Минең менән күптәр килешер, ҡыҙҙар барыһы ла йөҙгә бер иш һымаҡ. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең “Һылыуҡай” конкурсын алайыҡ. Быйылғы гүзәлкәйҙәрҙең үҙенсәлеген дә, йөҙ һыҙаттарын да иҫтә ҡалдыра алманым, сөнки ҡап-ҡара ҡуйы итеп һыҙыл­ған яһалма ҡаштар барлыҡ матурлыҡты юя, йәшлек гүзәллеген юҡҡа сығара. Ҡайҙа ул элекке янып торған ҡарашлы, таҙа, сәләмәт күренгән ҡыҙҙар-йондоҙҙар?
Кисә сауҙа үҙәгендә “Броу-бар” тип яҙыл­ған ергә барып индем. Баҡһаң, бында ҡаштар­ҙы ипкә килтерәләр икән. Үҙен броу-мастер тип атаған оҫта, үҙе әйтмешләй, ни бары 800 – 1500 һумға ҡаштарға яҡшы буяу, ҡына менән матур төҫ һәм форма бирә, коррекциялай икән. Ай-һай, хәҙерге матурлыҡ индустрияһында аҡса һурыу өсөн нимә генә уйлап табылмай. Керпектәр белгесе – лэшмейкер, сәс буяусы – колорист, парикмахер – стилист, тырнаҡ – нейлмастер… Бына ҡайҙа ул бизнес! Ә был хеҙмәттәр өсөн хаҡтарҙы күрһәгеҙ, сәсегеҙ үрә торор.
Әлбиттә, һәр заманда ла төрлө мода килеп тора, юғалып тора. Бигерәк тә йәштәр араһында. Йәбештерелгән керпектәргә өйрәнеп бөттөк тигәндә, йыһандан күренеп торорлоҡ итеп ҡашты ла яһалмаландырҙыҡ. Ирендәр күптән инде бүлтәйеп тора. Бөгөн косметологияла иң таралған процедура – ирендәргә гиалурон кислотаһын ҡаҙатыу, баҡһаң. Сөнки ирендәр бер аҙ өйрәк суҡышына оҡшап торорға тейеш – мода артынан ҡыуыусы ҡайһы бер гүзәл зат уны ҡыуа торғас, уҙып уҡ китә.
Быға тиклем асыҡ йөҙлө йәш ҡыҙҙарҙан сафлыҡ, яҡшы энергия бөркөлһә, бөгөнгө һылыуҡайҙар бер иш ҡурсаҡтарға әйләнде. Социаль селтәрҙәр ҡурсаҡтары араһынан нисек итеп берҙән-бер, башҡаларҙан айырылып торғанды осрата икән егеттәр?
…Ҡыҙҙар матурлыҡ стереотибына эйәреп, сибәр булыуына ышанып, көндән-көн ҡуйыраҡ, яһалмараҡ итеп ҡаш һыҙа. Бер-береһен ҡаштарҙы нисек итеп тағы ла ҡуйыраҡ, ҡалыныраҡ итеп һыҙыу серҙәренә төшөндөрә, кәңәштәр бирә. Яңы заман, яңы мода, яңы матурлыҡ нормалары…
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 7-11-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 165
|
  • "Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
  • “Шанель”де лә яулай башҡорт ҡыҙы!
  • Уңыш – тәүәккәлдәр ҡулында
  • Бөтә ғәйеп – бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙың донъяға ҡарашында
  • Уңғанһың да, һылыуһың да – Күҙ теймәһен үҙеңә!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»



  • Радио Юлдаш FM