НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Күп балалы бәхет

Күп балалы бәхет


Күп балалы бәхет
Дилә өсөнсө бәпес артынан дауаханаға китте. Тормош ауыр, тип күпме зарланма, күп балалы өйҙә бәхет тә күберәк. Закир менән Дилә, етмәһә, ауырлыҡтарға һылтанмайынса, бала үҫтереүгә оло яуаплылыҡ менән ҡараған ғаиләләрҙең береһе.
Шуныһы ҡыҙыҡ, өлкән малайҙары, мәктәп тупһаһын тәүгә аша атлау менән ҡайтып һорай һалды:
– Әсәй, ниңә беҙ ҙә күп балалы түгел?
Баҡһаң, күп балалы ғаиләнән булған уҡыу­сыларға, социаль ярҙам йөҙөнән, мәктәптә ашатыу яҡшыраҡ икән. Башҡаларҙан айырмалы, уларға көн һайын мотлаҡ итле аш, емеш-еләк, һут бирелә. Дәүләт күп балалы ғаиләне мотлаҡ аслы-туҡлы көн күрә тип уйлай, ахыры. Шуға күрә ярҙам аҡсаһын мәктәп ашханаһында туҡландырыуға йүнәлтә, ә бүтәндәрҙең, уларға ҡарап, күҙе ҡыҙа. Күршеһендә ултырған иптәшенең ризығы итле макарон, ә үҙенеке тик макарон ғына икән, әлбиттә, бала күңеле был күренеште ғәҙелһеҙлек итеп ҡабул итә. Тамағы туймау­ҙан түгел, үҙенсә ғәҙеллек булдырыу өсөн, Морат өлкәндәргә, «многодетный» булайыҡ, тигән тәҡдим яһаны.
…Шулай итеп, оло ҡыйынлыҡ менән тағы бер тапҡыр әсә булды Дилә. Ни тиһәң дә, йәше ҡырҡҡа етеп килә. Хәл йыйып, эргәһендәге бәпесенән һөйөү тулы ҡарашын ала алмай ятҡанда телефон шылтыраны. Өйҙәгеләрҙән әллә күпме шылтыратыу булған, яуап бирергә яңы форсат тыуҙы.
– Алло, хәлең нисек? Кемебеҙ бар? Бәпәйҙең хәле нисек? – иренең хәстәрлекле тауышын ишетеү менән ҡатындың күҙҙәре йәшләнде. Бер-бер артлы яңғыраған һорау­ҙарға сикһеҙ бәхет менән яуап бирҙе:
–Ҡыҙыбыҙ бар. Ауырлығы өс кило ярым, буйы 55 сантиметр.
– О, ҡыҙым тыуған! Рәхмәт, матурым! Ул да, һиңә оҡшап, донъялағы иң сибәр ҡыҙҙыр әле! Исемен кем тип ҡушырбыҙ икән?
Шатлығынан ете ҡат күккә менде ир, бер аҙҙан ҡатындың тауышынан уның хәлһеҙлеген аңлап ҡалды. «Морат менән Таһир ҙа һөйләшәм тиҙәр. Әсәйегеҙ арыған, мә, тиҙ генә һөйләшегеҙ, йәме, ял итһен, йоҡлап алһын», – тип трубканы балаларға бирҙе.
– Әсәй, алло, әсәй! Мине иртәгә үк мәктәптә «многодетный»ҙар кеүек ашатасаҡтармы? – Морат та үҙенсә бәхетле ине. Эй, бала…

Л. һиҙиәтова.

Сығыу ваҡыты 21-08-2018, 07:00 | Ҡаранылар: 530
|
  • «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»
  • БҮЛӘК
  • “Ярты бәхет булһын һирәк кенә, Тулы бәхет булһын ғүмерҙә!”
  • Көсләп асылған күҙҙең нуры юҡ
  • һәр бала үҙ бәхете, үҙ ырыҫы менән тыуа...
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM