НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Көтөү – көнүҙәк ихтыяж

Көтөү – көнүҙәк ихтыяж


Көтөү – көнүҙәк ихтыяж
Ауылдарҙағы шәхси хужалыҡтар­ҙағы малға көтөүсе табыу мәсьәләһе йылдан-йыл ауырлаша. Малды иреккә ебәрһәң, ауыл хужалығы культуралары сәселгән баҫыу­ҙар, бесәнлектәр, ултыртылған урман үҫентеләре тапалып һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән бесән эҫкерттәре тәләфләнеп, ҙур зыян килә. һыйыр-аттар арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре лә булып тора. Малдың юғалған осраҡтары ла булғылай.
Көтөүсе эше еңел түгел. Уның эш ваҡыты иртә таңдан ҡара кискә тиклем яҡынса 14 сәғәткә һуҙыла. Етмәһә, беҙҙең төбәктә көн торошо тотороҡһоҙ. Ямғыр, рашҡы, ел-дауыл, үҙәккә үтерлек һалҡынға ҡарамай, малдан күҙ яҙлыҡтырмай көнө буйы түҙергә кәрәк. Был эш һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Шуға күрә ялҡып китеп, көтөүҙе ташлап та ҡуялар.
Күпселек ауылда, көтөүсе табылмағанлыҡтан, малды сиратлап көтөргә мәжбүр­ҙәр. Ҡайһы берәүҙәр малын бөтөнләй иреккә сығарып ебәрә. Әлбиттә, сиратлап сығыу тәғәйен көтөүсене алмаштырмай. «Осраҡлы» көтөүселәр, урындарҙы белеп етмәгәнлектән, малды ҡайҙа етте, шунда йөрөтә. Көтөүлектәр теүәл файҙаланылмай. Был үҙ сиратында малдың көндәлек артымы, һөтө кәмеүгә килтерә. Етмәһә, күптәр сиратлап көткәндә «ҡорос ат»тарға атлана. Еңел машиналар үткән урындарҙа үлән үҫмәй, юлдар барлыҡҡа килә. Эшләп йөрөүселәр, сират етһә, көн һорарға мәжбүр була.
Күптәр нисек булһа ла сиратты үткәреп ебәреү яғын ҡарай. Иртә сығарған малды кискә тиклем ҡарап, ауылдарға тулыһынса алып ҡайтыу – эйәрле ат менгән махсус көтөүселәрҙең генә хәленән килерлек эш.
Ауыл малын көтөүҙе ойоштороуҙың иһә үҙ ауырлыҡтары бар. Күп урында көтөүсе табып булмай, сөнки күптәре уның ваҡытлы, миҙгелле кәсеп тип ҡарай. Ул таң һарыһынан алып ҡараңғыға тиклем эштә. Ялы ла юҡ. Ошо үҙенсәлекте иҫәпкә алып, был эште йыл әйләнәһенә барған эш тип хеҙмәт кенәгәһенә теркәү урынлы булыр ине. Ғөмүмән көтөүсе һөнәренең абруйын күтәреү тураһында уйларға кәрәк беҙгә.
Тағы бер мөһим әйбер. Малды һыбай йөрөп көтөү өсөн эйәр кәрәк, ә ул хәҙер юҡ кимәлдә. Хәрбиҙәр өсөн яһалғаны бик уңайлы, файҙаланыу ваҡыты ла оҙайлы. Ул аттың арҡаһын баҫмай, оҙаҡ йөрөгәндә лә йәрәхәтләмәй. Ундай эйәрҙәр һаҡланып ҡалған, күсермәләрен алып, республикала етештереүҙе яйға һалырға мөмкин.
Пай ерҙәрен алған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре, ул ерҙәрҙе эшкәртеп, күп йыллыҡ үлән йәки иген культуралары сәсергәме, юҡмы тип аптыраша? Сөнки көтөүһеҙ йөрөгән малдың күп аҡса түгелгән сәсеүлектәр­ҙе тапап юҡҡа сығарыуы ҙур хафаға һала.
Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡайһы бер ауылдарҙа көтөүлектәрҙе тимер сымдар үткәреп кәртәләп, еңелсә электр тогы ебәреп малдарҙы көтөү алымы ҡулланыла башланы. Ләкин бындай ысулды тик бәләкәй майҙандарҙа ғына ҡулланырға була.
Республика парламентарийҙары малдың ҡолағына бирка тағыу мәсьәләһен дә күтәр­ҙе. Был ысул менән юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булған малдың хужаһын асыҡлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҙа күҙ уңында тотола. Ҡарауһыҙ йөрөгән мал арҡаһында булған аварияларҙы тикшергәнсе, уларҙы булдырмау, һис юғында, кәметеү сараһы ҡулайлыраҡ түгелме һуң?! Бөтә йәһәттән дә бында берҙән-бер юл – ауыл ерендә шәхси хужалыҡтарҙағы малды миҙгелдең башынан аҙағынаса көтөүҙе юлға һалыу.
Татарстанда шәхси хужалыҡтарҙағы һәр һауын һыйыр малына – өс мең һум, бер йәше уҙған кәзәгә бер мең һум күләмендә хөкүмәттән субсидия бирелә. Мин, был миҫалды беҙҙең республикала ла ҡулланайыҡ, тип әйтергә теләмәйем. Ә шулай ҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малды көтөү миҙгелен тулыһынса намыҫлы үткәргән көтөүселәргә ҡышҡы оҙайлы эшһеҙлек буйынса пособиеға өҫтәп, минималь эш хаҡына еткереп субсидия түләү ҙур стимул булыр ине. Ул ваҡытта көтөүсе эшенә ҡарата ниндәйҙер кимәлдә конкуренция тыуасаҡ. Икенсе яҡтан ҡарағанда, сират етһә, мал хужалары төп эштәрендә булыр, мал арҡаһында юл-транспорт фажиғәләре кәмер, ауылдарҙа киҫкен торған эшһеҙлек проблемаһы ла ниндәйҙер кимәлдә хәл ителер ине.
Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, көтөүсегә атын ҡышлатып сығарыу өсөн генә 4 тонна самаһы бесән әҙерләргә һәм фураж (һоло) һатып алырға кәрәк. Етмәһә, йәйге осорҙа ла аҙыҡ талап ителә, сөнки малды иртәнге сәғәт алтынан да ҡалмай сығарырға кәрәк, шуға күрә атты төнгөлөккә аҙбарҙа тотоу фарыз.
Ошо киҫкен торған проблеманы элекке йылдарҙағы кеүек тик ауыл хакимиәттәре иңенә генә һалыу һөҙөмтә бирмәйәсәк. Был юҫыҡта төрлө кимәлдәге депутаттарҙың республика хөкүмәте менән бер төптән эш итеүе кәрәк.

Азамат КҮСӘЕВ.
Учалы районы.

Сығыу ваҡыты 11-07-2018, 06:00 | Ҡаранылар: 63
|
  • Ҡорбан салайыҡ, сауап алайыҡ!
  • Кем көтөүсе булырға теләй? йәки Был эштең ояты юҡ, яуаплылығы бар
  • Көтөү - көнүҙәк ихтыяж
  • Яңы техрегламент ауыл халҡына ярҙам итәсәкме, әллә ярҙан этәсәкме?
  • Йыртҡыстар ниңә ҡотора?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM